Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 113 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАМАҒЕСЕҮ
2. Хәл бөтөү, арыу (бөтә тәнгә ҡарата).
□ Уставать, утомляться. Талыуҙы онотоп эшләу. Талып бөтөу.
ТАЛЫУ II (тал-) (Р.: впадать во что-л:, И.: lapse into; T.: dalmak) ҡ.
Нимәнеңдер тәьҫирендә булып, үҙ-үҙеңде онотоу, ниндәйҙер хәлгә бирелеү; сумыу.
□ Впадать во что-л., погружаться во что, отдаваться чему. Уйға талыу, һағышҡа талыу. Я Гөлбаныу шул минутта уҡ, бар донъяһын онотоп, сабый тыныслығы менән йоҡоға талды. Т. Ғарипова.
ТАЛЬК [нем. Talk < лат. talcus] (P.: тальк; И.: talcum powder; T.: talk) и.
Ҡатлауланып торған аҡ йәки йәшкелт төҫтәге йомшаҡ минерал (онтаҡ хәлендә медицина һәм техникала ҡулланыла). □ Тальк. / Тальковый. Тальк һибеу. Тальк ятҡылығы. Я Унан һуң [Кәбир] бункерға сей резина тултырып, икенсе тартмаға тальк өҫтәне һәм престы ходҡа ебәрҙе. Ә. Байрамов.
ТАЛЬМА [фр. Talma ‘француз артисының фамилияһы’] (Р: тальма; И.: talma; Т.: kadınların uzun kolsuz giysesi) и.
Ҡатын-ҡыҙҙың еңһеҙ оҙон өҫ кейеме.
□ Тальма. Тальма кейеу. Тальма тегеу. Тальма алып ҡайтыу.
ТАЛЬЯН [рус. тальянка] (Р: тальянка; И.: kind of Russian accordeon; T: klavyeleri bir sıra olan garmon) и. муз.
Бер рәтле гармун. □ Тальянка. Тальян моңо. Тальян тартыу. Тальян көйө. Я Тальян тауышы бөтә урамды ярып китте. С. Агиш. Тальян гармун һыҙҙырып уйнай башлауға, ҡыҙҙар йырлап ебәрҙе. Ә. Байрамов.
ТАЛӘБӘ [ғәр. (Р: шакирды; И.: Moslem students; T: talebe) и. иҫк. йыйн.
Мәҙрәсә шәкерттәре, уҡыусылар. □ Шакирды, учащиеся. Өфө таләбәһе. Таләбә менән осрашыу. «Ғәлиә» мәҙрәсәһе таләбәһе килде.
ТАМ I (Р: ограда; И.: fence; T: çit) и. иҫк. ҡар. ҡойма.
1. Нимәнелер уратып алған ҡоролма, кәртә. □ Ограда, забор. Там буйында. Там эшләу. Ағас там. Таш там. Я [Егет] өйөнән алтын-көмөш ҡулына алып, ярына там торғоҙоу уйын алды. «Буҙйегет».
2. Өй түбәһе, өй башы. □ Крыша (дома). Тамға менеу. Тамдан һыу утә. Я Төндә берәу тамда йөрөй. Батша, уны куреп: «Һин нишләп йөрөйһөң өй башында?» — ти. Әкиәттән.
3. Ил сиген ҡарауылларға һаҡсы ҡуйыу өсөн эшләнгән бейек ҡоролма. □ Сторожевая башня. Там ҡороу. Я Боронғо башҡорттар уҙ ерҙәрен дошман ябырылыуынап һаҡлар өсөн урҙар уйҙырып, сайбандар ҡороп, хәуеф-хәтәр килеуе хаҡында хәбәр биреп торорға тамдар ҡуйып йәшәгәндәр. Ғ. Ибраһимов.
ТАМ II [ғәр. А*] (Р: полный; И.: full, complete; T: tam) с. иҫк. кит. ҡар. тулы.
Теүәл, кәмселекһеҙ. □ Полный. Там иреклек. Там бәхет.
ТАМ III [фарс. е,л] (Р: западня; И.: trap; T: tuzak) и. иҫк. кит. ҡар. ҡапҡан.
Ау, тоҙаҡ. □ Западня. Там ҡороу. Тамға эләгеу. Я Хөкумәттең истибдады арҡаһында истибдад беҙҙәргә лә булды бер там. М. Ғафури.
ТАМА и. диал. ҡар. тапҡыр. Бер тама ҡайтыу. Өс тама ҡысҡырыу.
ТАМАГОЧИ [яп. тамаготти] (Р: тама-гочи; И.: sort of electronic toy; T: Tama-goçi) и.
Ҙур булмаған электрон уйынсыҡ. □ Тама-гочи. Яңы тамагочи. Тамагочи һатып алыу. Тамагочи уйнау.
ТАМАҒАУЫРЫУ (Р: сужение пищевода; И.: aesophagus constriction; T: yemek borusu sıkışması) и. диал. ҡар. ҡылтамаҡ.
1. Аш үтмәү ауырыуы. □ Сужение пищевода. Тамағауырыу менән йонсоу. Тама-ғауырыуынан ябығыу. Тамағауырыуын дауалау.
2. Тамаҡ һәм аңҡау биҙҙәренең шешеүе менән билдәләнгән йоғошло ауырыу. □ Ангина. Тамағауырыуҙан дауаланыу. Тамағауырыу йоҡтороу.
ТАМАҒАШАУ (тамағаша-) (Р: кушать; И.: eat; T: yemek) ҡ. диал. ҡар. тамаҡҡа ашау. Тамағашап алыу. Кискелеккә тамағашау.
ТАМАҒЕСЕҮ (тамағес-) (Р: кушать; И.: eat; T: yemek) ҡ. диал. ҡар. тамаҡҡа эсеү. Тамағесеу ваҡыты. Тамағесеу тыйылды. Та-мағесергә килеу.
113