ТАЛҒЫНЛЫҠ
тыу. ■ Һыу талғынлатыр өсөн ҡуйылған бер ҙур һәм бер бәләкәй мискә тора. Ә. Вәли.
2. Ҡыҙыулыҡты, эҫелекте кәметеп, талғынға әйләндереү; талғын итеү. □ Делать умеренным. Еләҫлек көн эҫелеген талғынлата.
ТАЛҒЫНЛЫҠ (талғынлығы) (Р.: плавность; И.: smoothness; T.: dalgınlık) и.
1. Яй, талғын булғанлыҡ, һалмаҡлыҡ.
□ Плавность. Йырҙың талғынлығы. Тормош ағышындағы талғынлыҡ. ■ Талғынлыҡ хәрәкәттә, йөрөүҙә генә тугел, һөйләшеүҙә лә һиҙелә. С. Агиш.
2. Тынып, тын торған хәл. □ Покой, тишина. Талғынлыҡҡа бирелеү. Талғынлыҡтан рәхәтләнеү. Талғынлыҡтан күңел тынысланыу.
3. Ҡыҙыулыҡтың һ үрел е үе, йомшаҡлыҡ.
□ Умеренность. Киске талғынлыҡ.
4. күсм. Йән, тән тойған тыныслыҡ, ләззәт. □ Покой, тишина. ■ Тәнгә рәхәт талғынлыҡ биреп, һалҡынса ел иҫте. Б. Бикбай.
ТАЛҒЫР (Р.: полосатый; И.: striped; T: çizgili) с. диал. ҡар. буйлы.
Юлаҡ-юлаҡ һыҙаттары булған. □ Полосатый. Талғыр йылан. Талғыр һыйыр. Талғыр таш. ■ Ғәли бабайыңдың талғыр башмағы зыянланы. С. Шәрипов.
ТАЛҒЫР ЙЫУА (Р: лук шаровидный; И.: wild onion species; T: bir tür soğan) u. бот.
Ҡалҡыуҙа үҫә торған һыҙат-һыҙат ҡыяҡлы әсе йыуа. □ Лук шаровидный (лат. Allium globosum Bieb). Талғыр йыуа йыйыу. Талғыр йыуа әсе була. Талғыр йыуа яҙын өлгөрә.
ТАЛҒЫУ (талғы-) (Р: плавно двигаться; И.: move smoothly; T: sarsılmadan yürümek) ҡ.
Яй ғына, тигеҙ генә хәрәкәт итеү. □ Плавно двигаться. Талғып аҡҡан йылға. Талғып аҡҡан ғүмер. Талғып килгән машина.
ТАЛ ДАУ (талда-) (Р: быть разборчивым в пище; И.: be choosy; T.: zor beğenir olmak) ҡ. диал.
Аш төрләү. □ Быть разборчивым в пище. Талдап бешерә. Талдап ашарға ярата.
ТАЛДУТ (Р: вербейник; И.: loosestrife; T.: karga otu) и. бот.
Ваҡ һары сәскәле күп йыллыҡ үлән. □ Вербейник (лат. Lysimachia). Талдут дымлы ерҙәрҙә, йылға буйҙарында, әрәмәлектә үҫә. Талдутты мышылар яратып ашай.
ТАЛДЫМ (Р: тихо, умеренно; И.: quietly; T.: dalgın) р. диал. ҡар. талғын.
Яй ғына, бер көйгә тигеҙ рәүештә барған; һалмаҡ. □ Плавно, тихо. Талдым әйләнеү. Талдым атлау. Талдым бейеү.
ТАЛДЫРЫУ I (талдыр-) (Р: натрудить; И.: fatigue; T.: yormak) ҡ.
Хәлһеҙләндереү, арытыу (тәндең ниндәйҙер ағзаһына ҡарата). □ Натрудить; утомить. Бәйләм күҙҙе талдыра. ■ Ахырыһы, йылдар йөгө генә түгел, буш ваҡыт та аяҡтарҙы талдыра. Б. Рафиҡов. Бура һуғыу беләктәрҙе талдыра, ширләүҙән күлдәктәр арҡаға лыпын йәбешә. Н. Мусин. Эҙләй-эҙ-ләй ҡаңғырҙым, аяҡтарым талдырҙым. Халыҡ йырынан.
ТАЛДЫРЫУ II (талдыр-) (Р: погружать кого-л. во что-л:, И.: plunge; T.: daldırmak) ҡ.
Онотолорға, ниндәйҙер хәлгә бирелергә мәжбүр итеү. □ Погружать кого-л. во что-л. Йоҡоға талдырыу. Уйға талдырыу.
ТАЛИБАН [пушту] (Р.: Талибан; И.: Taliban; T: Taliban) и.
Афғанстанда барлыҡҡа килеп, ҡайһы бер Урта Көнсығыш һәм Көньяҡ-Көнбайыш Азия илдәрендә таралыу алған радикаль мосолман хәрәкәте. □ Талибан. Талибандар хәрәкәте. Талибандар менән атышыу.
ТАЛИБӘ (Р: студентка; И.: (female) student; T: talebe) и. иҫк.
Студент ҡыҙ. □ Студентка. Тырыш та-либә. Талибәләр менән аралашыу.
ТАЛИҒ [ғәр. (Р- судьба; И.: fate; T: talih) и. иҫк. ҡар. тәҡдир.
Яҙмыш. □ Судьба, рок. Бәхетле талиғ.
ТАЛИҒА [ғәр. <^] и. ҡар. талиғ. • Бәхет булһа, талиға кәрәкмәй. Мәҡәл.
ТАЛИП I (талибы) [ғәр. <-^4 (Р: шакирд; И.: Moslem student; T: talip) и.
1. иҫк. Мәҙрәсә шәкерте. □ Шакирд. ■ Сарай мәҙрәсәһендә талиптарҙың байтағы шиғри һүҙ менән мауыға ине. Ә. Хәкимов.
2. Юғары уҡыу йорто уҡыусыһы. □ Студент. / Студенческий. Талиптар ятағы.
106