Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 112 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАЛЫМЛЫ
1. Аш яратмай һайланыу. □ Привередничать, быть прихотливым (к пище). // Привередничанье, прихоть. Аҙыҡты талымлау. Аш талымлау. Талымлап тормай ашау.
■ [Ҡунаҡтар] ҙа ашҡа төрләнеп, талымлап тормай, табынға килгәнен һыпыртып һала. М. Кәрим. [Алтынсәс] ашау-эсеүҙе талымламаны, кейемгә иҫе китмәне, әҙгә хушһынып, бар хәстәрен ҡәйнәһенә, Зоя менән Надяға күсерҙе. Ә. Хәкимов.
2. кусм. Уны-быны яратмай һайланыу.
□ Быть привередливым (в чём-л.). Әйбер талымлау. Талымлап тормай, барыһын да башҡарыу. ■ Йомшаҡ урынға ятҡас, арҡаларҙың ауыртыу ы ла тиҙ ук .. баҫылды ла ҡуйҙы; беҙ, артыҡ талымламай, тәрән йоҡоға сумдыҡ. Д. Юлтый.
ТАЛЫМЛЫ (Р.: привередливый; И.: selective; pernickety; T.: zor beğenir) c.
1. Аш яратмай, һайланыусан. □ Привередливый, избирательный, разборчивый. Бесәйем ашарға талымлы. Сит ил ҡунаҡтары бик талымлы ханымдар булып сыҡты.
• Талымлыға аш килешмәҫ. Мәҡәл.
2. кусм. һайланыусан. □ Разборчивый, избирательный. Кейемгә талымлы булыу.
■ Мөхәббәт, яратыу мәсьәләһендә мин уҙем ифрат талымлымын. С. Поварисов. [Колоев:] Рая, ҡыҙҙарға ул тиклем ук талымлы булыу килешмәй. Б. Рафиҡов.
ТАЛЫМЛЫЛЫҠ (талымлылығы) (Р: привередливость; И.: squemishness; T.: titizlik) и.
Талымлы булыу сифаты, талымлы кешегә хас сифат. □ Привередливость, требовательность. Талымлылыҡты һиҙеу. Көслө талымлылыҡ.
ТАЛЫМҺАҠ с. диал. ҡар. талымлы.
• Ауырлы ҡатын талымһаҡ. Мәҡәл.
ТАЛЫМҺЫҘ (Р: неразборчивый; И.: not fastidious; T.: her şeyi yiyebilen) с.
1. Аш һайламаған, булғанын ашаусан.
□ Неразборчивый, непривередливый (в отношении еды). Ашауға талымһыҙ бала. Талымһыҙ булыу. ■ [Урал:] Бисәһеҙ йәшәгәнгәме, мин былай ашау яғына талымһыҙ кешемен — нимәгә лә хушһынам. Ш. Бикҡол. Сабый, имсәктән бөтөнләй төңөлөп,
ашауға һалынғайны инде һәм бик ашамһаҡ, талымһыҙ ине. Ж. Кейекбаев. • Талымһыҙҙың таты юҡ. Мәҡәл.
2. кусм. Төрлө шарттарға ла түҙемле, булғанына күнеүсән. □ Непривередливый, нетребовательный. Эшкә талымһыҙ курше. Талымһыҙ хужа. Эшкә талымһыҙ кеше. Я [Айгиз] эшкә талымһыҙ, ни ҡушһалар, шуны тыңланы. Р. Солтангәрәев. [Кешеләрҙең] талымһыҙыраҡтары тышта, кибеттең нигеҙ буйында уҡ, табын ҡороп ебәргәндәр. Й. Солтанов.
3. һөйл. Төрлө шарттарға ла түҙемле, әрһеҙ (үҫемлектәргә ҡарата). □ Неприхотливый (о растениях). Талымһыҙ сәскә. Талымһыҙ ҡыуаҡ.
ТАЛЫМҺЫҘЛАНЫУ (талымһыҙлан-) (Р: становиться неразборчивым; И.: be unpretentious; T.: seçmez olmak) ҡ.
Уны-быны һайламай, булғанына күнеүсән булыу, әрһеҙләнеү. □ Становиться неразборчивым, неприхотливым, нетребовательным. Бөтөнләй талымһыҙланыу. Талымһыҙланып бөтөү. Талымһыҙланып китеү.
ТАЛЫМҺЫҘЛЫҠ (талымһыҙлығы) (Р: неразборчивость; И.: unpretentiousness; T.: her şeyi yiyebilme hâli) и.
Талымһыҙ булыу, талымһыҙ кешегә хас сифат. □ Неразборчивость, нетребовательность, неприхотливость. Уҡыуҙағы талымһыҙлыҡ. Йәшәйештәге талымһыҙлыҡ.
ТАЛЫМҺЫРАУ (талымһыра-) ҡ. һөйл. ҡар. талымлау. Аш талымһырау. Талымһы-рап тормай ашау.
ТАЛЫУ I (тал-) (Р: утомляться; И.: get tired; T.: yorulmak) ҡ.
1. Дауамлы эш-хәрәкәттән хәлһеҙләнеү (айырым ағзаға ҡарата); арыу. □ Утомляться, уставать (об органе тела). // Утомление. Бармаҡ талыу. Ауыҙ талыу. Я Кулдары талды, һыуыҡ һыуҙан аяғын көҙән йыйырҙы, .. куҙ алдары ҡараңғыланды Айсыуаҡтың. Т. Килмөхәмәтов. [Әсәйемдең] аяҡтары талған, донъя көтә торғас һыҙлау алған. Т. Ғәниева. Илкәйемә лә шул ҡайтыр инем, аяҡтарым талһа, имгәкләп. Халыҡ йырынан.
112