Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 108 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАЛҠЫ АЛАМАҺЫ
ТАЛҠЫ АЛАМАҺЫ и. һөйл. ҡар. талҡыш. Талҡы аламаһын айырыу. Талҡы аламаһын ташлау.
ТАЛҠЫҒЫС и. диал. ҡар. талҡы. Талҡы-ғыстан уткәреу.
ТАЛҠЫТЫУ (талҡыт-) ҡ. йөкм. ҡар. талҡыу, понуд. от талҡыу. Етен талҡытыу. Киндерҙе талҡытырға биреу.
ТАЛҠЫУ (талҡы-) (Р.: мять (на льномялке); И.: brake; T.: keten ve kenevir liflerini ayırmak) ҡ.
Сүсен айырыу өсөн етен, киндерҙе талҡыға ҡыҫып иҙеү. □ Мять (на льномялке). Етен талҡыу. Киндер талҡыу. ■ Көҙ көндәре ҡыҙҙар һыу буйына киндер талҡырға йыйыла торғайны. С. Агиш.
ТАЛҠЫШ (Р.: костра, кострика; И.: sho-ver; T.: kendir çöpü) и.
Етен, киндерҙең талҡынан үткәргәндә сыҡҡан сүбе. □ Костра, кострика. Етен талҡышы. Киндер талҡышы.
ТАЛҠЫШЛАНЫУ (талҡышлан-) (Р: молотиться; И.: thresh; T.: ufalanmak) ҡ.
Бик ныҡ иҙелеп ваҡланыу. □ Молотиться. Талҡышланған һалам.
ТАЛҠЫШЫУ (талҡыш-) ҡ. урт. ҡар. талҡыу, взаимн. от талҡыу. Етен талҡытыу.
ТАЛЛИЙ (Р: таллий; И.: thallium; T.: talyum) и. хим.
Көмөш төҫөндәге, тиҙ ирей торған йомшаҡ металл. □ Таллий (лат. Thallium, Tl). Таллий элементының номеры. Таллий элементын асыу.
ТАЛЛЫҠ I (таллығы) (Р: ивняк; И.: osiery; T: söğütlük) и.
Тал күп үҫкән ер. □ Ивняк. Таллыҡта ҡош һайрай. Таллыҡ менән ҡапланған йылға. ■ Малайҙар бөгөн ук Ҡылыстың арғы башындағы таллыҡҡа барып мурҙа урергә булдылар. М. Кәрим. Дим, кеше йотҡан йылан кеуек, борғоланып ҡаса таллыҡҡа. Р. Бикбаев. Таллыҡта бер турғай, һандуғасҡа оҡшатып, тырышып-тырышып сутылдарға кереште. Д. Бүләков.
ТАЛЛЫҠ II (таллығы) (Р: деревянный клин; И.: nog; T: tırpanın çivisi) и. диал.
Салғы нығытҡанда ҡуйыла торған өҫтәмә сөй. □ Деревянный клин (для заточки косы ).
ТАЛМА (Р: быстро утомляющийся; И.: fatigable; T: çabuk yorulan) с. диал.
Арымтал. □ Быстро утомляющийся. Талма кеше. Талма уйын. Талма эш.
ТАЛМАС и. ҡар. тылмас. Талмас менән әңгәмә ҡороу. Талмас ярҙамында аралашыу.
ТАЛМИН (Р: таймень; И.: taimen; Т: taimen balığı) и. диал. ҡар. таймень.
Ҡыҙыл балыҡ. □ Таймень. Талмин тотҡандар. Талмин бик әҙ ҡалған. Талмин «Ҡыҙыл китап»ҡа ингән.
ТАЛМУД [бор. йәһүд talmüdh ‘өгөт’] (Р: талмуд; И.: Talmud; Т: Talmud) и.
1. (баш хәреф менән) Йәһүдтәрҙең Библияға нигеҙләнгән, дин, хоҡуҡ, көнкүреш мәсьәләләре хаҡындағы ҡағиҙәләр индерелгән күп томлы йыйынтығы. □ Талмуд. Талмуд — йәһудтәрҙең төп китабы. Талмудтың булектәре.
2. һөйл. Ҡалын китап (шаяртҡанда әйтелә). □ Талмуд. Был ниндәй Талмуд? Талмуд кеуек.
ТАЛМУДСЫ (Р: талмудист; И.: Talmudist; Т: talmudist) и.
Талмуд белгесе. □ Талмудист (толкователь или последователь Талмуда). Талмудсы яҙыуы. Талмудсы ҡарашы. Тадмудсылар раҫлауы.
ТАЛМУДСЫ ЛЫҠ (талмуд сыл ығы) (Р: талмудизм; И.: talmudism; T: Talmudçu-luk) и.
Талмуд ҡағиҙәләрен тотоу. □ Талмудизм (следование предписаниям Талмуда). Талмудсылыҡ ҡағиҙәләренә буйһоноу.
ТАЛОН [фр. talon] (Р: талон; И.: coupon; T: kupon) и.
1. Нимәлер алыу, ҡайҙалыр инеү хоҡуғы биргән ҡағыҙ, күҙәтеү, тикшереү документы. □ Талон. Бензин талоны. Врач талоны. ■ Зөфәр ҡыҙға артыҡ иғтибар итеп торманы, костюм кеҫәһенән алып бензинға талондар бирҙе. Д. Бүләков. Ялбыр сәсле ир, бик ихлас куренергә тырышып, постель талонын Сажидәгә кире һондо. Н. Мусин.
108