СӘС ҺАЛЫУ
СӘСТАРАШ (Р.: парикмахерская; И.: hairdressing saloon; T.: kuaför) и. ҡар. бөҙрә-хана.
Сәс алған, сәс төҙәткән урын. □ Парикмахерская. Сәстарашҡа инеу. Сәстараш бинаһы. Сәстарашҡа йөрөу. Курше йорттағы сәстараш.
СӘСТЕРЕҮ I (сәстер-) ҡ. йөкм. ҡар. сәсеү 1. понуд. от сәсеү 1. Иген сәсте -реу. Тары сәстереу. Борсаҡ сәстергән. Арпа сәстереп сығыу. Сәстерә башлау. Һәр нәмәне уҙ ваҡытында сәстерергә кәрәк. И Башҡорттарҙан хәҙер тау-таш ҡаҙ-ҙырталар, турәләргә бушлай ер һөрҙөртәләр, иген сәстертәләр, иген иктертәләр, ваҡ-төйәк хужалыҡ эштәрен эшләргә ҡушалар. Я. Хамматов.
СӘСТЕРЕҮ II (сәстер ) (Р: расходовать безрассудно; И.: expend; T.: düşünmeden harcamak) ҡ.
Әрәмгә, бушҡа ебәреп юҡ итеү; тәләф итеү; туҙҙырыу. □ Расходовать безрассудно, тратить. Аҡса сәстереп йөрөй. Донъяһын сәстереп бөтөрҙө. Йыйған малын әләф-тәләф итеп сәстерҙе. • Үлем ҡаты: барҙың малын сәстерер, юҡтың артын астырыр. Мәҡәл.
СӘСТЕҮЛӘН (Р: ковыль; И.: mat-grass; T.: sorguç otu) и. диал. ҡар. ҡылған.
Ялбыр сал башлы ҡыяҡ үлән. □ Ковыль (лат. Stipd). Дала сәстеуләне. Тау сәстеуләне. Йылҡы өйөрөн сәстеуләндә йөрө-төу.
СӘС ТОЛОМО (Р: коса; И.: plait; Т.: örgü) и.
Йыйып, ишеп йә үреп төшөрөлгән оҙон сәс. □ Коса. Ҡалын сәс толомо. Йоҡа сәс толомо. Сәс толомон киҫтереу. Сәс толомо ҡушып уреу. ■ Шишмәләй оҙон ҡара сәс толомон кукрәгенә төшөргән туп-туңәрәк битле бер ҡыҙыҡай минең ҡаршыма килеп баҫты. И. Абдуллин.
СӘС ТӨБӨ (Р: корень волос; И.: hairroot; T.: kıl kökü) и.
Сәстең баш тиреһе өҫтөндәге өлөшө. □ Корень волос. Сәс төбөн яңыртып буяу. Сәс төбө ағарып куренеу. Сәс төбө ҡа
уаҡланыу. ■ Уның [Сергейҙың] сәс төптәре семерләп китте. А. Абдуллин.
СӘСТӘҢКӘ (Р: накосник, расшитый серебряными или золотыми монетами; И.: embroidered headgear with silver and gold coins; T.: altın ve gümüş para ile süslü saç örgüsü) и. этн.
1. Тәңкә баҫылған, сулпылы сәсүргес.
□ Накосник, расшитый серебряными или золотыми монетами. Көмөш сәстәңкә. Сәстәңкәһе сыңлап ҡуя. М [Ҡыҙ] йыуан толомдары өҫтөнән өсәр ҡат тәңкә теҙелгән сәстәңкә таҡҡан. Һ. Дәүләтшина.
2. миф. ҡар. сәсҡап 2. Сәстәңкә кейеу. Сәстәңкә ҡатын-ҡыҙҙың башын һәм арҡа уҙәген яман көстәрҙән һаҡлай.
СӘСҮРГЕС (Р: косоплётка; И.: ribbon; bow of a plait; T.: kurdele, toka) и. этн.
Сәс толомона ҡуша үреп, остан төйнәп ҡуя торған бау йә таҫма. □ Косоплётка, лента. Йукә сәсургес. Ҡара бәрхәт сәсургес. Оҙон сәсургес. ■ Сабираның сәсургесе йәшел таҫманан булып, һәр осона көмөш тәңкәләр тағылған сулпыларҙан тора. Ғ. Хәйри.
СӘСҮРМЕС и. этн. ҡар. сәсүргес. Сәс-урмес менән уреу. Ебәк сәсурмес. Я Сө-нәғәттең еңгәһе ҡыҫҡа сәсурмес осондағы ҡуш тәңкәләрҙе сыңлатып, ҡабаланмай ғына етеле шәмде ҡабыҙҙы. С. Шәрипов. Ҡыҙҙың сәсурмесе осона көмөш тәңкәләр тағылған, ти. Әкиәттән.
СӘС ҮРМЕСЕ и. этн. ҡар. сәсүргес. Ебәк сәс урмесе. Йөн сәс урмесе. Тәңкәле сәс урмесе.
СӘС-ҺАҠАЛ (Р: растительность (на лице)', И.: hair and beard; T.: saç ve sakal) u. йыйн.
Сәс һәм һаҡал. □ Растительность (на лице). Сәс-Һаҡал баҫҡан. Сәс-Һаҡалы еткән. Сәс-Һаҡалы уҫеп бөткән. Сәс-Һаҡалын ҡырҙырған.
СӘС ҺАЛЫУ (Р: приворот с помощью волос; И.: hair charm; T.: saç yardımıyla büyü) и. миф.
Кешене ҡаратып алыу, әүрәтеү сихыры.
□ Приворот с помощью волос. Сәс һалыу менән булыша. Сәс һалыу менән әурәткән.
837