Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 835 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СӘСРӘҮ
СӘСРӘҢЛӘҮ (сәсрәңлә-) (Р.: раздражаться; И.: lose one’s temper; T.: öfkelenmek) ҡ.
Бик ныҡ ярһыу. □ Раздражаться, распаляться. Сәсрәцләй башланы. Үтә ныҡ сәсрәңләй. Ярһып-ярһып сәсрәнләй. ■ Нәзифә, ҡайһы бер бисәләр шикелле, сәсрәңләп бармай. Н. Мусин.
СӘСРӘТЕҮ (сәсрәт-) (Р.: брызгать; И.: splash; splatter; T.: saçmak) ҡ.
1. Көс менән ситкә һирпеү, атылдырыу (шыйыҡлыҡты). □ Брызгать, разбрызгивать, плескать. // Брызгание, разбрызгивание. Бысраҡ сәсрәтеү. Һыу сәсрәтеү. Күк ат күбектәрен сәсрәтеп саба. Фонтан тирә-яҡты дымландырып һыу сәсрәтә.
2. һөйл. Бөртөк-бөртөк, киҫәк-киҫәк көйө тирә-яҡҡа осороу, һибелтеү (бөртөклө нәмәне). □ Рассыпать. Борсаҡ сәсрәтеү. Өйрәктәр емдәрен сәсрәтеп ашай. Тоҡ ауыҙы асылып, бойҙайын тирә-яҡҡа сәсрәтте.
3. күсм. Юҡ итеү, үлтереү; дөмөктөрөү. □ Разбивать, уничтожать. Һалдаттарҙы сәсрәтеү. Йыға һуғып сәсрәтеү. Дошман са-молётын сәсрәтеү.
4. күсм. Хәл ҡылымдың -ә, -п формаһында «бик ныҡ, ҡаты итеп; ярһып» мәғәнәһен аңлата. □ Очень разъярённо. Сәсрәтеп яманлау. Сәсрәтеп һөйләп бирҙе. Сәсрәтә бәреп төшөрҙө. ■ Фәниә сәсрәтә баҫып сығып китте. Н. Мусин.
♦ Сәсрәтеп әйтеү бик ҡаты итеп тураһын әйтеү. □ Сказать правду в глаза. Н [Бабай:] Бик һәйбәт егет беҙҙең начальник. .. Әйтер ерендә сәсрәткәнсе әйтә. Маҡтарлыҡ ерендә маҡтап та ебәрә, аралаш. Ж. Кейекбаев. Баһау .. дөрөҫлөктө сәсрәтеп әйтте. Яр. Вәлиев. Ут сәсрәтеү 1) күҙ алдында осҡон уйнатыу, ут күрһәтеү. □ Искриться. ■ Сергейҙың күҙенән ут сәсрәтеп, мейеһен ялҡын ярып үтте. А. Абдуллин; 2) уҫаллыҡ күрһәтеү. □ Злодействовать, совершать зло. Тирә-яҡҡа ут сәсрәтеп йөрөй; 3) көс, дәрт менән, үтә ҡыҙыу, бик яҡшы. □ Горячо, пламенно, энергично. Баҫҡан ерендә ут сәсрәтеп тора. ■ Ныҡ баҫ, дуҫым, ергә, һығылта баҫ, ут сәсрәтеп атлар заманы. Р. Назаров.
СӘСРӘТМӘ (Р: детская игра; И.: bobcherry; T.: çocuk oyunu) и.
Балалар уйыны (әйтемләп көтөүсе билдәләнә; бер башы ҡалҡытып ҡуйылған таҡтаның түбәнге осона бер тигеҙ оҙонлоҡтағы бер нисә (20—30) сыбыҡ һанап һалына; берәү таҡтаның башына ҡапыл баҫып сыбыҡтарҙы тарата, һәм көтөүсе ошо сыбыҡтарҙы һанап йыйған арала, уйынсылар тирә-яҡҡа йәшенеп бөтөргә тейеш була, көтөүсе уларҙы эҙләп, күргән береһенең исемен ҡысҡыра бара; шул ваҡыт исеме әле ҡысҡырылмаған берәү йүгереп килеп, таҡтаны тағы тибеп китергә мөмкин, ул саҡта табылған кешеләр кире йәшенә, уйын ҡабаттан башлана, әгәр көтөүсе бөтәһен дә табып өлгөрһә, иң тәүҙә табылған кеше көтөүсе була). □ Детская игра. Сәсрәтмә уйынында ҡатнашыу. Сәсрәтмә уйынының ҡағиҙәләре. Сәсрәтмә уйынында көтөүсе булыу. Сәсрәтмә уйнап йөрөү.
СӘСРӘҮ I (сәсрә-) (Р: брызгать; И.: splash; T.: serpmek) ҡ.
1. Ситкә һирпелеү, көс менән атылыу (шыйыҡлыҡҡа ҡарата). □ Брызгать. Ауыҙынан төкөрөгө сәсрәү. Ат өҫтөнән аҡ күбек сәсрәү. Крандан һыу сәсрәп тороу. Табала сәсрәп май ҡайнау. Н Мәҙинә тороп ултырырға итте — күкрәге ирек бирмәне, йүткергәйне — тамағынан ҡан сәсрәне. Т. Ғарипова. Яңы ғына шторм булып үткән, ярға ябырылыусы тулҡын остарынан әле лә аҡ күбектәр сәсрәй. Б. Рафиҡов.
2. һирпелеп нимәгәлер килеп тейеү. □ Брызгать. Ҡулға ҡайнар май сәсрәү. Биткә һыу сәсрәү. Күлдәккә бысраҡ сәсрәү. ■ Хәтирәнең битенә һалҡын тамсылар сәсрәне. Ф. Иҫәнғолов. Уның [Сатаевтың] маңлайына әллә ҡыҙыу ишеүҙән тир бәреп сыҡҡан, әллә һыу сәсрәгән, оҙон сәсе еүеш битенә һылашҡан. Н. Мусин.
3. Бөртөк-бөртөк, киҫәк-киҫәк хәлендә тирә-яҡҡа осоу, һибелеү (бөртөклө нәмәгә ҡарата). □ Рассыпаться. Ярма сәсрәп китеү. Тирә-яҡҡа сәсрәп тороу. Ярсыҡтар бу
835