ТАМАҠҠА АШАУ
лау. Тамаҡ киреп көлөү. Тамаҡҡа <арҡыры> торғор (йәки торһон) нимәлер өмөт иткән кешегә мыҫҡыллап әйтелә. □ Чтобы он подавился. Тамаҡҡа аш бармау ниндәйҙер кисереш тәьҫирендә ашай алмау. □ Застревать в горле (о пище). Сәлимдең нисәнсе көн инде тамағына аш бармай. Я Бөгөн кис Хәким-дең тамағына аш барманы. Р. Ғабдрахманов. Юлсыларҙың тамағына аш бармауы күренеп тора. Ә. Хәкимов. Тамаҡҡа бысаҡ терәү ниҙер талап итеү. □ Приставить нож к горлу. Тамаҡҡа таш (йәки төйөн) булыу ниндәйҙер сәбәптән ашаған ерҙән туҡталып ҡалыу, аш бармау. □ Застревать в горле (о пище). Тамаҡҡа тығылыу 1) кешене рәнйетеп, ирекһеҙләп алған нәмәнән зыян күреү. □ Давиться чем-то, застревать; 2) асыуҙан, ярһыуҙан һ.б. бер һүҙ ҙә әйтә алмау. □ Застревать в горле, оставаться недоговорённым, невысказанным (от волнения, ярости и т.д.). ■ Асыу төйөнө минең тамағыма тығыла. М. Кәрим. Рамазан аптырап китте. Ни тиергә белмәй, тамағына тығылған төйөрҙән бер һүҙ әйтә алманы. Ә. Хәкимов. Тамаҡ ҡылҡылдау нимәлер ашарға, эсергә ымһынып, йотоноу. □ Глотать слюнки, причмокивать губами (от желания есть, пить). Тамағы ҡылҡылдап тора. Я [Куҙыйкүрпәс] бер уйға барып етһә, тамаҡтары ҡылҡылдап, бүреләр ултыра, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Тамаҡ саҡырыу ирекһеҙҙән тамаҡ төбөнән сиҡ-сиҡ иткән тауыш сығарыу; сиҡылдау. □ Икать. Баланың тамағы саҡыра. Тамаҡ саҡыра, мине кем иҫенә төшөрә икән? Я Тамаҡ саҡырһа, ҡунаҡ килә, күстәнәс ашайһың. «Башҡорт мифологияһы»нан. Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә ашау, ас ҡалмаҫ өсөн ныҡ тырышыуға ҡарата әйтелә. □ Стараться ради еды. Я Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә тигәндәй, ауыл һайын һоранып ашап йөрөй торғас, Стәрле баҙарына барып индем мин бер заман. Ҡ. Ибәтуллин. Тамаҡ хаҡына ашау-эсеү иҫәбенә. □ За еду. Тамаҡ хаҡына эшләү. Тамаҡ хаҡына ялланыу. Я Закир башта, ҡырҡтартмасыға тамаҡ хаҡына ялланып, тартма күтәреп, «ил гиҙеп» сығып
китте. 3. Биишева. Тамаҡ ялғау әҙ-мәҙ ҡапҡылап, асыҡҡанды баҫыу. □ Перекусить. соотв. Заморить червячка. Тамаҡ ялғап алыу. Я Картуф булһа ла бешереп, тамаҡ ялғар кәрәк, кисә бит уларға күршеһе, Ха-шимды йәлләптер инде, бер биҙрә картуф индерҙе. Т. Ғарипова. Шулай бер саҡ был ике дуҫ бик алыҫ далаға һунарға киткәндәр. Йөрөгәндәр, йөрөгәндәр ҙә былар тамаҡ ялғарға ултырғандар. Әкиәттән. Мөхәмәҙғәле менән Йәмилә барлы-юҡлы нәмәләрен буласаҡ мәктәптең кесе яғына ташып бөттөләр ҙә, шәмгә ут алмай ғына тамаҡ ялғап, йоҡларға яттылар. Ф. Иҫәнғолов. Тамаҡ ялына ҡар. тамаҡ хаҡына. Тамаҡ ялына йөрөү. Тамаҡ ялына барыу. Тамаҡ ялына ялланыу. Тамаҡ ярыу нигеҙһеҙ, юҡҡа ҡысҡырыу. □ Рвать горло попусту, драть горло. Я Етди мәсьәлә хәл ителгән бындай йыйында бер-береңдән уҙҙырырға тырышып тамаҡ ярыу ғәҙәте юҡ. Н. Мусин. Тамаҡ яуы эшләмәй, буш ашаған кешегә әйтелә. □ Дармоед, тунеядец. Я Артыҡбикә, өйҙә артыҡ бер кеше, тамаҡ яуы икәнен белеп, үҙ көнөн үҙе күрә башлаған. Әкиәттән. Әрәм тамаҡ эшләмәй, кеше елкәһендә йәшәгән кешегә ҡарата нәфрәт менән әйтелә. □ Дармоед, тунеядец. Я Ул [Аҡмулла], әрәм тамаҡ булырға теләмәйенсә, көнө буйы оҫталыҡ менән шөғөлләнде йәки балалар уҡытты. Я. Хамматов.
ТАМАҠБАУ (Р.: супонь; И.: hame-strap; T.: hamut kayışı) и.
Атты еккәс, ҡамыт ағасының башын тартып бәйләй торған бау. □ Супонь. Ҡамыттың тамаҡбауы. Тамаҡбау бәйләү. Тамаҡбауҙы бушатыу.
ТАМАҠ БИҘЕ (Р: гланда; И.: tonsil; T.: bademcik) и. анат.
Аңҡау биҙе, гланда. □ Гланда. Тамаҡ биҙе шешкән. Тамаҡ биҙен тикшертеү.
ТАМАҠҠА АШАУ (тамаҡҡа аша-) (Р: есть, кушать; И.: eat; T.: yemek) ҡ.
Туҡлыҡ өсөн аҙыҡ ҡабул итеү; аҙыҡланыу, ашау. □ Есть, кушать; питаться; кормиться. Тамаҡҡа ашарға ваҡыт етте. Я [Әсәһе — Әнисәгэ:] Балам, тамағыңа
115