ТАҠЫЯ ТУРҒАЙ
Борьба за тюбетейку (часть свадебного обряда, направленная на обеспечение невесты жизненной силой, благополучием, счастьем). ■ Таҡыяға болашыу йолаһында китәһе ҡыҙҙы ҡушҡан еңгәһе менән көрәштерәләр. Ҡәйнәһе ҡарап тора, һынай: әгәр килене ецһә, ул донъя көтөргә ылдым булыр. Халыҡ ижадынан.
ТАҠЫЯ ТУРҒАЙ (Р: чечётка обыкновенная; И.: common redpoll; T.: kuzey keten kuşu) и. зоол. ҡар. ҡыҙылбаш турғай.
Ҡупшыҡайҙар ғаиләһенә ҡараған, ҡорһағы аҡ, һырты һорғолт көрән ҡара таптар менән сыбарланған, турғайҙан бәләкәйерәк ҡош. □ Чечётка обыкновенная (лат. Cardue-lis flammea). S [Таҡыя турғай] йылы яҡҡа китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй, һирәк осрай. Ағаста һәм ҡыуаҡта, һирәкләп таш ярыҡтарында оялай. Көрән таплы 4-5 бөртөк зәңгәр йомортҡа һала.
Э. Ишбирҙин.
ТАЛ (Р: ива; И.: osier; T.: söğüt) и. бот.
Һыу буйында үҫә торған, тар оҙон япраҡлы, көсөк сәскәле ҡыуаҡ ағас. □ Ива (лат. Salix). Йәш тал. Тал бөрөһө. Тал сыбығы. Я Талдар талғын таң елендә йәшел сәстәрен тарай. Р. Назаров. Сөн буйҡайҙары ла киртләс-киртләс, һандуғасы һайрар талында. Т. Йосопов. Бөгөлөп кенә һығылып үҫә икән һыу буйҡайҙарының талдары. Халыҡ йырынан.
ТАЛАЙ (Р: значительный; И.: considerable; T.: çok) с.
1. Күп, байтаҡ. □ Значительный. Бер талай. ■ Яңғыҙ ҡалғас, ҡатын бер талай тын да ала алмай иҫәңгерәп ултырҙы. 3. Ҡаҙаҡбаева. Шул ҡурайҙы алып тарттыниһәң, ҡайғы-хәсрәт баҫыла бер талай. Халыҡ йырынан.
2. диал. ҡар. иҙел.
ТАЛАҠ 1 (талағы) (Р: селезёнка; И.: spleen; T.: dalak) и. анат.
Умыртҡалы йән эйәләренең ҡан эшләүҙә, матдә алмашыуында ҡатнашҡан эске ағзаһы. □ Селезёнка. Талаҡ шешеү. ■ ВИЧ-инфекция менән зарарланған кешене яҡынса ике-дүрт аҙнанан биҙгәк тота башлай. ..
Лимфатик биҙҙәргә ҡушылып, бауыр, талаҡ ҙурая. «Йәшлек», 15 май 2010. Дарыу булараҡ укропты астма сиренән, бауыр һәм талаҡ проблемалары булғанда ҡулланғандар. «Йүрүҙән», 31 июль 2012. Бирсәткә кейгән ветврач ҙур һаҡлыҡ менән малдың талағын, ҡолаҡтарын ҡырҡып алып, консерва ҡалайына һалдыртты. Й. Солтанов.
♦ Күк талаҡ итеү ныҡ итеп туҡмау. □ Сильно избить кого-л. Сар талаҡ үҙ һүҙле, ҡарышҡаҡ, еңмеш. □ Упрямый; несговорчивый. Сар талаҡ әҙәм. Талаҡ ташыу асыу ҡабарыу, асыу килеү. □ Сильно раздражаться, быть не в себе. В [Кәмәр] талағы ташып, нишләргә белмәй, ҡара көйөп йөрөнө. Т. Йәнәби. Ғаиләһе бар кешенең тоҡтомалға талағы ташып бармай. Я. Хамматов.
ТАЛАҠ II (талағы) (Р: опухоль селезёнки; И.: spleen tumour; T.: dalak şişi) и. вет.
1. Йылҡы йәки һыйыр малының эсен сәнсеү алып ауырыуы (эҫеләй эсереүҙән, насар ашатыуҙан, артыҡ шәп йөрөтөүҙән һ. б. була). □ Опухоль селезёнки (у лошади или крупнорогатого скота).
2. диал. ҡар. талау IL
ТАЛАҠ III (талағы) [ғәр. (Р: развод, расторжение брака; И.: Moslem divorce; T.: talâk) и.
1. Шәриғәт буйынса, ирҙәрҙең ҡатын айы-рыуы. □ Развод, расторжение брака. Талаҡ эше. Баян талаҡ. Хәрәм талаҡ. ■ Миңә, наҙан кешегә, талаҡ нисек вә хәлег нисек икәнен мулла баян итмәне. М. Өмөтбаев. Әүхәди бисәһен талаҡ менән ҡурҡытып ҡараны. Д. Исламов.
2. Шәриғәт буйынса, ҡатын айырғанда ирҙең әйтә торған һүҙе (шаһит алдында ир өс ҡат «талаҡ» тип ҡысҡырһа, ҡатын айырылған була). □ Талак (слово, произносимое мужчиной при разводе по мусульманскому обычаю). Талаҡ ҡысҡырыу. Я Хисбулла, ҡыҙыулыҡ менән өс тапҡыр «талаҡ» тип ҡысҡырғас, шәриғәт законы буйынса, Сәлимәкәйҙе ҡатынлыҡ вазифаһынан ҡотҡарғанын белмәй ҙә ҡалды. 3. Биишева.
ТАЛАҠ IV (талағы) [ғәр. (Р: грабёж; И.: robbery; T.: talan) и.
100