Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 834 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СӘСМАУ
СӘСМАУ и. этн. ҡар. сәс бауы. Төрлө төҫтәге ат ялынан сәсмау уреу. ■ Сәсмауға тегелгән тәңкә. Ул — сәскә пәрҙә. «Башҡорт мифологияһы »нан.
СӘСМӘ I (Р.: россыпь; И.: placer; Т.: dağınık) и.
Бер урынға йыйылмаған, һибелеп торған, тарау. □ Россыпь. / Россыпной. Кварц сәсмәһе. Ҡара турмалин сәсмәһе.
СӘСМӘ II (Р: прозаический; И.: prosaic; T.: düzyazı) с.
Шиғыр тәртибенә килтерелмәгән, проза менән яҙылған. □ Прозаический. Сәсмә һуҙ. Сәсмә әҫәр. Сәсмә эпос. ■ һуҙ оҫталары — сәсәндәр иртәктең сәсмә өлөшөн әйтеп (һөйләп) бирер булған. К. Мәргән.
СӘСМӘ III (Р: сеянная конопля; И.: seed hemp; T.: kenevir) и. диал. ҡар. киндер.
Сәсеп үҫтергән тарма. □ Сеянная конопля. Сәсмә сәсеу. Сәсмә ебенән туҡыма. Сәсмә орлоғо. Сәсмә сәскәһе. Хәҙер сәсмә сәсеу тыйыла.
СӘСМӘ ЕБЕ (Р: нитка конопляная; И.: hemp thread; T.: kenevir lifi) и. диал. ҡар. киндер ебе.
Киндерҙән алынған сүс; тарма ебе. □ Нитка конопляная. Сәсмә ебе һыҙырыу. Сәсмә ебе әҙерләу. Сәсмә ебе менән туҡыу.
СӘСМӘ КҮТӘРЕҮ (Р: ритуальное участие пожилых женщин с пищей (масло, мёд, молоко) в коллективной помощи по обмазыванию глинобитного дома, сарая; И.: ritual participation of old women with food in collective work; T: bir tür gelenek) и. этн.
Яңы һыланған өйгә, һарайға һ. б. ҡот, муллыҡ, ә һылаусыларҙың аяҡ-ҡулы һыҙлауһыҙ булыуын теләп, оло быуын әбей-ҙәрҙең күстәнәс тотоп килеп ҡатнашыу йолаһы. □ Ритуальное участие пожилых женщин с гостинцами (масло, мёд, молоко) в коллективной помощи по обмазыванию глинобитного дома, сарая. Сәсмә кутэреу йолаһы. Оло инәйҙәрҙе сәсмә кутәреугә саҡырыу.
СӘСМӘҮ (Р: косоплётка; И.: bow of a plait; T.: saç örgüsü) и. этн.
1. Сәс толомона ҡушып үреү өсөн осона аҡыҡ төймә, тәңкә, суҡ тағып яһалған бау. □ Косоплётка. Сәсте сәсмәу менән уреу. Сәсмәу тағыу. Көмөш тәңкәле сәсмәу.
■ Әсәң дә бушамай, исмаһам, сәсмәу яһап бирер ине. Һ. Дәүләтшина. [Айымдың] толомдарына ҡуша ургән сәсмәу тәңкәләре сыңланы. Ғ. Ибраһимов.
2. Мәрйен теҙелгән алты-ете буй ептән остары суҡлап яһалған, толом төбөнә беркетеп, сәс өҫтөнән һалына торған биҙәүес. □ Накосник (делается из узкой длинной цветной полоски материи, на которую нашиваются монеты, а вниз — сулпы). Сәсмәу тағыу. Аҡыҡ мәрйенле сәсмәу. Өләсәйем сәсмәуе. ■ Кук атта — сәсмәуе өҫтөнән эре сағыу биҙәкле яулыҡ ябынып, зәңгәрһыу еләненең уҡалары ялт-йолт килгәне — Һырбикә. Н. Мусин. [Ҡыҙ] йәшел камзулы өҫтөнән һаҡал, ҡашмауҙарын һалып алған, буреге аҫтынан сыҡҡан ҡалын толомдарҙы оҙон сәсмәу менән ҡаплаған. Ғ. Хисамов.
СӘСМӘҮБАШ (Р: просвирник; И.: mallow; T.: ebegümeci) и. диал. ҡар. бесәй борсағы.
Күкһел көрән йәки алһыу төҫтәге эре сәскәле, бейек һабаҡлы дарыу үләне; гөлнәфис, тырнаҡ үләне. □ Просвирник, мальва. / Мальвовый (лат. Malca). Сәсмәубаш сәскәһе. Сәсмәубаш орлоғо.
СӘСМӘҮЛӘҮ (сәсмәүлә-) (Р: заплетать с накосником; И.: braid with a bow of plait; T.: saç örgüsüyle örmek) ҡ.
Сәсмәү менән үреү. □ Заплетать с накосником. Сәсмәуләп ҡуйыу. Ҡаты итеп сәсмәуләу. Бушаҡ ҡына итеп сәсмәуләу.
■ Ебәк сәскәйең сәсмәуләп, өстән ургәнһең икән. Н. Иҙелбай.
СӘСМӘҮ ЯЛЫ и. диал. ҡар. сәсә V. Сәсмәу ялын тарау. Сәсмәу ялын ҡыҫҡартыу.
СӘСМӘ ӘҪӘР (Р: проза; И.: prose; Т.: nesir) и.
Көйгә, үлсәмгә һалмай яҙылған, шиғри булмаған әҙәби әҫәр. □ Проза./ Прозаический. Сәсмә әҫәр оҫтаһы. Сәсмә әҫәр яҙыусы.
834