Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 110 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАЛСЫБЫҠ
Аяҡты кирә ҡуйыу. □ Широко расставить ноги. Талсайып баҫыу.
ТАЛСЫБЫҠ (талсыбығы) (Р.: прутик; И.: small rod; T.: söğüt çubuğu) и.
1. Нәҙек оҙон һыйғыр сыбыҡ. □ Прутик. Талсыбыҡ алыу. ■ Улар [малайҙар], ҡулдарына тотҡан талсыбыҡтарын болғай-болғай, көтөүгә ҡаршы йүгерҙеләр. 3. Биишева.
2. Сағыштырыу формаһында: нескә билле ҡатын-ҡыҙға ҡарата әйтелә. □ Стройный, красивый стан. Талсыбыҡтай нәҙек. Кәүҙәһе талсыбыҡтан. ■ «Был заманда егеттәр талсыбыҡтай зифа буйлы, нәҙекәй биллеләрҙе ярата бит!» — тип шаярта әле ул инәй. Ш. Янбаев.
ТАЛСЫҒЫУ (талсыҡ-) (Р.: изнемогать; И.: tire out; T.: halsiz düşmek) ҡ.
1. Арып, бөтә тән талып, ауырайыу. □ Изнемогать, уставать, утомляться; ослабевать. Талсыҡҡан уҙаман. Өләсәйем талсыҡҡан. ■ Әйтерһең дә, бер кем юҡ, ул [Мөғлифә ҡарсыҡ] бер үҙе, ултырған ерендә талсығып серем итә. Т. Ғарипова. Талған керпектәр үҙенән-үҙе йомолдо, талсыҡҡан кескәй тән ойоп һығылып төштө. 3. Биишева. Йәйпәк, киң сәхрәгә өйрәнгән дәрүиштәрҙең аяҡтары, бер үрҙән икенсеһенә артылып, таштан ташҡа һикереп, яман талсыҡты. Ә. Хәкимов.
2. күсм. Интегеү, яфаланыу, йонсоу. □ Томиться. Эшһеҙ талсығыу. ■ Әсәһен һағынып талсыҡҡан Миңлегөл шунда уҡ мышнап әүен баҙарына китте. Р. Байбулатов.
ТАЛСЫҠЛАУ (талсыҡла-) ҡ. диал. ҡар. талсығыу. Талсыҡлап бөткән. Талсыҡлап йөрөү.
ТАЛСЫҠТЫРҒЫС (Р: утомительный; И.: wearisome; T.: yorucu) с.
Арыта, хәлһеҙләндерә торған, күңелгә оҡшамаған, биҙҙергес. □ Утомительный. Талсыҡтырғыс осрашыу. Талсыҡтырғыс сара.
ТАЛСЫҠТЫРЫУ (талсыҡтыр) (Р: утомлять; И.: fatigue; T.: yormak) ҡ.
1. Арытыу, хәлһеҙләндереү. □ Утомлять. Баҫыу эше талсыҡтырҙы. ■ Күп барыу, оҙаҡ юл йөрөү һалдаттарҙы талсыҡтыр
ҙы. А. Таһиров. Бер үҙенә тороп ҡалған ике донъяны ҡарау арытманы уны [Хашимды], яңғыҙлыҡ талсыҡтырҙы. Т. Ғарипова. Көнәс урындағы ваҡытһыҙ йоҡо уны [Салихты] бөтөнләй талсыҡтырғайны. X. Мохтар.
2. эйһ. ф. ҡар. талсығыу, безл. ф. от талсығыу. Көнө буйы йөрөп бигерәк талсыҡтырҙы. Уйлап талсыҡтырҙы.
ТАЛ СӘНСЕҮ (Р: гнёт для стога; И.: press for a haystack; T: ağırlık) и. диал.
Кәбән башына һалыу өсөн саталап бәйләнгән сыбыҡ. □ Гнёт для стога (из нескольких ветвей). Тал сәнсеү эшләү.
ТАЛТА (Р: сила, мощь; И.: power, might;
T: güç) и. диал. ҡар. ҡеүәт.
Эш йәки хәрәкәт башҡара алыу мөмкинлеге, һәләте; көс. □ Сила, мощь. Талта алыу. Талта етеү. Бөтә талтаны һалыу.
■ Иҙеүкәйгә Сатмыр хан Туҡтамышҡа ҡаршы яу асырға талта биргән. Ҡобайырҙан.
ТАЛТАЙЫУ (талтай-, талтая) ҡ. диал. ҡар. талсайыу. Талтайып тороу. Талтайып баҫыу.
ТАЛТАЛЫ (Р: сильный, мощный; И.: mighty; T.: güçlü) с. диал. ҡар. ҡеүәтле.
Физик көсө күп; көслө. □ Сильный, мощный. Талталы кеше. Талталы көрәшсе.
■ Карағөлөмбәт үтә талталы батыр икән, йөклө арбаны бер үҙе тартыр икән. Ҡобайырҙан.
ТАЛТАНЛАУ (талтанла-) ҡ. диал. ҡар. тайпанлау. Талтанлап йүгереү. Талтанлап китеп барыу.
ТАЛ ТИРЕҺЕ (Р: ивовая кора; И.: willow bark; T.: söğüt ağacının kabuğu) и. диал.
Тал ағасының тыштан ҡаплап торған көбө. □ Ивовая кора. Тал тиреһен айырыу. Тал тиреһенән уйынсыҡ эшләү.
ТАЛ-ТИРӘК (тал-тирәге) (Р: ивняк, ивы; И.: osiers; T: söğütler ve kavaklar) u. йыйн.
Тал һәм тирәк ағастары. □ Ивы; ивовые. Тал-тирәктә һайрай ҡоштар. Тал-тирәк япраҡ ярған. ■ Һандуғасҡай һайрай тал-тирәктә, бер йырламай нисек түҙергә? Халыҡ йырынан.
ТАЛТЫМ (Р: способный; И.: able; Т: muktedir) с. диал. ҡар. булдыҡлы.
110