ТАЛҒЫНЛАТЫУ
ТАЛГӨСӨК (талгөсөгө) (Р.: почка ивы; И.: osier bud; T.: söğüt tomurcuğu) и. диал.
Тал бөрөһө. □ Почка ивы. Талгөсөк куп булды. Йомшаҡ ҡына талгөсөгө.
ТАЛГӨСӨК БАЛЫ (Р.: мёд, собранный с ивовых цветков; И.: osier bud honey; T: söğüt bah) и. диал.
Яҙ көнө тал бөрөләренән йыйылған бал. □ Мёд, собранный с ивовых цветков. Талгөсөк балы тәмле. Талгөсөк балы уңды. Талгөсөк балы файҙалы.
ТАЛҒАҠ (талғағы) (Р.: лабаз; И.: tree stand; T.: ağaçlar üzerine kurulan platform (av için) и. диал. ҡар. таҙғаҡ 2.
Һунарҙа кейек күҙәтеү өсөн ағас башына яһалған урын. □ Лабаз (навес, настил на дереве, на котором охотники поджидают зверя ). Талғаҡ ҡороу. Талғаҡтан атыу. ü Кискә бер-ике кеше мылтыҡ менән килеп, ағас башына талғаҡ яһап көтөп ултырһаң инде... Емтегенә, моғайын, килер инде был айыу. Ж. Кейекбаев. Әүәлге заманда, мылтыҡ юҡ саҡта, талғаҡтан айыуға һөңгө атыр булғандар. «Йәншишмә», 14 июль 2011.
ТАЛҒАҠТАУ (талғаҡта-) (Р: быть разборчивым в пище; И.: be choosy; T.: zor beğenir olmak) ҡ. диал.
Аш төрләү. □ Быть разборчивым в пище. Ашарға ултырһа, талғаҡтай башлай. Тал-ғаҡтамай ғына ашау.
ТАЛҒАТАУ (талғата-) ҡ. диал. ҡар. талымлау I.
ТАЛҒАУ (талға-) (Р: отказаться от че-го-л.; И.: renounce smth:, T.: reddetmek) ҡ. һөйл.
Нимәнелер эшләргә теләмәү, баш тартыу. □ Отказаться от чего-л. Эштән талғау. Ашарға талғау. Китап бирергә талғау.
ТАЛҒАУҺЫҘ с. диал. ҡар. талымһыҙ I.
Талғауһыҙ кеше.
ТАЛҒУЯН (Р: заяц-беляк; И.: white hare; T: kar tavşanı) и. диал.
Аҡ ҡуян. □ Заяц-беляк (лат. Lepus timi-dus). Талғуян шәп йугерә. Талғуян аҙашҡан. Матур талғуян.
ТАЛҒЫН I (Р: плавный; И.: smooth; fluent; T.: yavaş) с.
1. Яй ғына, бер көйгә тигеҙ рәүештә барған; һалмаҡ. □ Плавный, неторопливый, размеренный. Талғын аҙым. Талғын хәрәкәт.
■ Машина гел бер төрлө талғын, йоҡо кил-тергес тауыш менән әйләнә лә әйләнә. К. Мәргән. Ниндәй еңел беҙгә ишеу бергә, ағын һыу ҙа талғын тойола. Р. Ғарипов.
2. Ҡыҙыу булмаған, йомшаҡ; тандыр. □ Умеренный. Талғын ут. М Мейестән талғын йылы бәрә. Б. Бикбай.
3. Әкрен иҫкән, йомшаҡ. □ Умеренный, тихий. Иртәнге талғын ел. Йәйҙең һуңғы көндәрен һиҙҙертеп, һалҡынса талғын ел иҫә.
ТАЛҒЫН II (Р.: плавно; И.: smoothly; T.: yavaş) р.
1. Яй; һалмаҡ. □ Плавно. Талғын атлау. Талғын ғына ағыу. ■ Вагон талғын ғына тирбәлә. Ә. Байрамов.
2. Яй ғына, бер тигеҙ. □ Размеренно.
■ Көндөҙгө ҡояш талғын ғына йылыта. Д. Исламов. Ямғыр бер башлаһа, тәулек буйына талғын ғына шыбырлай бирә. М. Кәрим. Бер ярыҡ табып, ҡыйыҡ эсенә, Әмирҙең битенә иртәнге ҡояш төшкән, ул талғын ғына наҙлап йылыта. X. Ғиләжев.
ТАЛҒЫНЛАНЫУ (талғынлан-) (Р: становиться плавным; И.: become smooth; T.: dalgınlaşmak) ҡ.
1. Әкренәйә, тыныслана төшөп, талғынға әйләнеү; талғын булыу. □ Становиться плавным, размеренным. Йылғаның ағымы талғынланды. ■ [Рәуфә] һуңғы көндәрҙә нисектер күңелләнеп, һүҙе күбәйеп, шаянланып, йөрөшө талғынланып киткәйне шул. Ә. Әминев.
2. һүрәнләнеп йомшарыу (ҡыҙыулыҡҡа, эҫегә ҡарата). □ Становиться умеренным (о жаре). М Көн аҙағында һауа талғынланды. Ш. Шәһәр.
ТАЛҒЫНЛАТЫУ (талғынлат-) (Р: де лать плавным; И.: make smooth; T.: dalgınlaştırmak) ҡ.
1. Хәрәкәтен, барышын әкренәйтеп, талғынға әйләндереү; талғын итеү. □ Делать плавным, размеренным, неторопливым. Хәрәкәтте талғынлатыу. Кәмәне талғынла
105