Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 836 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СӘСРӘҮ
лып сәсрәү. ■ Боҙ сатҡылары, ҡыуанышып, тирә-яҡҡа сәсрәне. 3. Биишева.
4. Ҡапыл ысҡынып, хәрәкәт көсө менән ситкә алып ташланыу. □ Разлететься, разлетаться. ■ Кырандас түңкәрелеп китте. Ҡотлобай менән офицер икеһе ике яҡҡа сәсрәп барып төштө. һ. Дәүләтшина.
5. күсм. Бик көслө булып урғылыу, тышҡа сығыу (уй-тойғоға, хискә ҡарата).
□ Извергаться, валить, выбрасываться, выходить изнутри. Тойғоларҙың урғылып сәсрәп тороуы. ■ Дәрт сәсрәй көслө күҙҙәренән, һүҙ сәсрәй үткер теленән. Ғ. Мәс-ғүт. Хис сәсрәр, осҡондар шикелле, күккәсә. Р. Назаров.
6. күсм. Хәл ҡылымдың -п формаһында килеп, бик етеҙ, ҡыҙыу хәрәкәт иткәнде белдерә; атылып. □ Очень энергично, быстро. Сәсрәп барып инеү. Сәсрәп килеп етеү. Сәсрәп сығып китеү. Сәсрәп тороу. ■ Эльвира, йылғыр кейек кеүек, сәсрәп йөрөй. Ф. Иҫәнғолов.
7. Ныҡ ярһығанды белдерә. □ Разъяриться; бушевать, неистовствовать. Ҡапыл сәсрәне лә китте. ■ Ҡобора уның [иренең] өҫтөнә ауған да сәсрәп-сәсрәп илай ине. Б. Бикбай.
8. күсм. Юҡҡа сығыу; дөмөгөү, үлеү.
□ Издыхать, подыхать, сдыхать, околевать. // Издыхание. Кеше талап йәшәп, сәсрәү. Уйламағанда сәсрәү.
♦ Сәсрәгер {йәки сәсрәп киткере) әрләгәндә әйтелә. □ Пропади (ты) пропадом! ■ [Хәсби:] Сәсрәгер, фермаһы фермамы ни! Ш. Насыров. Сәсрәп ауырыу бик ҡаты ауырыу. □ Тяжело болеть. Иртәгеһенә сәсрәп ауырып китеү. Сәсрәп тороу бик үткер, сая булып, ярһып тороу.
□ Быть очень бойким, смелым, решительным. Сәсрәп торған ҡатын. Сәсрәп тора торғайны. Ут {йәки осҡон) сәсрәү 1) ут сәсрәгән һымаҡ булыу; ут күренеү.
□ Искриться. ■ Ҡыҙҙар һылыу ине. һеләүһен ҡыйыуырағының ут сәсрәп торған күҙҙәренән күҙ айырмай текләп ҡалды. Ғ. Ибраһимов. Ҡолсобайҙың .. күҙенән осҡондар сәсрәне. Т. Хәйбуллин;
2) көслө, дәртле, теремек, үтә ҡыҙыу, үткер булыу, янып тороу. □ Быть энергичным, бойким. Бейеүендә ут сәсрәй. Баҫҡан ерендә ут сәсрәй. Баҫҡан еренән осҡон сәсрәй. Торған ерендә ут сәсрәп тора. ■ Күп тә үтмәне, ағастар араһынан ныҡса кәүҙәле, күҙҙәренән ут сәсрәп торған бер тотҡон килеп сыҡты. Ғ. Ибраһимов.
СӘСРӘҮ II (Р.: хлестящий; И.: splashing; driving rain; T: serpilmiş) c.
1. Ситкә һирпелгән, көс менән атылған (ут йә шыйыҡлыҡҡа ҡарата). □ Хлестящий. / Косохлёст. Сәсрәү ямғыр. Сәсрәү тамсылар. ■ Хас сәсрәү ялҡын инде ул [Хөрмәт]! Р. Назаров.
2. күсм. Ҡыҙыу, тиҙ тоҡанып барған (кеше холҡона ҡарата). □ Вспыльчивый. Сәсрәү ир. Сәсрәү бисә. Сәсрәү холоҡло булыу.
СӘСРӘШЕҮ (сәсрәш ) ҡ. урт. ҡар. сәсрәү, взаимн. от сәсрәү. Тәнгә сабыртҡы сәсрәшеп сығыу. Тирә-яҡҡа сәсрәшеп һибелеү. Бер-бер артлы сәсрәшеү.
СӘС СИХЫРЫ (Р: порча с помощью волос; И.: hair hex; T: saç büyüsü) и. миф.
Сәс ярҙамында кешегә һалынған йә ебәрелгән боҙом. □ Порча с помощью волос. Сәс сихырына ҡаршы им-том. Сәс сихырын һалыу. Сәс сихырынан ҡотолоу әпсене.
СӘС ТАМЫР (Р: мочковатый корень; И.: fibrous root; T: lifli kök) и. бот.
Үҫемлектең сәс һымаҡ нәҙек кенә суҡ тамыры. □ Мочковатый корень. Зәғәфүрәндең тамыры — сәс тамыр. Үҫемлектәрҙең тамырҙарын сәс тамыр һәм үҙәк тамыр төрҙәренә бүлеп йөрөтәләр.
СӘС ТАМЫРЛЫ (Р: с мочковатой корневой системой; И.: having a fibrous root; T: lifli köklü) с. бот.
Сәс һымаҡ нәҙек кенә суҡ тамырлы булған. □ С мочковатой корневой системой. Үҫемлектәрҙең сәс тамырлыһы.
СӘС ТАМЫРЫ (Р: волосяная луковица; И.: hair bulb; T: kıl folikülü) и.
Сәстең тире аҫтындағы еңсәле тамыры. □ Волосяная луковица. Сәс тамырын туҡландырыу. Сәсте тамырынан йолҡоу.
836