Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 104 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАЛАШЛЫ
ТАЛАШЛЫ (Р.: скандальный; И.: scandalous; T.: kavgalı) с.
Талаш, бәхәс уятҡан; дәғүәле, бәхәсле. □ Скандальный. Талашлы һорау. Талашлы яуап. Я Эштец ҡораллы бәрелешкә тиклем барып етеү мөмкинлеге улар [Тайное малайҙары] араһындағы ҡайһы бер талашлы мәсьәләләрҙе лә ситкә ҡуйып торорға мәжбүр итте. И. Насыри.
ТАЛАШ-ТАРТЫШ (Р: ругань; И.: baw dry; T.: kavga) и. йыйн.
Үҙ-ара әрләшкән, дәғүәләшкән ғауға; ыҙғыш. □ Скандал, ссора, ругань. Талаш-тартыш сығарыу. Күршеләр менән талаш-тартыш. Талаш-тартышты бөтөрөү. Я Ғаиләлә талаш-тартыш, илаш-ҡысҡырыш күреп өйрәнмәгән Байгилде ағай ни әйтергә, нимә эшләргә белмәй аптырап ҡалды. 3. Биишева. Ошо мотоцикл өсөн күпме талаш-тартыш барҙы. Ғ. Хисамов.
ТАЛАШТЫРЫУ (талаштыр-) (Р: ссорить кого-л. с кем-л:, И.: set at variance, set at odds; T.: dalaştırmak) ҡ.
1. Үҙ-ара әрләшергә, дәғүәләшергә мәжбүр итеү. □ Ссорить кого-л. с кем-л. Туғандарҙы талаштырыу. Күршеләрҙе талаштырыу. Я Туған ике халыҡты талаштырыу ике яҡтыц да йәнен ҡыя. Ғ. Хөсәйенов. • Бар яраштыра, юҡ талаштыра. Әйтем. Уртаҡ мал талаштыра. Әйтем.
2. Үҙ-ара һуғыштырыу (ҡош-ҡорт, йәнлекте). □ Натравливать друг на друга (например, собак). Эттәрҙе талаштырыу.
ТАЛАШЫУ (талаш-) (Р: ссориться; И.: be at loggerheads; T.: dalaşmak) ҡ.
1. Үҙ-ара нимәгәлер дәғүәләшеү; тартышыу. □ Ссориться. Ер өсөн талашыу. Аҡса өсөн талашыу. Я [Әбей — егеткә:] Унда бер ҡыптыр тунға талашып ятҡан әбей менән бабай булыр. Әкиәттән. • Ағай-эне талашыр, атҡа менһә, ярашыр. Мәҡәл.
2. Үҙ-ара әрләшеп, ҡысҡырышыу; ыҙғышыу. □ Ссориться, ругаться. Зыҡ ҡубып талашыу. Талашып йәшәү. Я [Новиков:] Беҙ Индрил менән талашып киттек. Бик ауыр һүҙҙәр әйтештек. Д. Юлтый. [Гацһылыу — Зәһүрәгә:] Бына күр ҙә тор, һеҙ ни тала
шырһығыҙ ҙа ярашырһығыҙ, мин яманатлы булып ҡалырмын әле. Ф. Аҡбулатова.
3. Тешләшеү, һуғышыу (ҡош-ҡорт, хайуандарға ҡарата). □ Драться, грызться (о птицах, животных). Я Айғырҙар талашҡанын күргәнегеҙ бармы? Өйөр эсендә талашмай улар. Баҫтырышып бер ситкә — аулаҡҡараҡ сығалар. Н. Мусин. • Ике ҡарға талашһа, уҡсыға — йөн. Мәҡәл.
♦ Ең-яға килеп талашыу бик ныҡ талашыу. □ Сильно ругаться. Күршеләр ец-яға килеп талаша. Ҡан талашыу нимәгәлер ирешергә, өлгәшергә бик ныҡ тырышыу. □ Сильно стараться что-л. сделать. Я Кыҙыл ғәскәр унда ҡан талаша аҡ эттәрҙе илдән ҡыуырға. Б. Ишемғол.
ТАЛ БАЛЫ (Р: смола с почек ивы; И.: kind of resin; T: söğüt katranı) и. диал.
Бал ҡорто яҙ көнө күҙәнәктәрҙе һылау осон талдан йыйған сайыр. □ Смола с почек ивы. Бал ҡорто тал балы йыя. Тал балы йыйыу осоро. Тал балы менән һылау.
ТАЛ Б АУ ҺЫУ (талбауһы-) (Р: уставать; И.: tire; T.: bunalmak) ҡ. диал. ҡар. әлһерәү.
Эҫенән, арыуҙан һ.б. хәл бөтөү. □ Уставать, изнывать. Күп эшләп талбауһыу. Әсә-йем талбауһып ҡайтты. Я [Куҙыйкүрпәс] талбауһып үлем көтөп ятҡанда ғына бер һары турғай суҡ тирәк башына ҡунып һайрай башланы. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ТАЛ БЕСЕКЭЙЕ (Р.: почка ивы; И.: osier bud; T.: söğüt tomurcuğu) и. диал. ҡар. тал көсөгө.
Тал бөрөһө. □ Почка ивы. Тал бесекэйе йыйҙым. Тал бесекәйҙәре күренә башланы. Тал бесекэйе йәм-йәшел.
ТАЛ БӨРЛӨГӘНЕ (Р: ежевика; И.: blackberry; T.: böğürtlen) и. диал. ҡар. ҡара бөрлөгән.
Роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, сәнскеле үрмә һабаҡлы туғай үҫемлеге һәм шуның емеше. □ Ежевика (лат. Rubus caesius). Халыҡ ҡара бөрлөгәнде тал бөрлөгәне тип тә йөрөтә. Тал бөрлөгәне өлгөрҙө. Тал бөрлөгәне йыйҙым.
104