ТАЛАНТ
Кешене йәки илде талау өсөн яһалған баҫҡын. □ Грабёж, разбой. Талаҡ яһау. Талаҡта ҡатнашыу. Талаҡҡа ҡаршы сығыу.
ТАЛАҠ АШАТЫУ (талаҡ ашат-) (Р.: лечить уремию; И.: sort of magical treatment; T.: üremiyi büyü ile tedavi etme usulü) ҡ. йола.
Бөйөр һәм бәүел юлдары ауырыуҙарын магик ысул менән дауалау. □ Лечить уремию. доел. Кормить селезёнкой. М Бала һейеп ятһа, уға, бешереп, һуйған малдың талағын ашатҡандар. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ТАЛАҠ ИМЛӘҮ (Р.: заговаривание селезёнки; И.: sort of magical healing; T.: büyü ile tedavi etme usulü) и. миф.
Йылҡы мал ындағы талаҡ (II) ауырыуын дауалау өсөн ҡулланылған магик сара. □ Заговаривание селезёнки (магический способ лечения опухоли селезёнки лошади).
ТАЛАҠ ҠАҒЫҘЫ (Р: свидетельство о расторжении брака; И.: Moslem divorce certificate; T.: boşanma kâğıdı) и. uçk.
Айырыуҙы, айырылышыуҙы белдергән ҡағыҙ. □ Свидетельство о расторжении брака. ■ [Мырҙаш] йәш кәләш менән ҡауышыу көндәре яҡынайғас, өйөнә мулла саҡырҙы, Сәлихаға талаҡ ҡағыҙы бирҙе. Д. Юлтый.
ТАЛАҠЛАУ I (талаҡла-) (Р: страдать от опухоли селезёнки (о лошадях и крупно -рогатом скоте)', И.: suffer from a veterinary condition; T.: dalak hastalığına uğramak) ҡ.
Талаҡ (II, 1) булып ауырыу (малға ҡарата). □ Страдать от опухоли селезёнки (о лошадях и крупнорогатом скоте). ■ [Хәлкәс:] Арғымағыңдың тире ҡата төшһөн. Эҫелә талаҡлап ҡуйыуы бар. Ш. Бикҡол.
ТАЛАҠЛАУ II (талаҡла-) (Р: объявлять жене о разводе путём произнесения слова «талак»; И.: divorce in the Moslem way; T.: talâk kılmak) ҡ.
Талаҡ әйтеп, ҡатынды айырыу; айырылышыу. □ Объявлять жене о разводе путём произнесения слова «талак». Талаҡлап айырыу. Ҡатынды талаҡлау.
ТАЛАҠ ТЕЙЕҮ (талаҡ тей-) (Р: заболеть от воздействия духа селезёнки; И.:
kind of veterinary condition; T: dalak hastalığı dokunmak) ҡ. миф.
Йылҡы йәки һыйыр малының талаҡ менән ауырыуы. □ Заболеть от воздействия духа селезёнки (появление опухоли на селезёнке лошади и крупнорогатого скота). Йылҡыға талак тейгән.
ТАЛАҠ ӘЙТЕҮ (талаҡ әйт-) (Р: расторгать брак по законам шариата; И.: perform Moslem divorce; T: talâk kılmak) ҡ.
Өс тапҡыр талаҡ әйтеп айырылышыу. П Расторгать брак по законам шариата (брачный союз может быть восстановлен только в том случае, если разведённая жена снова выйдет замуж, и новый муж даст ей со своей стороны развод). Талак әйтеп айырылышыу.
ТАЛАН (Р.: удача, счастливая доля; И.: good luck; T: şans) и.
Бәхет, уңыш. □ Удача, счастливая доля. Талан булыу. ■ Башты каска һаҡлаған, улай ҙа талан бар икән. Ә. Хәкимов.
ТАЛАНТ I [гр. talanton ‘һәләт’] (Р.: талант; И.: abilities; T.: istidat) и.
1. Билдәле бер эшкә кешенең тәбиғәтенән килгән ҙур булдыҡлылыҡ; һәләт. □ Талант, дарование. Артистик талант. Әҙәби талант. ■ Талант эйәһе, һиндә бар изге теләк, изге куңел, яҡшы талант, һин шуларҙы эшкә ҡушһаң — ысын шағирһың — иттем ант! М. Ғафури. Таланттың асылы — халыҡҡа халыҡса хеҙмәт итеу. Ә. Вахитов. Бәләкәй сағымда уҡ мин уҙемдә бик һирәк осрай торған талант ынйылары тоя инем. Ш. Бикҡол. Яҡты донъяларға яратылған һин илаһи талант эйәһе. А. Игебаев.
2. Ҙур һәләткә эйә шәхес, һәләтле кеше. □ Талант, дарование. Ауыл таланттары. Йәш талант. ■ Ысын, ҙур таланттар ғына улемһеҙ ғумер таба. Р. Шәкүр. Вәлитдин дә уҙен «йәш таланттар» исемлегенә ныҡлап теркәй тугелме? Й. Солтанов.
ТАЛАНТ II [гр. talanton} (Р: талант; И.: talent; Т: talent) и.
Боронғо Ғрецияла аҡса, масса берәмеге, хәҙерге Ғрецияла масса берәмеге. □ Талант. Талант ҡойоу.
101