сәсә
СӘСӘ I (Р.: щётка или волосы за копытом лошади; И.: fetlock; T.: at toynağının altındaki uzun kıl) и.
Йылҡы малының бәкәлсәйендәге оҙон йөн. □ Щётка или волосы за копытом лошади. ■ [Ерәнсәй] нуҡта теҙгене аша баҫҡан да алғы аяғының сәсәһенән эләктереп алған. С. Агиш. • Матур сәсә — тайҙыҡы, матур бисә — байҙыҡы. Әйтем.
СӘСӘ II (Р.: рогатина; И.: bear spear; T.: mızrak) и.
һунар иткәндә, айыу тиҙ генә өңөнән килеп сыға алмаһын өсөн, өң ауыҙына тыға торған ботаҡлы-ботаҡлы ағас. □ Рогатина (для охоты на медведя). Сәсә ҡырҡыу. Өң алдына сәсә һалыу. Айыу сәсәгә килеп эләкте. М «Айыу бында! — тинем мин. — Хәҙер сәсә ҡырҡып алам да, сәсә һалырбыҙ, айыу ҙур бит, бәлки, бер атыуҙа ултереп тә булмаҫ». М. Сәғитов.
СӘСӘ III (Р: попарно поставленные снопы; И.: pair-wise sheaves; T.: çift ekin demeti) u.
Ҡушар-ҡушар итеп ҡыуышлап, өҫтөнә береһен ҡыйыҡлап ултыртылған кәлтә өйөмө. □ Попарно поставленные снопы (третий ставится сверху колосьями вниз). Рәт-рәт теҙелгән сәсәләр. Сәсә итеп ултыртып сығыу. ■ Беҙ Йәмилә менән 800-әр колтә бәйләп ташлағанбыҙ. Сәсәгә лә уҙебеҙ ултырта барабыҙ. К. Кинйәбулатова.
СӘСӘ IV и. диал. ҡар. сәсәтмә. Сәсә ауырыуы. Сәсәнән бурһыҡ майы эсереу. Сәсәнән сәсәп йуткереу.
СӘСӘ V (Р.: чёлка; И.: forelock; T: perçem) и.
Йылҡы малының кикеле, маңлай сәсе. □ Чёлка (у лошади). Менге аттың сәсәһенән һыйпау. Еген аттың сәсәһен ҡырҡыу. Ерәнсәйҙең сәсәһен тарау.
СӘСӘКI (сәсәге) (Р.: оспа; И.: small-pox; T.: çiçek hastalığı) и.
1. мед. Температура күтәрелеп ауы-рытҡандан һуң, тәнгә эренле сабыртҡы сығара, шаҙра итә торған бик ҡаты йоғошло ауырыу. □ Оспа. / Оспенный. Ҡара сәсәҡ. Сәсәк ауырыуы. Сәсәк сығыу. Һыу сәсәге.
Сәсәк вирусы. Сәсәк менән ауырыу. Сәсәктән шаҙра булып ҡалыу. М Ырыҫбикә инәй атайымдың нисек сәсәк менән ауырығанын, нисек улә-улә тип төңөлөп бөткән ерҙән иҫән ҡалғанын әкиәт һымаҡ итеп һөйләй. Ш. Янбаев.
2. миф. Сәсәк эйәһе. □ Оспа (дух оспы).
■ Сәсәк ауырыуын сәсәк инәһе ебәрә икән. «Башҡорт мифологияһы»нан.
СӘСӘК II (сәсәге) (Р.: бахрома; И.: fringe; T.: saçak) и.
1. Кейем, ҡаралдының сите буйлатып эшләнгән суҡ. □ Бахрома, кисть. Сәсәк яһау. Сәсәк суҡтар. Ебәк сәсәктәр. Сәсәк тағыу.
■ Өйҙөң ҡап урта өлөшөндәге урҙала ҡатын-ҡыҙҙар кулдәге, уҡалы елән, тушел-дерек, тәркәмә-һырға, һаҡал, яға, ҡашмау, кәләбаш, тәңкәле таҡыя, уҡа, сәсәк кеуек төрлө-төрлө нәмәләр эленеуле. Я. Хамматов. Алтын еп менән тегәбеҙ ал байраҡтың сәсәген. Халыҡ йырынан.
2. миф. Кешене ҡара һәм кире көстәрҙән һаҡлаусы биҙәк, суҡ. □ Бахрома, кисть (украшение, выполняющее обереж-ную функцию). Беләккә сәсәк бәйләу. Сәсәкле бау менән тарттырыу. Иҙеугә ҡыҙыл сәсәк тегеу. Ағасҡа сәсәк бәйләу. £ Киленгә куҙ теймәһен тип сәсәкле шәл ябалар ине. «Башҡорт мифологияһы»нан.
СӘСӘК III (сәсәге) (Р.: адонис весенний; И.: pheasant’s eye, adonis; T.: kanavcı otu) u. диал.
1. ҡар. умырзая. Лютиктар ғаиләһенә ҡараған иртә яҙ сәскә ата торған тетмәкәй япраҡлы, эре сәскәле үлән. □ Адонис весенний, горицвет (лат. Adonis cemalis). Яҙғы сәсәк. Сәсәк куренә башлау. Бал ҡорттары сәсәктең һеркәһен яратып йыя.
2. ҡар. сәскә. Сәсәк өҙөу. Сәсәк уҫтереу. Сәсәк сәсеу. Сәсәк сигеу.
СӘСӘК АНАҺЫ и. миф. ҡар. сәсәк инәһе. М Сәсәк анаһы тип сәсәктән һуң сыҡҡан шешекте әйтәләр. «Башҡорт мифологияһы » нан.
СӘСӘК АТАҺЫ и. миф. ҡар. сәсәк инәһе. Сәсәк атаһынан ҡотолоу әпсене. Сәсәк атаһын ҡыуыу.
838