Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 114 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАМАҒОР
ТАМАҒОР (Р.: кадык; И.: Adam’s apple; T.: Adem elması) и. диал. ҡар. күмәгәй.
Ирҙәр үңәсендәге сурайып торған кимерсәк. □ Кадык. Тамағор шешкән.
ТАМАДА [груз, t’amada} (Р.: тамада; И.: toast-master; T.: sofra başkanı) и. ҡар. аяҡсы.
Көрәгәсе, табынсы. □ Тамада. Оҫта тамада. Тамада менән күңелле. Тамада уйындар үткәрҙе. ■ Өҫтәлдәрҙән ситтәге буш урынға сығып баҫҡан бер төркөм офицерҙар менән ҡатын-ҡыҙҙар ҡушарлап бейергә төшкәс, мәжлестең тамадаһы тәнәфес иғлан итте. Я. Хамматов. Оҫта телле уртансы бажа — аяҡсы, йәғни тамада. X. Зарипов.
ТАМАҠ (тамағы) (Р: горло; И.: throat; T: boğaz, gırtlak) и.
1. Ауыҙ ҡыуышлығын тын юлы һәм ҡыҙыл үңәс менән тоташтырған урын. □ Горло, гортань, глотка. / Горловой, гортанный. Тамаҡ ауырыуҙары. Тамаҡ ҡымырйыу. Тамаҡ төбө. Тамаҡ кибеү. Тамаҡ сайҡау. ■ Фәтихов, иҙелгән тәненең ҡот осҡос һыҙлауын, тамағының ут кеүек яныу ын һиҙҙермәҫкә тырышып, мөмкин саҡлы еңелерәк ҡыймылдап торҙо. И. Абдуллин. Саша тамағына килеп тығылған төйөрҙө йотоп ебәрҙе лә һөйләй башланы. Ә. Бикчәнтәев.
2. Ҡош, йәнлек муйынының алғы өлөшө, тамаҡ аҫты. □ Горло (у птиц, животных). Тамағы ҡара тауыҡ. Тамағы аҡ һыйыр. ■ [Тоҙаҡҡа] ап-аҡ тамаклы .. төлкө эләккән, ти. Әкиәттән.
3. Аш һеңдереү ағзаһы; ашҡаҙан. □ Желудок, пищеварительный орган. Тамаҡ туйҙырыу. Тамаҡҡа ашау. Я Ғаилә башлығының кәйефе шәп, алдарында — тулы табағы. Был заманда тағы нимә кәрәк? Өҫтө бөтөн һәм туҡ тамағы. М. Кәримов.
4. Ашау-эсеү, туҡланыу мөмкинлеге. □ Еда, пища; пропитание; потребность в пище. Тамаҡ йөрөтә. Тамаҡ өсөн барыу. Тамаҡтан ҡалыу. Тамағын ғына ҡайғыртыу.
5. Көндәлек ашау-эсеү кәрәге, аҙыҡ. □ Пища, еда, питание. Төшкө тамаҡ. Тамаҡҡа әҙерләү. ■ Рауза барыбер уның [Хөсәйендең] өҫтөн ҡарай, тамағына бешерә, мунса ла
яғып төшөрә. Т. Ғарипова. Бибеш тышта, аласыҡта, киске тамаҡҡа өйрә бешерер өсөн тары төйә. 3. Биишева. Егеттең януарҙарына тамаҡ биреп, .. үҙен өйгә индереп ҡунаҡ итәләр. Әкиәттән.
6. күсм. Ашарҙай кеше, йән эйәһе. □ Едок, рот. Артыҡ тамаҡ. Тамаҡ артыу. Биш тамаҡ булды.
7. Йылғаның бөткән, ҡойған урыны. □ Устье. Нөгөш тамағы. Ҡариҙел тамағы.
■ Йылға тамағы аша бүрәнәләрҙән тар ғына баҫма һалынған. Ә. Бикчәнтәев.
8. диал. Аяҡ һәм аяҡ кейеменең йөҙөнән юғарғы өлөшө; алҡым. П Подъём (ноги и обуви). Аяғының тамағы бейек. Тамағы тар туфли.
♦ Тамағына арҡыры (йәки таш) торғор (йәки торһон) ҡарғағанда, әрләгәндә әйтелә.
□ Чтоб он подавился!; чтоб ему в горле камнем застряло! (зложелание). Тамаҡ айырыу һәйбәт ашты өйҙәге башҡа кешенән айырып ашау йәки ашатыу. □ Обделить кого-л. в еде.
■ Оло инәйем, бүтәндәрҙән тамаҡ айырып, ара-тирә мине тәмле нәмәләр менән һыйлап ҡуя. М. Кәрим. Тамаҡ асыу ас хәлгә килеү, аслыҡ кисереү. □ Проголодаться. Тамаҡ асып китте. ■ [Хужа — Ахунға:] Йә, ҡунаҡ, юлда өшөп, тамағың асып та килгәндер. Р. Өмөтбаев. Тамаҡ аҫрау әҙ-мәҙ туҡланып тороу, аслы-туҡлы йәшәү. □ Перебиваться с хлеба на квас. Балаларҙың тамаҡтарын аҫрау. ■ Аслыҡҡа сыҙай алмай, тамаҡ аҫрау өсөн балыҡ ҡармаҡларға тип йоҡа боҙ өҫтөнө менгән оло улы Хәким, яҙғы боҙ емерелеп, һыуға батты. С. Ильясов. Тамаҡ ебетеү (йәки йомшартыу) әҙ генә берәй эсемлекте эсеп алыу. □ Промочить горло, пригубить, сделать глоток, отхлебнуть, отпить, выпить, глотнуть. Ҡымыҙ менән тамаҡ ебетеү. Тамаҡ итеү туҡлыҡ өсөн аҙыҡ ҡабул итеү; аҙыҡланыу, туҡланыу, ашау. □ Есть, кушать. ■ [Шәрифә:] Киске аш ваҡыты етте, ә ул [Ғамир] иртәнсәк тә рәтләп тамаҡ итмәне. Б. Бикбай. Тамаҡ киреү ауыҙҙы ҙур асыу (йырлағанда, ҡысҡырғанда Һ.6.).
□ Широко открывать рот (при пении, крике). Тамаҡ киреп һөйләү. Тамаҡ киреп йыр
114