сәслән
2. кусм. Гүзәл, матур булыу. □ Цвести, процветать. Дуҫлыҡ сәскәләнә. К Бына бөгөн инде был урында сәскәләнә һәр көн туғанлыҡ. Ғ. Сәләм. Аллы-гөллө сәскәләргә сәскәләнә тормошҡайым. Таҡмаҡтан.
СӘСКӘЛӘҮ (сәскәлә-) (Р.: украшать цветами; И.: decorate with flowers; T: çiçekle süslemek) ҡ.
Сәскә менән биҙәү. □ Украшать цветами. Баш кейемен сәскәләу. Ҡайып сәскәләу. Биҙрәләрҙе сәскәләу. Балаҫты сәскәләу. Батмусты сәскәләу. Алъяпҡысты сәскәләу.
СӘСКӘСЕ (Р: цветовод; И.: florist; Т: çiçekçi) и.
1. Сәскә үҫтереү менән шөғөлләнгән кеше. □ Цветовод. Йәш сәскәсе. Сәскәсе булыу. Сәскәсе кәңәштәре.
2. Сәскә һатыусы. □ Цветочница. Сәскәсе булып эшләу. Сәскәсе эшләгән гөлләмәләр.
СӘСКӘСӘЙ (Р: шиповник; И.: dog rose; T: yabangülü) и. бот. диал. ҡар. гөлйемеш.
Рауза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған сәнскеле ҡыуаҡ үҫемлек һәм шул үҫемлектең емеше; әлморон. □ Шиповник (лат. Rosa). Сәскәсәй уҫентеһе. Сәскәсәй төнәтмәһе. Сәскәсәй майы. Сәскәсәй емеше. Сәс-кәсәй сәскәһе. Сәскәсәй ҡыуағы.
СӘСҠАП (сәсҡабы) (Р: накосник; И.: sort of female headgear; T: iki sıra para ile süslenen saç süsü) и. этн.
1. Сәс толомоноң өҫтөнән кейеү өсөн оҙон тар туҡыманан иң өҫкә сытра ҡуйып ике буй тәңкә баҫып, түбәнге осона сулпы тағып яһалған биҙәүес. □ Накосник (делается из узкой длинной цветной полоски ткани, на которую нашиваются монеты, а вниз — подвески (сулпы). Тәңкәле сәсҡап. Сәсҡап ҡушып уреу. Сәсҡап сулпылары сыцлауы. ■ Әсҡәпъямал, нурың арта сәсҡап менән, ынйы теҙгән кесерәк кенә ҡалпаҡ менән. Ш. Бабич. [Зарифйән бабай:] Был [Көнһылыу инәй], сейә төҫлө сатин кулдәген йылҡылдатып, сәсҡаптарын сылтыратып, юлымды тегеләй ҙә ҡыйып сыға, былай ҙа тызлап утә. М. Садиҡова.
2. миф. Сәсте ҡаплап, сит күҙҙән һаҡлап тороусы ҡатын-ҡыҙҙың башына кейә торған
биҙәүесе. □ Накосник (имеет обережную и отгонную силу). Аҡыҡлы сулпы тағылған сәсҡап. Сәсҡапҡа көмөш тәңкә тағыу. Сәсҡап — сәсте һәм ҡатын-ҡыҙҙы һаҡлаусы баш биҙәуесе.
СӘСҠЫРҒЫС (Р: власоед; И.: nit species, trichodectidae; T: kıl kesenler) и. зоол.
Мамыҡашарҙар ғаиләһенә ҡараған, малдың йөн төбөн ҡырып йонсота торған ҡанатһыҙ бөжәк. □ Власоед, шерстеед (лат. Trichodectidae). Сәсҡырғыс һеркәһе. Инә сәсҡырғыс. Сәсҡырғыстарҙың 200-ҙән ашыу төрө билдәле.
СӘС ҠЫҪТЫРҒЫС (Р: заколка; И.: hairpin; T.: toka) и.
1. Матур итеп биҙәлеп эшләнеп, сәсте йыйып эләктереп ҡуйыу өсөн тәғәйенләнгән нәмә. □ Заколка. Ҡашлы сәс ҡыҫтырғыс. Ҡауырһын сәс ҡыҫтырғыс. Тимер сәс ҡыҫтырғыс. Матур биҙәкле сәс ҡыҫтырғыс.
2. Тимер сыбыҡты бөгөп эшләнгән сәс ҡаптырғыс. □ Приколка. Сәс ҡыҫтырғыс менән сығып торған сәстәрҙе эләктереп ҡуйыу. Ҡара сәс ҡыҫтырғыс. Ялтыр сәс ҡыҫтырғыс.
СӘСЛЕ (Р: волосатый; И.: hairy; Т: saçlı) с.
Сәсе булған. □ Волосатый, имеющий волосы. Ҡара сәсле. Сал сәсле. Ҡыҫҡа сәсле. Оҙон сәсле. Сәсле булып тыуған бала. ■ Һап-Һары сәсле, зәңгәр куҙле мөһабәт егет ине Каратаев. Ә. Хәкимов.
СӘС Л ЕЛ ЕК (сәслелеге) (Р: волосатость; И.: pilosity; hairiness; T: tüylülük) и.
1. Үҙенсәлекле сәсле булыу. □ Волосатость. Йоҡа сәслелек. Ҡалын сәслелек.
2. Кәрәгенән тыш артығы менән сәсле булыу. □ Волосатость на теле. Артыҡ сәслелектән яфаланыу. Артыҡ сәслелекте дауалау ысулдары.
СӘСЛӘН (Р: волосатик; И.: hairworm; Т: kılımsı soluncanlar) и. диал. ҡар. ҡылйылан.
Һыуҙа йәшәй торған ҡыл һымаҡ нәҙек оҙон паразит селәүсен. □ Волосатик (лат. Nematomorpha). Сәслән бөгәрләнә-һырғалана йөҙә. Аҡ сәслән. Һоро сәслән. Сәсләндең оҙонлоғо.
833