Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 107 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАЛҠЫ
Талиптар тормошо. Талиптар ойошторған концерт. ■ Йәштәр эштәре буйынса комитет йыл башынан уҡ юғары һәм урта махсус, һөнәрселек уҡыу йорттары талиптары менән осрашыуҙар уҙғара. «Йәшлек», 17 март 2009.
ТАЛИП II (талибы) [пушту] (Р.: талиб; И.: Taliban; Т: Taliban) и.
Радикаль хәрәкәттә ҡатнашыусы. □ Талиб. / Талибанский. Пакистан талиптары.
ТАЛИР [нем. Thaler} (Р: серебряный талер; И.: thaler; T: taler) и.
1. Боронғо бер һумлыҡ көмөш аҡса. □ Серебряный талер. ■ Хаживәлиҙец тальянкаһы .. уғата моңло тауышлы, талир тәңкәләр сылтыраған һымаҡ, .. һабан туйындағы тиҫтәләгән гармун тауышынан айырылып тора. И. Абдуллин. Мәҙрәсәгә килеп ингәс, хәйер бирҙек бер талир. Бәйеттән.
2. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейеменә биҙәүес рәүешендә баҫылған ошо аҡса. □ Монета, которая пришивалась в виде украшения на женскую одежду. М Хисбулла әсәһенең киленгә бүләккә тип биреп ебәргән сулпылыҡ, талир тәңкә менән суҡлы ике көмөш беләҙекте яңылыш уға биреп тә ҡуйғас, Сәрбиямал инде бөтөнләй ҙә ҡанатланып, үҙ тигәнен тормошҡа ашырырға кереште.
3. Биишева. Талир тәңкәләрен сылтыратып бына-бына «Еҙ үксә »не бейергә йыйынған Сабира ла сәхнә эргәһенә сығып баҫҡан була. Г. Ғиззәтуллина.
ТАЛИСМАН [фр. talisman < ғәр.] (Р: талисман; И.: talisman; T: tılsım) и. кит.
Ышаныуҙар буйынса, кешегә бәхет, уңыш килтерә һәм төрлө бәлә-ҡазанан һаҡлай торған предмет. □ Талисман. Талисман эшләү. Талисман тағыу. М Биҙәнеү әйберҙәренән һаналған ҡортбаш ырыҫ, бәхет талисманы тип ҡабул ителгән. «Йәшлек», 13 апрель
2010. [Рудольф Нуриев] һәр саҡ үҙе менән изге талисман итеп уйынсыҡ паровоз йөрөткән. «Башҡортостан», 20 март 2013.
ТАЛ КӨСӨГӨ (Р: почка, серёжка (у ивовых); И.: osier bud; T: söğüt tomurcuğu) u.
Тал сәскәһе (яҙ айҙарында сәскә ата). □ Почка, серёжка (цветочная, у ивовых). Тал көсөгөнөң еҫе аңҡый.
ТАЛ КӨСӨГӘНЕ и. диал. ҡар. тал көсөгө.
Тал бөрөһө. □ Почка ивы. Тал көсөгәне йыйыу. Тал көсөгәне файҙалы.
ТАЛҠАҒАС (Р: льномялка; И.: flax breaking machine; T: kendir lifleme âleti) и. диал. ҡар. талҡы.
Кипкән етен, киндерҙе иҙеп, сүсен айыра торған ҡорал. □ Льномялка. Талҡағас һатып алыу. Талҡағастан үткәреү.
ТАЛҠАН (Р: талҡан, толокно; И.: talkan; T: yulaf unu) и.
Ҡыҙҙырылған бойҙай оно һәм шул ондо, ҡайнар һөткә йәки һыуға болғатып, май ҡушып яһалған ашамлыҡ. □ Талҡан, толокно. ■ Уйҙарының осона сыға алмай яфаланған Фәүзиә, үҙен эш менән әүрәтергә була, ҡурмас ҡыҙҙырҙы, талҡан майланы. Т. Ғарипова. Насир, әрәмәлек янына туҡтап, ҡурйындағы ҡымыҙын эсеп, бер йомарлам кипкән талҡанды ашап алды ла, эйәрен баш аҫтына терәп, серемгә талды.
3. Ураҡсин.
ТАЛҠАНЛЫҠ (талҡанлығы) (Р: зерно, поджаренное для толокна; И.: grain toasted for oatmeal; T: yulaf unlu yemeklik) и.
Талҡан өсөн ҡурып ҡуйылған ашлыҡ. □ Зерно, поджаренное для толокна. Талҡан-лыҡ әҙерләү.
ТАЛ ҠУРҘАЙЫ (Р: садовая камы-шёвка; И.: Blyth’s reed warbler; T: kuzey kamışçını) и. зоол.
Турғайҙан бәләкәйерәк, үлән араларында, тал ботаҡтарында пырхылдап осоп йөрөүсе бәләкәй генә теремек ҡош. □ Садовая ка-мышёвка (лат. Acrocephalus dumetorum). Тал ҡурҙайының ояһы. Тал ҡурҙайы сырылдай. ■ [Тал ҡурҙайы] аҡ сәпсеккә йәки ауыл ҡарлуғасына оҡшатып, сырылдап һайрай. Баҫыу ситтәрендәге бейек үлән араларында, һыу буйындағы ҡамышлыҡтарҙа, таллыҡтарҙа йәшәй. Э. Ишбирҙин.
ТАЛҠЫ (Р: льномялка; И.: flax breaking machine; T: kendir lifleme âleti) u.
Кипкән етен, киндерҙе иҙеп, сүсен айыра торған ҡорал. □ Льномялка. ■ Талҡы менән етен талҡып, талалыр беләктәрем. Халыҡ йырынан.
107