Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 102 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАЛАНТЛЫ
ТАЛАНТЛЫ (Р.: талантливый; И.: talented; T.: üstün yetenekli) с.
Таланты (I, 1) булған, ныҡ булдыҡлы, һәләтле. □ Талантливый. Талантлы актёр. Талантлы шағир. Талантлы бала. Талантлы кеше. ■ Баян Заһитовна тағы ла алдындағы исемлеккә куҙ һалды. Куңеленә иң яҡыны, уның хәленә инерҙәйе, исемлекһеҙ ҙә билдәле, ул — талантлы, һиҙгер куңелле уҡытыусы ғына тугел, яҡшы иптәш тә, ышаныслы дуҫ та була белгән Зөләйха апай. 3. Ҡаҙаҡбаева.
ТАЛАНТҺЫҘ (Р.: бесталанный, бездарный; И.: untalented, dull; T: istidatsız) c.
Таланттан (I, 1) мәхрүм, һәләтһеҙ. □ Бесталанный, бездарный. Талантһыҙ бала. Талантһыҙ йырсы. Талантһыҙ әҙәм.
ТАЛАНҺЫҘ (Р: несчастливый; И.: unhappy; T: talihsiz) с.
Бәхетһеҙ. □ Несчастливый. Таланһыҙ тормош. Таланһыҙ кеше.
ТАЛАНЫУ (талан-) ҡ. ҡайт. ҡар. талау I. возвр. от талау I. Эттән таланыу. Баҫҡынсыларҙан таланыу. ■ һағышлы ла булмаҫ ине ул моң, талана шул ерем урманы. Ә. Таһирова. Хашим таланған малын кире ҡайтарырға, бынау сабыйҙарҙы, ниһайәт, аҡҡа тейендерергә тейеш. Т Ғарипова.
ТАЛАП (талабы) [ғәр. ч-^] (Р: требование; И.: demand; T: talep) и.
1. Үтәлеше мотлаҡ итеп ҡуйылған ҡәтғи һорау. □ Требование. Талап ҡуйыу. Талапты утәу. ■ [Эшселәр] эш ташлай ҙа хужалары алдына уҙҙәренең .. талаптарын ҡуя. Һ. Дәүләтшина. [Генерал — Закирға:] Талап шул: хәҙер ук полкың менән Ҡариҙелде йөҙөп сығаһың. 3. Биишева.
2. Кемгәлер йәки нимәгәлер ҡарата ҡуйылған норма, шарттар. □ Требование; условие. Агрономик талап. Эш талабы. Технологик талаптар. Вузға инеуселәргә ҡуйылған талаптар. ■ Уҡымайса булмай. Ваҡыт уҙған һайын, алға барабыҙ, бурыстар ҡатмарлана, талап ҙурая. Б. Бикбай. Мәктәп алдына ҡуйылған талаптар уҫкән кеуек, ата-әсәләрҙең яуаплылығы ла арта. Яр. Вәлиев.
3. Кемгәлер йәки нимәгәлер ҡарата ҡуйылған ҡағиҙә рәүешендәге шарт. □ Требование, запрос. Аныҡ талап. Закон талабы. Мода
ҡуйған талаптар. ■ Фольклор әҫәрҙәрен яҙып алғанда куҙҙә тотолорға тейешле төп талап — һөйләусенең бер һуҙен дә, хатта бер өнөн дә боҙмай яҙып алыу. Ғ. Амантай. Техника кубәйгән һайын, эш ысулы уҙгәрә, талап та арта. Я. Хамматов.
4. Тормош шартынан килгән теләк; ихтыяж. □ Запрос, потребность. Йәшәу талабы. Талапты уҙгәртеу. Талапҡа яуап биреу. Я Заман талабын аңлаған берәу табылды ниһайәт! Ә. Әминев.
ТАЛАП ИТЕҮ (талап ит-) (Р: требовать;
И.: demand; T: talep etmek) ҡ.
1. Хәл ителешен, үтәлешен ҡәтғи рәүештә һорау. □ Требовать. Тәртип талап итеу. Әуҙемлек талап итеу. Тыныслыҡ талап итеу. Эш хаҡын арттырыуҙы талап итеу. ■ [Касьянов I әһәмиәте булмаған һәр бер ваҡ мәсьәләләр буйынса Наҡышевты саҡыртып, төрлө аңлатмалар биреуҙе талап итте. Я. Хамматов.
2. Үтәлеше мотлаҡ булған шарт ҡуйыу.
□ Поставить обязательное условие. ■ Борон-борондан килгән йола талап итеуен аңлаған Хисмәтулла кеҫәһенән көмөш аҡса сығарып һондо. Я. Хамматов.
ТАЛАПҠАР [фарс. < ғәр. с. иҫк. кит. ҡар. талапсан. Талапҡар мөғәллимә. Талапҡар өләсәй. Талапҡар кеше.
ТАЛАПСАН (Р: требовательный; И.: demanding; T: titiz) с.
Талап итеүсән, талапты ҡаты ҡуйыусан.
□ Требовательный. Талапсан етәксе. Талапсан уҡытыусы. Талапсан тәрбиәсе. ■ [Директор — уҡытыусыға:] Был беҙҙең завуч, йәш булһа ла, төплө, талапсан, тәжрибәле хеҙмәттәшебеҙ — Баян Заһитовна. 3. Ҡаҙаҡбаева. [Зәһурә:] Ринал Ринатович, хәҙер уҡыусы талапсан. Боронғо осорҙо яҙып ҡына уны аптыратам тип әйтеу утә бер ҡатлылыҡ булыр ине. Ф. Аҡбулатова.
ТАЛАПСАНЛЫҠ (талапсанлығы) (Р: требовательность; И.: exactingness; T: titizlik) и.
Талап итә белеү сифаты, ҡуйған талапты еренә еткереү һәләте. □ Требовательность. Үҙ-уҙеңә талапсанлыҡ. Ата-әсәнең талапсанлығы. Талапсанлыҡ етешмәу. ■ Куптәр
102