Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 103 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАЛАШ
уны [Таибә әбейҙе] шул һөйләшеуенә, талапсанлығына ҡарап, ҡаты бәғерле, асыусан кеше тип уйлайҙар. 3. Биишева.
ТАЛАПСЫЛ с. диал. ҡар. талапсан. Талапсыл уҡытыусы. Талапсыл тауыш.
ТАЛАТЫУ (талат-) ҡ. йөкм. ҡар. талау. понуд. от талау. ■ Ҡара ҡанға туҙҙырып туҡмап, эттәрҙән талатып, байғошто яҡындағы ауыл майҙанында атып ултер-ҙеләр. Ә. Хәкимов.
ТАЛАУ I (тала-) (Р.: отнимать силой; И.: tear from; T.: elinden zorla almak) ҡ.
1. Бирмәҫкә тырышҡан кешенән нимәне-лер көслөк менән тартып алыу. □ Отнимать силой. Талап алыу. ■ [Заятуләк] арт яғына ҡараһа, ҡыҙҙар менән шаярып, бергә ҡолон бәйләгән, ылашҡа ҡорот йәйгән ҡыҙҙарҙан ҡорот талаған .. йәйләу тора алдында. «Заятүләк менән һыуһылыу».
2. Ирекһеҙләп, көсләп мал-мөлкәтен алыу. □ Грабить. Илде талау. Магазинды талау. Талап йыйған мал. ■ [Ниғмәтулла] ең һыҙғанып эшләуҙән кеше талауҙы һәм урлауҙы артығыраҡ һанай. Я. Хамматов. Абдулла ахун халыҡ талап, илде ҡалдырҙы йотҡа. Халыҡ йырынан.
3. Ирекһеҙләү, көсләү. □ Мучить, терзать; насиловать. Ҡыҙҙы талау. Талап убеу.
4. Һөжүм итеп, тешләү. □ Кусать, искусать (о зверях). Буре талаған. Эт талаған. • Күрәсәгең булһа, күркә талап ултерә. Мәҡәл.
5. Тешләп, ҡан эсеү (себен-серәкәйгә ҡарата). □ Кусать. // Кусание (о насекомых). Ҡистәрен серәкәй талай. Йылҡыларҙы кугә-уен талай башланы. Серәкәй-күгәүендәр талай.
6. кусм. Тиргәү, тынғы бирмәй әрләү. □ Мучить, терзать. // Мучение, терзание (руганью, оскорблениями и т. д.). Урамға сығып талай башлай. Халыҡ алдында талай. Күҙенә куренер хәл юҡ, талай башлай.
♦ Йөрәкте талау күңелде өйкәп, тынғы бирмәй уйландырыу. □ Терзать душу. ■ Ҡатын кешенең тәуге мөхәббәте бер ҙә иҫенән китмәй, гел йөрәген талай. Б. Бикбай. Эт талағыр әрләгәндә, һүгенгәндә әйтелә. □ доел. Чтоб собака искусала (говорится
при зложелании, ругани). ■ Онотоп ебәрелгән бит, эт талағыр. М. Тажи.
ТАЛАУ II (Р: злокачественная опухоль у домашних животных; И.: sort of malignant growth; T.: dalak hastalığı) и. вет.
Малда була торған бик йоғошло яман шешек; түләмә. □ Злокачественная опухоль у домашних животных. Һыйырҙа талау сире. Малда талау сире бик йыш осрай.
■ Үткән йәй .. талау сиренән бик куп йылҡы у леп, Арыҫландың яраулы аттары кәмегәйне. Ғ. Ибраһимов.
ТАЛАУ III (Р: бранное слово; И.: cus-sword; T.: azar kelimesi) и. һөйл.
Әрләгәндә әйтелгән һүҙ. □ Бранное слово. ■ [Шәрифулла — Ниғмәтуллаға:] Аттарымды .. тапмай ҡайтып барам. Әллә ҡайҙа киткән талауҙар. Я. Хамматов. Ҡуңыр буға һәу-һәу, ҡайҙа бараһың, талау. Халыҡ йырынан.
♦ Ташҡа талау теймәй әрләгәндә әйтелә.
□ Говорится о бесчувственном человеке.
ТАЛАУЛАУ (талаула-) (Р: страдать злокачественной опухолью (о домашних животных); И.: have a bad veterinary condition; T.: dalak hastası olmak) ҡ.
Талау йоғоп ауырыу (малға ҡарата).
□ Страдать от злокачественной опухоли (о домашних животных). Йылҡыларым та-лаулай башлаған. Талаулап үлгән ат. Малдар талаулап бик куп улделэр.
ТАЛАУҺЫРАУ (талауһыра-) ҡ. диал. ҡар. талаҡлау.
ТАЛАШ (Р: скандал; И.: row; T.: kavga) и.
1. Үҙ-ара нимәлер дәғүәләшкән ғауға, тартыш. □ Скандал, ссора. Талаш сығыу.
■ Барыһы ла мин [башлыҡ] булам да мин булам, ти, икән. Ҡиткән шау-шыу, талаш. Әкиәттән.
2. Үҙ-ара әйтеш, әрләш; ыҙғыш. □ Раздор. Үҙ-ара талаш. Йортта талаш. ■ [Ҡаһымбай — Буранбайға:] Бындағы кеуек бисәләрҙең талашын тыңлап, уларҙың ошағы арҡаһында бригадирҙан таланып йөрөмәйһең. И. Ғиззәтуллин. Ихсанбайҙы әсәһе менән атаһының бөтмәҫ талаштары ла туйҙырҙы. Т. Ғарипова.
103