СӘТЛӘҮЕК
СӘТЛӘҮЕК (сәтләүеге) (Р.: орех; И.: nutwood; T: fındık) и.
1. Емеше майға бай булған ҡаты ҡабыҡлы бик эре йылы яҡ ағастарының (әстерхан сәтләуеге һ. б.) дөйөм атамаһы.
□ Орех (дерево или куст). Сәтләуек ағасы. Сәтләуек урманы. Сәтләуек уҫентеләре.
2. Ағаста йә ҡыуаҡта үҫкән ҡаты ҡабыҡлы майға бай емеш. □ Орех. Сәтләуек ярыу. Сәтләуек йыйыу. Эрбет сәтләуеге. Мөшкәт сәтләуеге. Аҡ сәтләуек. Имән сәтләуеге менән туҡландырыу. ■ Ниҙер мығырҙай-мығырҙай, Чан егеттәрҙең бушлат кеҫәләре уптайғансы эре-эре кедр сәтләуектәре тултырҙы. С. Шәрипов. • Һағыҙ яңаҡ талдыра, сәтләуек эш ҡалдыра. Әйтем.
3. бот. Ҡайындар ғаиләһенә ҡараған бармаҡ башынан вағыраҡ ҡаты ҡабыҡлы емеш бирә торған көрәнһыу ҡабыҡлы ҡырағай ағас; урман сәтләүеге. □ Лещина, орешник (лат. Corylus). Сәтләуек ағасы. Сәтләуек ҡыуағы. Сәтләуек араһында йөрөу. Ҡартайған сәтләуек ағасы. Сәтләуек уҫентеләре.
4. Шул ағастың ҡаты ҡабыҡлы майға бай емеше. □ Лесной орех, фундук. / Ореховый. Эре сәтләуек. Ваҡ сәтләуек. Өлгөргән сәтләуек. Ярылған сәтләуек. Төйөлгән сәтләуек. Сәтләуек онтағы. ■ Бер ваҡыт, көҙ көнө, мин ғәҙәтемсә урманға сәтләуек йыйырға барҙым. А. Карнай. • Сәтләуек ашағың килһә, тешеңде йәлләмә. Әйтем.
5. кусм. Ҡаты, ныҡыш, үҙ һүҙле кеше.
□ Орешек. ■ Ихсанбай Камалетдиновтың бер тешләуҙә шартлап ярыла торған сәтләуек тугел икәнен төшөндө. Т. Ғарипова.
СӘТЛӘҮЕКЛЕК (сәтләүеклеге) (Р: орешник; И.: pecan grove; hazel; T.: fındıklık) и.
Сәтләүек үҫкән урын. □ Орешник, ореховая роща, пекан. Сәтләуеклеккә барыу. Сәтләуеклек аша һалынған һуҡмаҡ. Мағаш битләуендәге өйкөм-өйкөм сәтләуеклектәр. Малдар сәтләуеклеккә инеп киткән.
СӘТРӘ [ғәр. (р.: занавес; И.: curtain; T.: perde) и. иҫк. ҡар. шаршау.
Нимәнелер ышыҡлап, һуҙып элә торған ҡорма; пәрҙә. □ Занавес, покрывало. Сәтрә ябыу. Сәтрә ҡороу. Сәтрә асыу. Сәтрә элеу.
■ Ниндәй пәрҙә, ниндәй сәтрә куҙҙәремде ҡапланы? Ш. Бабич.
СӘТРӘ ИТЕҮ (сәтрә ит-) (Р: закрывать; И.: close; cover; T.: kapamak) ҡ. иҫк.
Берәй нәмәгә нимәнелер йәки берәй нәмәнең өҫтөн нимә менәндер ябыу; ҡаплау, йәшереү. □ Покрывать, закрывать, спрятать.
■ [Инглиздәр] золомдарын туптар менән сәтрә итеп, беҙҙәргә куренәләр яҡшы атлы. М. Ғафури.
СӘТӘКӘЙ и. диал.
1. ҡар. сыңғарсай бармаҡ. Сәтәкәй саҡлы. Сәтәкәйен һындырған. ■ Сәтәкәй бармаҡ ҡалынлығында ғына араға яҙлыҡты дағаның шөрөпләп нығытылған алғы имсәге. С. Шәрипов. Сәтәкәй ҙурлығы ғына малай баҫып тора, ти. Әкиәттән.
2. миф. Кеше тәненең мифлаштырылған ағзаһы. □ Мизинец (мифологизированная часть тела человека). ■ Ҡеше баҫлығып йоҡлаһа, һаташһа, сәтәкәй бармағын тотоп, киләсәкте һорап, курәҙә ҡылғандар. Экспедиция материалдарынан.
СӘТӘШ (Р: дужка; И.: aifoil section; T.: kuşların göğüs kemiği) и. диал. ҡар. йәтәс.
1. Ҡоштоң саталы түш һөйәге. □ Дужка (грудная кость у птиц). Ҡаҙ сәтәше. Тауыҡ сәтәше. Сәтәш асаһы. Сәтәшен айырып алыу.
2. этн. Шул һөйәкте айырышып уйнай торған отош уйыны (отҡан кешегә ни бирергә алдан һөйләшеп, һөйәктең ике сатаһынан икәу тотоп һындыралар ҙа, береһе икенсеһенә уҙ ҡулынан бер нәмә тотторорға тырыша; тотҡан саҡта «иҫемдә» тип әйтһә, отолмай, онотҡан булып, шуны әйтмәһә, «сәтәш» тип, уны оталар). □ Держать пари, ломая куриную дужку (игра, рассчитанная на забывчивость одного из спорящих). Сәтәш айырышыу. Сәтәш айырыуҙа еңеу. Сәтәш уйнап отолоу. ■ Сәтәш айырып оттом ағайымды. Экспедиция материалдарынан.
842