сәсән
булыр. Әйтем. Сәсән барҙа телең тый, оҫта барҙа ҡулың тый. Әйтем.
2. Аҡылға бай, тапҡыр һүҙле зирәк кеше. □ Сәсән (мастер слова, оратор). Сәсән кеше. Сәсән булыу. Сәсәндең дә сәсәне. Телгә сәсән. К Батырмын тип кем әйтмәй — яу килгәндә йуне юҡ, сәсәнмен тип кем әйтмәй — дау килгәндә өнө юҡ! С. Юлаев. • Батыр егет -яу курке, сәсән егет — дау курке. Әйтем.
3. миф. Юғары донъя рухтары менән бәйләнгән мифлаштырылған персонаж. □ Сәсән (мифологизированный персонаж). Сәсән тылсымы.
СӘСӘН II (Р.: горячий; И.: hot-tempered; T.: sıcak kanlı) с. диал.
Ашҡынып торған, ҡуҙғыусан, дәртле, ярһыу. □ Горячий, пылкий. Сәсән кеше. Сәсән егет. Сәсән аттар егеп йөрөу.
СӘСӘНЛЕК (сәсәнлеге) (Р: словесное мастерство; И.: power of improvisation; T: sesenlik) u.
1. Һүҙгә оҫталыҡ, һүҙгә маһирлыҡ, тел йәһәтенән зирәк булыу. □ Мастерство, острота слова. Сәсәнлек һәләте. Сәсәнлектә ал бирмәу. ■ Сәсәнлектең, ҡафиәле һуҙҙең ҡәҙерен белеусе Ҡуштирәк халҡы, эркелешеп, шағирҙар менән осрашыуға килгән. Ә. Хәкимов. Йылҡыбай, башҡорттоң бөтә сәсәнлеген егеп, уҙҙәренең ни өсөн килеуҙәрен һөйләп бирергә әҙерләнә. «Алдар менән Зөһрә». • Сәсәнлектән ни файҙа, аҙағында һуҙе булмаһа. Әйтем.
2. Сәсән ижады. □ Импровизаторство, занятие или искусство сказителя. Сәсәнлек мәктәбе. Сәсәнлек оҫталығы. Н Элекке башҡорт йәмғиәтендә .. сәсәнлек бик ныҡ уҫкән булған. Ж. Кейекбаев. Мөхәмәтша Буранғолов бигерәк тә сәсәнлектә, халыҡ ижады ҡомартҡыларын халыҡҡа кире ҡайтарыуҙа уҙе бер маһир, уҙенсәлекле талант ине. Картотека фондынан. Сәсәнлектә дан алған сәсәне куп Уралтау. Ҡобайырҙан.
СӘСӘНЛӘНЕҮ (сәсәнлән-) (Р: стать мастером слова; И.: become a word-painter; T.: söz ustası olmak) ҡ.
1. Телгә оҫтарыу, аралашыуға зирәк-ләнеп, теле шымарыу; һүҙ оҫтаһы булыу.
□ Стать мастером слова. Кеше араһында йөрөп сәсәнләнеп алды. Н Әллә ниңә шунда тел асылып, сәсәнләнеп киттем һөйләргә. Ғ. Амантай.
2. Төртмә, әсе телле булыу. □ Стать острым на язык. Сәсәнләнеп ҡуйыу. Сәсәнләнә башлау. Сәсәнләнеп тороу. Сәсәнләнеп алыу.
СӘСӘН Л ӘҮ (сәсәнлә-) ҡ. диал. ҡар. сыпранлау. Сәсәнләй башлау. Сәсәнләп тороу. Сәсәнләп йөрөу. Бушҡа сәсәнләу. Сәбәпһеҙ сәсәнләу.
СӘСӘТЕҮ (сәсәт-) (Р: заставить поперхнуться; И.: make choke; T: öksürtmek) ҡ.
1. Тын юлына тәьҫир итеп йүткертеү, тынды быуыу, тын алдырмау. □ Заставить поперхнуться. Сәсәтеп ҡуйыу. Төтөнгә сәсәтеу. Һыуға сәсәтеу.
2. кусм. Туҡтатыу, ҡеүәтһеҙләндереү.
□ Остановить. Н Билгә етмәһә лә, Таш-уҙәк әллә нисәмә кешене сәсәткәндер әле. С. Шәрипов.
СӘСӘТМӘ (Р: коклюш; И.: whooping cough; T: boğmaca) и. мед.
Быуылта-быуылта йүткерткән йоғошло балалар ауырыуы. □ Коклюш, астматический кашель. Сәсәтмәнән вакцина. Сәсәтмә менән ауырыу. Сәсәтмәгә ҡаршы прививка яһатыу.
СӘСӘҮ I (сәс-) (Р: закашляться; И.: cough for a long time; T: öksürmek) ҡ.
1. Тын юлына нимәлер тәьҫир иткәндән, тын ала алмай быуылып-быуылып йүткереү.
□ Закашляться; долго, мучительно кашлять; поперхнуться чем. Оҙаҡ сәсәу. Ауыр сәсәу. Сәйгә сәсәу. Төкөрөккә сәсәу. Төтөнгә сәсәу. М Бер йәш һылыу ҡанға сәсәп ауҙы. М. Кәрим.
2. Тын етмәгән йәки тын юлы тығылғандан быуылыу (физик яҡтан көсөргәнеш кисереп). □ Кашлять, поперхнуться чем. Сәсәгән ат. Сәсәп ауыу. Тын етмәй сәсәу. ■ Трофимовтың төҫө уҙгәрҙе, тын алышы ҡыҫылды, сәсәй башланы. Я. Хамматов. Әлеукәй менән атаһының аты бер-бер артлы сәсәп йығылып тора, уҙҙәре икенселә-ренә, өсөнсөләренә алмашлап менеп, һаман сабалар ҙа сабалар икән, ти. Әкиәттән.
840