Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 830 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СӘСЕҮ ЙОЛАҺЫ
Нимәлер үҫтереү өсөн ергә орлоҡ һибеүҙән, ултыртыуҙан торған баҫыу эше.
□ Сев, посев; высев. / Посевной. Сәсеу мәле. Яҙғы сәсеу. Сәсеу ере. Яҙғы сәсеу эштәре тамамланыу. Көҙгө сәсеугә төшөу. ■ [Закир:] Сәсеугә тиҙ генә сыҡмабыҙ әле, бер ун көн уҙыр, ер кибеп етмәгән. Ә. Бикчәнтәев. [Рәшиҙә:] Бөгөн көн буйына .. тупраҡтың сәсеугә өлгөрөуен тикшерҙе. Ғ. Аллаяров. • Яҙғы сәсеу — бер генә ваҡыт. Әйтем.
СӘСЕҮ ЙОЛАҺЫ (Р.: посевной обряд; И.: sowing rite; T.: bir tür gelenek) и. миф.
Ергә уңдырышлыҡ теләп, мул уңыш юрап, сәсеү алдынан үткәрелгән йола.
□ Посевной обряд (начиная посев, по обычаю, по земле катают яйца). ■ Сәсеу йолаһы тип ергә йомортҡа тәгәрәтәләр. «Башҡорт мифологияһы »нан.
СӘСЕҮЛЕ (Р.: засеянный; И.: sown; Т.: ekilmiş) с.
Иген һ. б. нәмә сәселгән. □ Засеянный. Сәсеуле ер. Сәсеуле пар. Сәсеуле газон. Сәсеуле тутәл.
СӘСЕҮЛЕК (сәсеүлеге) (Р: посев; И.: sowing; crops; T.: ekim) и. a.x.
Иген һ. б. сәселгән ер, баҫыу. □ Посев, посевное поле. / Посевной. Сәсеулектәрҙе эшкәртеу. Сәсеулектәрҙе ашлау. Сәсеу -лекте тапау. Сәсеулектәрҙе дөрөҫ файҙаланыу. ■ Быйыл йәй буйы ямғыр яуманы, сәсеулектәр ҡап-ҡара ер көйө ятып ҡалды. Б. Бикбай. Шул көн кис ук Рәшит Ибраһимов колхозда баш агроном вазифаһын башҡарыусы ағайҙан уҙәк бригада сәсеу-лектәренә ҡағылышлы документтарҙы ҡабул итеп алды. Б. Рафиҡов.
СӘСЕҮСЕ (Р: сеяльщик; И.: sowman; Т.: ekinci) и. а. х.
Нимәлер сәскән, сәсеү менән шөғөлләнгән кеше, төркөм. □ Сеяльщик, сеятель. Бойҙай сәсеусе. Картуф сәсеуселәр. Сөгөлдөр сәсеу-селәр. Сәсеуселәр бригадаһы. Иген сәсеусе хужалыҡ. Кукуруз сәсеуселәр төркөмө. ■ Сәсеуселәр төшкөлөккә туҡтаған мәлдә халыҡ-ара хәл буйынса әңгәмә уткәреп өлгөрөргә кәрәк. Б. Рафиҡов. Циферблат
ҡалайына тимерсе тугел, муйынына тубал аҫҡан сәсеусе төшөрөлгән. И. Абдуллин.
СӘСЕҮ ӘЙЛӘНЕШЕ (Р: севооборот; И.: crop rotation; T.: ürün rotasyonu) и. a. х.
Бер үк баҫыуҙа төрлө игенде алмаштырып үҫтереү тәртибе. □ Севооборот. Ете баҫыулы сәсеу әйләнеше. Өс баҫыулы сәсеу әйләнеше. ■ Колхозда элек туғыҙ баҫыулы сәсеу әйләнеше булған, ләкин ул һуғыш ваҡытында боҙолған. Ә. Вәли.
СӘСЕШЕҮ (сәсеш-) ҡ.урт. ҡар. сәсеү I. взаимн. от сәсеү I. ■ [Хәбиб Насыров — Ғәҙелшинға:] Һеҙ Ғәли Нариманов менән Ғилман Шакировичтың йортонда утын ҡырҡып, бәрәңге сәсешеп йөрөнөгөҙмө?
3. Ураҡсин.
СӘС ЙӘШЕРЕҮ (Р.: обычай покрывать голову и волосы; И.: tradition to cover up one’s head and hair; T.: saç örtmek) и. миф.
Зәхмәт кеүек ауырыу эйәләренән һаҡланыу ысулы. □ Обычай покрывать голову и волосы (о невесте, а также женщинах в определённое время суток). Сәс йэшереу йолаһы. ■ Сәс йэшереу ғәҙәте буйынса, гел яулыҡ ябынып йөрөу ҡаныбыҙға һеңгән. Экспедиция материалдарынан.
СӘСКЕ I (Р.: овод лошадиный; И.: gadfly species; T.: at sineği) и. диал. ҡар. бөгәләк.
Йылҡының ҡорһаҡ аҫтына йомортҡа һалып, эсен ҡортлата торған себен. □ Овод лошадиный (лат. Gasterophilus intestinalis). Яман сәске. Сәскеһен ҡыуыу. Бейә сәскеһенә туҙә алмай.
СӘСКЕ II (Р: ланч; И.: lunch time; T.: öğle yemeği) и. диал. ҡар. бала төш.
Төшкө ашҡа ҡәҙәр ашап алыу мәле. □ Ланч (время полуденного приёма пищи), ленч, второй завтрак. Сәске яҡынлашыу. Сәске мәлендә сәй эсеу. Сәске ваҡытында ҡуҙғалыу.
СӘСКЕС I (Р: сеялка; И.: seedingmachine; T: ekme makinesi) и. а. х.
Орлоҡ һиптерә, сәсә торған машина. □ Сеялка. Кукуруз сәскес. Тар рәтле сәскес. Үлән сәскес. Трактор сәскесе. ■ Тос орлоҡтар сәскес тартмаһынан купертелгән ергә ҡойола. Ғ. Мәсғүт. Колхоздың хәҙер
830