Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 96 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАҠМАҠСЫ
3. Төшөндөрөргә, күндерергә тырышып, бер үк һүҙҙе ҡабатлау. □ Твердить одно и то же. М Улдарым һарыла икеһе ике яҡлап: «Улай булһа, әкиәт һөйлә! Әкиәт һөйлә!» — ҡысҡыралар таҡмаҡлап. Ғ. Байбурин.
ТАҠМАҠСЫ (Р.: частушечник, сочинитель частушек; И.: composer of ditties; T: koşma söyleyen kimse) и.
1. Таҡмаҡ (1) сығарыусы. □ Частушечник. Өләсәйем оҫта таҡмаҡсы ине. Кисәгә таҡмаҡсылар йыйылған. ■ Ә инде «батыр» күрәбеҙ тип килгән кешеләр, йөк башында таҡмаҡсы Мирхәйҙәр бабайҙы күреп, шаҡ ҡаттылар. И. Ғиззәтуллин. Быға [ҡыр станына] колхоз төҙөлгәне бирле яҙҙан ҡара көҙгә тиклем бригадала ашнаҡсы булып эшләгән таҡмаҡсы Камал ецгә етәкселек итте. Р. Өмөтбаев. Әбей — таҡмаҡсы, мөнәжәттәр ҙә сығара. Һис бер ваҡытта һүҙҙең тураһын әйтмәҫ, кинәйә менән һөйләр. «Йәшлек», 5 апрель 2008.
2. Таҡмаҡ (1) әйтеүсе. □ Исполнитель частушек. Таҡмаҡсылар ярышы. Оҫта таҡмаҡсы. ■ Егет шунда ғына шаян таҡмаҡсының гел Әминә апаһы эргәһендә орсоҡтай бөтөрөлөүсе тиктормаҫ Гөлкәй икәнен шәйләп алды. Р. Байымов.
ТАҠМАҠ ӘЙТЕҮ (таҡмаҡ әйт-) ҡ. ҡар. таҡмаҡлау 1. К Йыр, бейеү, таҡмаҡ әйтеүҙәрҙе ололар ҙа сығып тамаша ҡылды. М. Хужин. Гимай үҙе бейей белмәһә лә, бейегәндәрҙе ярата, бейегәндәр шатлығына ҡушылып, ҡул саба, таҡмаҡ әйтә торғайны. И. Насыри.
ТАҠРАРЛАУ (таҡрарла-) (Р: повторять; И.: repeat; T: tekrarlamak) ҡ. диал. ҡар. ҡабатлау.
Нимәнелер икенсе тапҡырға башҡарыу. □ Повторять. Дәресте таҡрарлау. Ун тапҡыр таҡрарлау. Йәнә берҙе таҡрарлау.
ТАҠРЫ КҮҘЛЕ (Р: пучеглазый; И.: bug-eyed; T: fırlak göz) с. диал.
Таҫыр күҙле. □ Пучеглазый. Таҡры күҙле ир. Таҡры күҙле кеше.
ТАҠСАҠ (таҡсағы) (Р: комната в чулане; И.: cellar room; T: bodrumun bir odası)
и. диал.
Соланда әйбер ҡуя торған бүлмә. □ Комната в чулане. Таҡсаҡҡа урынлаштырыу. Таҡсаҡта һаҡлау. Таҡсаҡҡа элеп ҡуйыу.
ТАҠСЫМ бәйл. диал. ҡар. тиклем. Өйгә таҡсым. Баҡсаға таҡсым. Ул ваҡытҡа таҡсым.
ТАҠТА (Р: доска; И.: plank; board; T: tahta) и.
1. Бүрәнәне ярып йәки юнып йоҡартҡан яҫы ағас. □ Доска, тёс. / Дощатый, тесовый; плиточный. Йоҡа такта. Иҙән таҡтаһы. Урындыҡ таҡтаһы. Таҡта бысыу. Таҡта баҫма. Таҡта ҡойма. ■ Зөләйха Хөр-мәтовналарҙың өйҙәре ҙур түгел, элеккесә ике генә бүлмәле, аш-һыу яғы таҡта менән бүленгән ыҡсым йорт. 3. Ҡаҙаҡбаева. Кара-ғай ҙа ҡапҡа, башы таҡта, сереп төшөр микән бер саҡта. Халыҡ йырынан.
2. Берәй ғәмәлгә яраҡлаштырылған шыма йөҙлө яҫы нәмә. □ Доска, тёс. Иғлан таҡтаһы. М Бойороҡто ғына көтөп торған Бибеш ҡамырын лап иттереп туҡмас таҡтаһына һалды ла эре-эре киҫәкле иттәрҙе ҡаҙандан алып ашлауға бушата башланы.
3. Биишева.
3. Уҡыу-уҡытыу эшендә аҡбур менән яҙа торған махсус яҫы ҡулайлама; класс таҡтаһы. □ Классная доска. Таҡтаға сығыу. Таҡтаға яҙыу. Таҡтаны һөртөү. ■ Класты тынлыҡ солғаны, тик уҡытыусы апайҙың ҡара таҡтаға аҡбур менән таҡылдатып яҙған тауышы ғына ишетелде. Р. Низамов.
ТАҠТАБАШ (Р: полка деревянная; И.: wooden shelf; T: raf) и. диал. ҡар. кәштә.
Төрлө нәмә һалыу өсөн һикәлтәләп ҡуйылған буй таҡта. □ Полка деревянная. Таҡтабаш эшләү. Һауыт-Һаба өсөн таҡ-табаш. Таҡтабашҡа теҙеү.
ТАҠТА ЖИКӘН (Р: рогоз; И.: reed mace; typha; T: hasır otu) и. диал. ҡар. екән.
Күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, көрән, оҙонса башлы ялпаҡ күл ҡамышы. □ Рогоз (лат. Турһа). Таҫма япраҡлы таҡта жикән.
ТАҠТА ҠОЙМА (Р: ограда; И.: fence; T: tahta çit) и. диал. ҡар. кәртә.
96