сәскәк
тракторҙары, сәскес, урғыстары бар. Их, шулар Ихсанбай заманында булһа! Т. Ғарипова.
СӘСКЕС II (Р.: осот; И.: sow thistle; T.: eşekgevreği) и. бот. диал.
Йондоҙ сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ сүп үләне; билсән, һары билсән. □ Осот (лат. Sonchus). Сәскес утау. Баҫыуҙа уҫкән сәскес. Көслө тамырлы сәскес.
СӘСКӘ (Р.: цветок; И.: flower; T.: çiçek) и.
1. Үҫемлектең инәлектән һәм һеркәле матур таждан торған үрсеү ағзаһы. □ Цветок. / Цветочный. Ата сәскә. Инә сәскә. Ирен сәскә. Сатыр сәскә. Тыу сәскә. Муйыл сәскәһе. Сәскә аталандырыу. ■ Таштуғайҡай елле туғай икән, сәскәләре ҡойола ел менән. Халыҡ йырынан.
2. Ошондай үрсеү ағзаһы булған, эре, матур таж япраҡлы үҫемлек. □ Цветок. / Цветочный. Сәскә ултыртыу. Сәскә ту-тәле. Ҡыңғырау сәскә. Ынйы сәскәһе.
■ Тирмәм тора көмөш кеуек йылға ярында, хуш еҫле сәскәләр уҫә тирә-яғында. С. Юлаев. Ибраһимовтар .. тирә-яғы йәшел улән, куҙҙең яуын алып ултырған сәскәләр донъяһы булған ҡылы буйына туҡтанылар. Б. Рафиҡов. • Яҙҙың йәме сәскә менән, көҙҙөң йәме кәлтә менән. Әйтем. Матур сәскәгә ҡырау тиҙ тейә. Әйтем.
3. кусм. Нимәнеңдер нәфислегенә, матурлығына, ғүмерҙең йәш сағына ҡарата әйтелә. □ Цветок. / Цветочный. Сәскә саҡ.
■ Ҡайҙа, ҡайҙа барыһы ла ҡалды икән, ҡайҙа китте сәскә йылдарым? Н. Нәжми.
4. миф. Һауа торошон, ҡояш булмышын күрһәтеүсе үҫемлек. □ Цветок (мифологизированное растение, связанное с погодой, солнцем). Я Сәскә өҙһәң, көн боҙола. Һынамыш.
♦ Сәскә сак (йәки сәскә сағы) йәш һәм матур булған мәл. □ Молодость.
■ [Урманцев — ҡунаҡтарға:] Һеҙ уҙегеҙ теләгәнсә көлөгөҙ, уйнағыҙ. Һеҙҙең наҙлы сәскә сағығыҙ. С. Агиш.
СӘСКӘ АТАЛАНДЫРЫУ (сәскә аталандыр-) (Р: опылять; И.: pollinate; Т.: polenlemek) ҡ.
Үҫемлекте емеше булһын өсөн махсус йә тәбиғи ысул менән һеркәләндереү.
□ Опылять. Тәбиғи сәскә аталандырыу. Яһалма сәскә аталандырыу. Бал ҡорттарының сәскәне аталандырыуы.
СӘСКӘ АТЫУ (сәскә ат-) (Р.: цвести; И.: bloom; T.: çiçek açmak) ҡ.
1. Үҫемлек сәскәгә бөрөләнеп асылыу.
□ Цвести, расцвести. Сәскә ата башлау. Сәскә атып ултырыу. Башлап сәскә атыу.
■ Йукә сәскә атыуға, уның [Вәлимәнең] умарталары бөтәһе лә гөрләп осоп ултыра ине инде. Н. Мусин. [Ағас] бер нәмә һөйләй алмай, тик яҙҙарын сәскә ата ла көҙҙәрен сәтләуеген ергә ташлай. И. Абдуллин.
2. кусм. Үҫеш, матурлыҡ һәм башҡа сифаттың юғары кимәленә етеү. □ Цвести, процветать. Сәскә атҡан йәшлек. Әҙәбиәттең сәскә атыу ы. Республиканың сәскә атыу осоро. ■ Беҙҙә ун туғыҙынсы быуат, ғөмумән, мәғрифәтселек идеяларының сәскә атҡан осоро булды. Ә. Әһлиуллин.
СӘСКӘ АУЫРЫУЫ (Р: чахотка; И.: consumption; T.: verem) и. диал. ҡар. күкһәү II.
Үпкә сире. □ Чахотка. Сәскә ауырыуы менән ауырыу. Сәскә ауырыуы менән яфаланыу. Сәскә ауырыуынан әрем ҡайнатып эсеу шифалы.
СӘСКӘ БИЛ (Р: овод; И.: botfly; gad-fly; T.: cızsineği) и. диал. ҡар. рәшә.
Иткә һ. б. нәмәләргә йомортҡа һалып паразитлай торған эре күк себен. □ Овод (овечий) (лат. Oestridae). Сәскә бил ҡорто. Сәскә бил ҡурсағы.
СӘСКӘ БӨРӨҺӨ (Р: бутон; И.: flowerbud; T.: gonca) и.
Үҫемлектең сәскәгә төймәлгән өлөшө.
□ Бутон. Эре сәскә бөрөһө. Ваҡ ҡына сәскә бәрәһе. Асыла башлаған сәскә бөрөһө. Рауза гөлөнөң сәскә бөрөләре.
СӘСКӘК (сәскәге) (Р: жало; И.: stinger; T.: iğne (akrep vb.) и. диал.
1. ҡар. ҡаяу. Саға торған төрлө бөжәк, ҡорт, йылан, саяндың ағыулы сәнскесе.
□ Жало. Һағыҙаҡтың сәскәге. Саян сәскәге.
■ Бал ҡорто саҡһа, сәскәге тороп ҡала һәм уҙе улә. Экспедиция материалдарынан.
831