СӘСЕҮ
свиваться, разбредаться, разъезжаться. Урман араларына инеп сәселеу. N Устан төшкән терегөмөш шикелле, сәселеп китте аҡ сабаҡтар төркөмө. Р. Назаров. Ҡыпсаҡ ырыуы Туҡ буйына сәселгән. Картотека фондынан.
4. Тирә-яҡҡа туҙып осоу, ситкә сәсрәү; бөркөлөү, һирпелеү. □ Разбрызгиваться. Сәселеп тора. Сәселә башланы. Һыуы тирә-йунгә сәселә. М Сәселә төкөрөгө тешһеҙ ауыҙҙың. Ш. Бабич.
5. кусм. Төрлө яҡҡа йәйелеү, таралыу (яҡтылыҡҡа, нурға, еҫкә һ. б. ҡарата).
□ Рассеиваться. Куҙҙәренән нур сәселә. Үҙенән ыңғай энергия сәселеп тора. Тау артынан ҡыҙыл сатҡылар сәселде. М Гөл-сәскәләр асылды, хуш еҫтәре сәселде. Ш. Бабич.
СӘСЕМ и. диал. ҡар. сәсеү II. Сәсемгә төшөу. Сәсем башланды. Яҙғы сәсем. Сәсем уңышлы утте. Былтыр сәсем ваҡытында көндәр йылы тора ине.
СӘСЕҮ I (сәс-) (Р: сеять; И.: sow; Т: ekmek) ҡ.
1. Үҫтереү өсөн орлоҡто алдан эшкәртелгән тупраҡҡа һибеү, ултыртыу. □ Сеять, высеивать. Арыш сәсеу. Бойҙай сәсеу. Оялап сәсеу. Тутәлләп сәсеу. М Ҡарттар иген сәсергә килә. Улар тарыны кунәккә тултырып ала ла ергә һибә. Ж. Кейекбаев. Сәлмән .. һәйбәтләп картуф сәсеп ебәреу тураһында юлдың буйынан-буйына уйлап ҡайтты, ти. Әкиәттән. • Ни сәсһәң, шуны урырһың. Мәҡәл. Ҡасып китһәң дә, сәсеп кит. Мәҡәл.
2. Нимәнелер түгеп, һибеп, төрлө ергә төшөрөү, тәртипһеҙ рәүештә тырым-тыраҡай таратыу, ян-яҡҡа сәсеп таратып ташлау.
□ Рассыпать, посыпать. Тугеп-сәсеп бөтөу. Сәсеп ебәрмә! ■ Тоҡтоң ауыҙын асайыҡ, йыуасаһын сәсәйек. Туй йырынан.
3. Туҙҙырып, тирә-яҡҡа осороу, ситкә сәсрәтеү; бөркөү, һирпеү (төкөрөктө һ. б.)
□ Брызгать. Төкөрөгөңдө сәсмә! Һөйләгәндә ауыҙынан кубектәр сәсә. ■ [Иблис] ҡотора, дулай, зыҡ ҡуба ғифрит кеуек, укерә, ауыҙынан сәсеп ҡайнар кубек. Ш. Бабич.
4. кусм. Төрлө яҡҡа һибеү, таратыу (яҡтылыҡҡа, нурға, еҫкә һ. б. ҡарата).
□ Изливать, излучать. Шатлыҡ сәсеу. Өмөт сәсеу. Нур сәсеу. ■ Ал да нур сәс халҡыңа. Ш. Бабич. Ҡояшҡа урләп, талпы-на-талпына, ниндәйҙер ҡош еҙ шөңгөр моңо сәсә. Ә. Хәкимов.
5. кусм. Үҙенә башҡа бер көс йә хис менән ҡарау (куҙгә ҡарата). □ Рассеивать, изливать, излучать. Зәһәр куҙҙәренән ут сәсә. Йөҙөнән нур сәсеп тора. Гәйрәт сәсеу. Башы-куҙе дәрт сәсеп тора. ■ Йәмил яңынан ғәйрәт сәсә башланы. Р. Байбулатов.
6. Төрлө маҡсат менән халыҡҡа билдәле итеү, таратыу, кешегә еткереү, һөйләү (белемгә, һуҙ, хәбәргә һ. б. ҡарата). □ Распространять. Ғилем сәсеу. Дан сәсеу. Ғәйбәт сәсеу. Ҡеше яманатын сәсеу. в [Габбас:] Ҡара, Тәнзилә еңгә, һинең ауыҙыңда һуҙ тормай торған. Был хаҡта теләһә кемгә сәсеп йөрөмә. М. Тажи. Дандар сәсеп илгә, купте илатып, ошомо һуң данлы егетең? Сеңләүҙән. • Батыр уртаҡ, бай уртаҡ -береһе илгә дан сәсә, икенсеһе ҡан сәсә. Мәҡәл.
7. Ыуылдырыҡ һалыу, таратыу (балыҡҡа, тәлмәрйенгә ҡарата). □ Метать. // Метание икры (о рыбе, лягушке). Ыуылдырыҡ сәсеу. М Суртан ыуылдырыҡты яҙғы ташҡында сәсә. Картотека фондынан. Балыҡ, ғәҙәттә, ыуылдырыҡты тыныс урындарға, йылға тамағына сәсә. Р. Солтангәрәев.
♦ Борсаҡ сәсеү борсаҡ һиптереү, шыттырыу. □ Приукрашивать, преувеличивать (в разговоре). ■ [Рәбиға — Тайфурға:] Борсаҡ сәсергә тиһәң, тел дә ярайһы уҙеңдә. Ш. Бикҡол. Ут (йәки осҡон) сәсеү 1) уҫал булыу, ажғырып тороу, уҫаллыҡ күрһәтеү.
□ Разъяриться; бушевать, неистовствовать. Ут сәсеп йөрөй. Ут сәсеп килеп инде; 2) көслө, дәртле, теремек, үтә ҡыҙыу, үткер булыу, янып тороу. □ Быть энергичным, бойким. Ут сәсеп бейеу. Баҫҡан ерендә ут сәсеп тороу. ■ Бибинур — .. йор һуҙле, осҡон сәсеп торған ҡыҙ. Б. Бикбай.
СӘСЕҮ II (Р: сев; И.: sowing; T.: ekim) и.
829