Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 841 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СӘТЕХ
3. кусм. Ҡеүәтһеҙләнеп хәрәкәттән туҡтау. □ Остановиться, переставать делать что-л. ■ Тик һөжумдәр бөтәһе лә сәсәне. Ғ. Әмири. Сәсәй урман, ҡайын ҡара яна. Төҫө ҡаса сылтыр шишмәнең. Ф. Күзбәков.
4. кусм. Ни эшләргә белмәй туҙыныу, тыныслығын юғалтыу, тынысһыҙланыу; сәбәләнеү. □ Суетиться, проявляя нетерпение. Ауырлыҡҡа сәсәу. Юҡҡа сәсәп йөрөу. Асыуҙан сәсәп йөрөй. Нишләргә белмәй сәсәп ултыра. Юҡтан ғына ла сәсәй башлау. Н [Юлдыбикә:] Ул Сурағолдоң ыры-уы-тамыры менән йолҡош булыуына минең ни шойҡаным бар, — тип сәсәп ултыра. Т. Хәйбуллин.
СӘСӘҮ II (Р.: редкий; И.: rare; T.: seyrek) с. диал.
Бер-береһенән алыҫ, аралары йыраҡ булған; тарҡау, һирәк, тарау булған.
□ Редкий, негустой. Сәсәу балан. Сәсәу урман. Сәсәу ағаслыҡ. Бигерәк сәсәу тәлгәш. ■ Ҡарағайҙың сәсәу ылыҫтары араһынан тимер юл станцияһы куренә. Ж. Кейекбаев.
СӘСӘҮ III и. диал. ҡар. сәсә һөйәге. Йылҡы малының сәсәуе. Айғыр сәсәуен ҡаймыҡтырып ҡайтҡан, алғы уң тояғына баҫа алмай.
СӘСӘ ҺӨЙӘГЕ (Р: альчик; И.: pastern mandrel; T.: bukağılık) и. диал. ҡар. йәкәл.
Малдың бәкәл быуынындағы ваҡ-ваҡ тупар һөйәк; ашыҡ, бәкәлсәй, баҡай.
□ Альчик, бабка, путовая кость, щиколотка (надкопытный сустав). Сәсә һөйәген имгәтеу. Сәсә һөйәген ҡаймыҡтырыу. Сәсә һөйәге эргәһе.
СӘС-ЯЛ и. йыйн. ҡар. сәс I, 1. ■ [Дежур сестра] уның [Тимурҙың] яурындарына һалынып төшкән ялбыр сәс-ялдарын иғтибарлап барланы. Й. Солтанов. Сибәркәйенең әлеге алтындай йылҡ-йылҡ килеп торған сәс-ялдары Абдулланың куҙ алдынан китмәне. С. Поварисов.
СӘС ЯРЫУЫ (Р: вихры на макушке; И.: whorl; T.: tepe saçı) и. диал. ҡар. урай.
Түбәләге сәстең йәки малдың маңлайындағы йөндөң өйрөлөп үҫкән ере. □ Вих
ры на макушке. Сәс ярыуы тирәләй сәсе. Сәс ярыуы тапҡыры.
СӘТ БАРМАҠ (бармағы) и. диал. ҡар. сыңғарсай бармаҡ. Сәт бармағына элеп алған. Сәт бармағын һындырған.
СӘТЕЛДӘҮ (сәтелдә-) ҡ. ҡар. сатылдау. Сәтелдәп тороу. Сәтелдәй башлау. Сәтелдәп сыға. Өҙлөкһөҙ сәтелдәу.
СӘТЕРҘӘК с. диал. ҡар. сәтерләк.
Сәтерҙәк ҡатын. Сәтерҙәк ҡыҙ.
СӘТЕРЙӘН и. ҡар. сәпсәү. Сәтерйән себештәре. Сәтерйән ояһы. Сәтерйән йомортҡалары.
СӘТЕРЛӘК (Р: трещотка; И.: tattler; Т: boşboğaz) с. һөйл.
Күп һөйләүсән (ғәҙәттә, сағыу тауышлы ҡатын-ҡыҙға ҡарата әйтелә).
□ Трещотка, тараторка. Сәтерләк бисә. Сәтерләк ҡыҙ. ■ [Мәстурә:] Йышыраҡ килегеҙ, был сәтерләк бисә куп һөйләй икән тип ҡурҡмағыҙ. Ғ. Вәлиев.
СӘТЕРЛӘҮ (сәтерлә-) (Р: тараторить;
И.: chatter; T: makara gibi konuşmak) ҡ. һөйл.
Һис туҡтауһыҙ һөйләү (ғәҙәттә, сағыу тауышлы ҡатын-ҡыҙға ҡарата әйтелә).
□ Тараторить, трещать (о женщине). Сәтерләп тороу. Туҡтауһыҙ сәтерләу. Сәтерләп һөйләп алып китеу. ■ Биби бер сәтерләргә тотонһа, һис кемгә лә ауыҙ асырға ирек бирмәй инде. Ә. Бикчәнтәев.
СӘТЕР-СӨТӨР (Р: подражание звуку трещотки или тараторки; И.: onomatopoeia word for chattering; T: zır zır) оҡш.
Нәҙек тауыш менән туҡтауһыҙ һөйләгән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку трещотки или тараторки. Сәтер-сөтөр итеу. Сәтер-сөтөр килеу. Сәтер-сөтөр һөй-ләу. Сәтер-сөтөр һөйләшәләр.
СӘТЕХ [ғәр. £-^1 (Р: уровень; И.: level; Т: satıh) и. иҫк. ҡар. кимәл.
һыуҙың юғарылыҡ сиген белдергән шартлы һыҙыҡ, яҫылыҡ, йөҙ. □ Уровень, поверхность, плоскость. Диңгеҙ сәтехе. Сәтех билдәләу. Йылға һыуының сәтехе. ■ Тыштың бер яҡ сәтехенә соҡоп, башына бурек кейҙерелгән ҙур бер ҡырғыҙ һурәте рәсем ителгән. Ғ. Рафиҡи.
28 - 1.0072.15
841