Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 98 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАҠЫЛДАУ
Таҡ-тоҡ иттереү, таҡ-тоҡ килтереү. □ Стучать, бить. Ҡәләмде таҡылдатыу. Таяҡ менән таҡылдатыу. ■ Телефон арҡыры ауыл советтары менән һөйләшеүселәрҙең ҡысҡырыныу, дәүләткә иген тапшырыу, көҙгө сәсеүҙәрҙе иҫәпләп, счёт төймәләрен таҡылдатыу тауыштары бейек түбәле бүлмәләрҙе яңғырата ине. А. Таһиров. Класты тынлыҡ солғаны, тик уҡытыусы апайҙың ҡара таҡтаға аҡбур менән таҡылдатып яҙған тауышы ғына ишетелде. Р. Низамов.
ТАҠЫЛДАУ I (Р.: стук; И.: knock; clop; T.: takırtı) и.
Таҡ-тоҡ булып ишетелгән тауыш. □ Стук. Ат тояғының таҡылдауы. Тояҡ таҡылдауы ишетелә. Балта таҡылдауы. ■ Тирә-яҡ балталар таҡылдауына, бысҡылар зыңлауына күмелде. Ғ. Ибраһимов.
ТАҠЫЛДАУ II (таҡылда ) (Р: стучать; И.: knock; T: takırdamak) ҡ.
1. Таҡ-тоҡ итеү, таҡ-тоҡ килеү, таҡ-тоҡ иткән тауыш сығарыу. □ Стучать. Ҡапҡа ишеге таҡылдай. Ат тояғы таҡылдай.
2. һөйл. Уйнау (һуйырға ҡарата). □ Токовать. // Токование, һуйырҙарҙың таҡылдауы ишетелә.
3. күсм. Бер үк һүҙҙе туҡыу, туҡтауһыҙ һөйләү. □ Твердить одно и то же, тараторить, болтать без умолку. Бер туҡтауһыҙ таҡылдай. Артыҡ күп таҡылдау. ■ Балалар береһенән-береһе уҙҙырып таҡылданы. Д. Исламов. «Бер ни ҙә аңламайым», — тип нисәнселер тапҡыр бер һүҙҙе таҡылданы Шәмсиә. 3. Биишева.
ТАҠЫЛДАШЫУ (таҡылдаш-) ҡ. урт. ҡар. таҡылдау II, 3. взаимн. от таҡылдау II, 3. ■ Бисәләр бер юлы үҙ-ара таҡылдата башланылар. Б. Бикбай.
ТАҠЫМ (Р: бедро; И.: thigh; hip; T: uyluk) и.
1. анат. Боттоң сат яғындағы һум ите; сат ите. □ Бедро; ляжка.
2. Ыштан балағының бот төбөнә индерелгән ҡыйығы. □ Подшитый клин в штанине, брючине. Таҡым ҡуйып тегеү. • Таҡымлы кеше аттан ҡоламаҫ. Әйтем.
3. һөйл. Ыштан. □ Штаны, кальсоны. Таҡым тегеү. Бабайҙар таҡымы. Таҡым бауы.
ТАҠЫР (Р: ровный; И.: even; T: düz) с.
1. Тип-тигеҙ булып, тапалып йәки кибеп ҡатҡан; ҡаҡ. □ Ровный, укатанный. Таҡыр юл. Таҡыр һуҡмаҡ. ■ Ишеккәйем алды, әй, таҡыр ҙа, туры атымды егеп ҡуйығыҙ. Халыҡ йырынан. Йөгөң ауыр булһын, юлың оҙон, таҡыр, түтә булһын, алдарыңда әле башланмаған бәхет көтә булһын. М. Кәрим. Яландарҙан үткән көҙгө һуҡмаҡ әйләнгән дә икән таҡырға. Т. Йосопов. Таҡыр юл да, барыр йүнәлешеңде самалау өсөн тау, урмандар ҙа юҡ, был яҡты белмәгән кешегә аҙашып китеү өсөн дә күп кәрәкмәй. Н. Мусин. • Ҡурҡҡанға ҡуш күренә, таҡыр ерҙә аты һөрөнә. Мәҡәл.
2. Үҫемлек булмаған йәки бер ни менән дә ҡапланмаған; ҡаҡ. □ Голый (без растительности ). Таҡыр түбәләс. Таҡыр тау башы. ■ Ил ярлы, ере таҡыр, күп ере һаҙ, сәскә юҡ, әлуан-әлуан болоно аҙ. Ш. Бабич.
3. һөйл. Сәсе алынған, таҙа итеп ҡырылған. □ Бритый; лысый. ■ [Хәйретдин] кәпәсен сисеп, тирле таҡыр башын ең осо менән һыпырҙы ла алда йәшел бәрхәт һымаҡ йәйелеп ятҡан киң яланға күрһәтте. Я. Хамматов. Йүгән тотоп атҡа китеп бара таҡыр башлы башҡорт малайы. М. Илбаев.
4. күсм. Кәрәгенән әҙ, тейештән кәм; етешһеҙ, наҡыҫ. □ Скудный, куцый. Аҡылға таҡыр. Ашау яғы таҡыр. Белем яғы таҡыр. Кеҫә яғы таҡыр. ■ Бәхетебеҙ асылмаған беҙ бер фәҡир, абруйым артыҡ юҡ, эшем таҡыр. М. Аҡмулла. • Аҡса баҡыр, иҫәпләһәң — таҡыр. Мәҡәл.
ТАҠЫРАЙТЫУ (таҡырайт-) (Р.: утаптывать; И.: tramp; T: basa basa sıkıştırmak) ҡ.
1. Яланғасландырыу, таҡырға әйләнде-реү. □ Утаптывать, оголять. Урманды таҡырайтыу. Баҫыуҙарҙы таҡырайтыу. ■ Күк дүнән, аяҡ аҫтындағы үләнде йөрөп ашай торғас, тау башын таҡырайтып, ҡаҡҡа әйләндереп бөткән. «Заятүләк менән һыуһылыу».
2. күсм. Ныҡ кәметеү, әҙәйтеү. □ Тратить, расходовать, расточать. Мал аҙығын таҡырайтыу. ■ Аҡсаға туймаусылар ябай халыҡтың, йәш быуындың шул рәүешле аңын то
98