Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 97 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАҠЫЛДАТЫУ
Тар йоҡа таҡталар менән уратылған ҡоролма. □ Забор. Таҡта ҡойма ауған. Таҡта ҡойманы йунәтеу. Таҡта ҡойманы буяу.
ТАҠТАЛЫҠ (таҡталығы) (Р.: маленькие кухонные нары; И.: kind of plank bed; T.: tahta yataklık) и. диал. ҡар. һике.
Ҡаҙанлыҡ яғында эскәмйәгә оҡшатып эшләнгән һике. □ Маленькие кухонные нары. Таҡталыҡты йыйыштырыу. Таҡталыҡта сәй эсеу. Таҡталыҡты ҙурайтыу.
ТАҠТАТАШ (Р.: мемориальная доска; И.: commemorative tablet, memorial tablet; T: hatıra levhası) и.
Ниндәйҙер ваҡиға йәки атаҡлы кешенең иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында ҡуйылған таш; мемориаль таҡта. □ Мемориальная доска. Таҡтаташ әҙерләу. Таҡтаташ асыу. Иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыу. ■ Сибай ҡалаһында башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһы уҙҙы. «Йәшлек», 16 декабрь 2008.
ТАҠТА ТЕГЕН (Р: вышивка, гладь; И.: embroidery; purl; T.: işleme) и. диал. ҡар. нағыш I, 2.
Сигеп төшөрөлгән биҙәк. □ Вышивка, гладь. Таҡта теген эше. Таҡта теген кур-гәҙмәһе. Таҡта теген менән булышыу.
ТАҠТА ТӨБӨ (Р: место присоединения потолочной доски к балке; И.: kind of roofing term; T.: tavanın kirişe bağlanan yeri) и. диал.
Түбә таҡтаһының бүрәнәгә һалынған ере. □ Место соединения потолочной доски к балке. Таҡта төбө шымартыу. Таҡта төбө тигеҙләу. Таҡта төбө ҡыйыш булған.
ТАҠТА УМАРТА (Р: рамочный улей; И.: mobile hive; T.: arı kovanı) и. диал.
Таҡтанан яһалған бер корпуслы, 12 рамлы дүрткел умарта. □ Рамочный улей. Таҡта умартаның балы тәмле. Таҡта умарта ҡорт айырҙы. Таҡта умартаға рамдар өҫтәу.
ТАҠ-ТОҠ (Р: тук-тук; И.: knock knock; T.: tak tak) оҡш.
Ҡабат-ҡабат таҡ иткән тауышты белдергән һүҙ; таҡ та тоҡ. □ Тук-тук (подражание стуку). Таҡ-тоҡ атлау. Таҡ-тоҡ һуғыу. ■ Ҡалын табанлы ирҙәр итеге менән таҡ-тоҡ баҫып, ағайымдан ҡалған ҡайыш
йугәнде ҡулында шылтыратып, эшкә китте еңгәйем. Й. Солтанов. Егор Николаевич дағалы тояҡтарҙың таҡ-тоҡ тауышына уянып китте. 3. Ураҡсин. Таҡ-тоҡ утын ҡырҡырмын, ҡырҡып бөткәс килермен. Әкиәттән.
ТАҠ-ТУҠ оҡш. ҡар. таҡ-тоҡ. ■ [Хәмиҙә] таҡ-туҡ итеп баҫып, эре аҙымдары менән алға ынтылып барған аттарҙың эләктереп алып китеуҙәренән ҡурҡып, имсәк балаһын ҡосағына ҡыҫты. М. Ғафури.
ТАҠТЫРЫУ (таҡтыр-) (Р: прицеплять; И.: hook; couple; T.: bağlamak) ҡ.
Эләктереп бәйләп ҡуйыу. □ Прицеплять. Бауҙы оҙон таҡтырыу. Саналарҙы таҡтырыу. Машинаны таҡтырыу. ■ Эргәләге иң бейек тау башына саналарҙы һөйрәп менеп, сылбыр менән бер-береһенә таҡтырып тау шыуыуҙар — куңелгә берсә оло шатлыҡ тулғандай, берсә уны һағыныу сорнап алғандай. «Йәшлек», 6 ғинуар 2009.
ТАҠҺЫУ (таҡһы-) ҡ. диал. ҡар. тасҡау.
Май таҡһыу. Балсыҡ таҡһыу.
ТАҠЫЛ I (Р: как обычно, без изменений; И.: as usual; T.: değişiklik yapılmadan) р. диал. ҡар. бер көйө.
Ғәҙәттәгесә, ҡәҙимгесә. □ Как обычно, без изменений. Таҡыл булыу. Таҡыл йәшәу. Ат таҡыл ғына юрта.
ТАҠЫЛ П (Р: щепка; И.: chip; T.: yonga) и. диал. ҡар. юнысҡы.
Йышҡанда сыҡҡан тап. □ Щепка; стружка; корьё. Таҡыл йыйнау. Таҡылды һепереп алыу. Тирә-яҡҡа таҡыл оса.
ТАҠЫЛАЙЫУ (таҡыл ай-, таҡылая) (Р: поправляться; И.: get well; T.: iyileşmek) ҡ. диал. ҡар. рәтләнеү.
Яҡшыға китеү, һәйбәтләнеү. □ Поправляться, улучшаться. Хәлем таҡылайҙы. Эштәр таҡылайыу.
ТАҠЫЛАУ (таҡыла-) (Р: строгать; И.: plane; T.: yontmak) ҡ. диал. ҡар. йышыу.
Ағас нәмәләрҙең өҫтөн юнып шымартыу. □ Строгать. Шыма таҡылау. Таҡта таҡы-лау. Матур итеп таҡылау.
ТАҠЫЛДАТЫУ (таҡылдат-) (Р: стучать, бить; И.: knock; rap; T.: tak tak etmek) ҡ.
4 - 1.0037.16
97