ТАҠЫЯҒА БОЛАШЫУ
малай һәм кеҫәһен таҡырайта. «Йәшлек», 10 июль 2010.
ТАҠЫРАЙЫУ (таҡырай-, таҡыр ая) (Р.: утаптываться; И.: become trodden; tramp; T.: (ayakla) basa basa sıkıştırılmak) ҡ.
1. Тапалып йәки кибеп ҡатыу; таҡырға әйләнеү; таҡырланыу. □ Утаптываться. Һуҡмаҡ таҡырайған. Ҡайын төбө тапалып таҡырайған. Машиналар куп йөрөп, юл таҡырайған. ■ Өсөнсө мәртәбә яуған ҡар иреп бөтөп, ер өҫтө кипте, батҡаҡлы юл таҡырайҙы. Я. Хамматов.
2. Өҫтөндәге үҫемлеге йәки бүтән нәмәһе бөтөп, яланғасланыу; таҡырға әйләнеү, таҡырланыу. □ Оголяться, лишаться растительности. Тау итәге таҡырайған. ■ Йәй-ләуҙәр таҡырайып ҡалған, һырт тубәлә-ренә, ҡашлаҡтарына һарылыҡ ҡунған, һо-ролоҡ артҡан. Ғ. Хөсәйенов.
3. кусм. Бөтөр сиккә етеү, ныҡ әҙәйеү. □ Истощаться, расходоваться; уменьшаться, иссякать, иссякнуть. Кеҫә таҡырайыу. Аҙыҡ таҡырайыу. ■ Юлға алып сығылған аҙыҡ-тулек таҡырайғайны. Ғ. Ибраһимов.
ТАҠЫРЛАНЫУ (таҡырлан-) ҡ. ҡар. таҡырайыу. Көтөулек таҡырланған. Болон таҡырланған. Яҙға табан бесән таҡырланды. ■ Ауылдар ҙа куренмәй, таҡырланып бөткән юлы ла юҡ, ҡайҙа барғаныңды белмәйһең. Т. Йәнәби.
ТАҠЫРЛАУ (таҡырла-) (Р.: утаптывать; И.: trample down; T.: basa basa sıkıştırmak) ҡ.
1. Тапап, шымартып ҡатырыу; таҡырға әйләндереү. □ Утаптывать. Ырҙын табағын таҡырлау. Юлды таҡырлау. ■ Был тирәләрҙең уләнен мал таҡырлап бөткән. Р. Низамов. Йәйге ферманан көн һайын һөт ташыған автомашиналар уны [юлды] таҡырлап бөткән. Н. Мусин.
2. Өҫтөндәге үҫемлеген йәки бүтән нәмәһен бөтөрөп, яланғаслау; таҡырға әйләндереү. □ Оголять. Таҡырлап һепереу. ■ Ырыҫҡол дуҫына ҡапҡа тышынан сәләм биреп торманы, атын тура таҡырлап һеперелгән ишек алдына уҡ атлатты. 3. Ураҡсин.
3. кусм. Бөтөр сиккә еткереү, ныҡ әҙәйтеү. □ Уменьшать, изводить, истощать (запасы). ■ Ғариф .. табындаштарын [һуҙ менән]
ауыҙына ҡаратып ҡуя ла ултыртылған һыйҙы бер уҙе таҡырлап ташлай. Б. Бикбай.
ТАҠЫР-ТОҠОР (Р: подражание звукам удара о твёрдую поверхность твёрдым предметом; И.: sound imitative word; T.: tak tak) оҡш.
Ҡаты нәмә ҡаты, ҡытыршы әйбергә тейеп барғанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ.
□ Подражание звукам удара о твёрдую поверхность твёрдым предметом. Таҡыр-тоҡор итеу. Ағас куперҙән таҡыр-тоҡор килеп арба утте.
ТАҠЫ-ТОҠО (Р: мало; И.: little; T.: çok az) р. һөйл.
Тейешле күләмдән ныҡ кәм; етер-етмәҫ.
□ Мало, скудно, еле-еле. Таҡы-тоҡо ғына ашау. Таҡы-тоҡо ғына белеу. Таҡы-тоҡо яуап биреу. ■ Әхмәдиҙең тауҙа эшләткән бесәне байтаҡ ине, ләкин бесән ишле малға таҡы-тоҡо булып ҡына ҡалды. Ж. Кейекбаев.
ТАҠЫЯ (Р: тюбетейка (мужская и женская); И.: tubeteika, skull-cap; T.: takke) и.
Түбә өҫтөнә генә кейә торған йоҡа түңәрәк баш кейеме. □ Тюбетейка (мужская и женская). Бәрхәт таҡыя. Сигеуле таҡыя. Ынйылы таҡыя. ■ Ә инде ул замандағы мулла ҡыҙының нисек итеп ҡупшы кейенеуен әйтәһе лә тугел. Мулла ҡыҙының башындағы таҡыя ғына ла мең тәңкәнән ашыуыраҡ торғандыр. Я. Хамматов. Ҡашмау — кейәу-ҙәге ҡатындарҙың баш кейеме, ә йәш ҡыҙҙар башына таҡыя кейгән, сәстәрен төрлөсә биҙәгән, сулпылар таҡҡан. Т. Бураҡаева.
ТАҠЫЯБАШ (Р: живокость, дельфиниум; И.: larkspur; T: bahçe hezareni) и. бот.
Лютиктар ғаиләһенә ҡараған, күкһел алһыу сәскәле болон үләне. □ Живокость, дельфиниум; шпорник (лат. Delphinium). Болонда бик куп таҡыябаш осраттым. Кукһел алһыу таҡыябаш сәскәһе ныҡ матур. ■ [Сыртлан бабай:] Курегеҙ, тим, таҡыябаш ҡыңғырау сәскәһе был. Г. Яҡупова.
ТАҠЫЯҒА БОЛАШЫУ (Р: свадебный обряд; И.: kind of wedding rite; T: bir tür düğün geleneği) и. этн.
Туй йолаһы (оҙатылаһы ҡыҙҙы ҡушҡан еңгәһе менән таҡыя өсөн ярыштыралар, әгәр ҡыҙ еңһә — бәхетле тормошҡа). □
4*
99