Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 116 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАМАҠҠА ЭСЕҮ
аша ла унан Юлдаштарға инерһең. 3. Биишева.
ТАМАҠҠА ЭСЕҮ (тамаҡҡа эс-) (Р.: покушать, поесть; И.: eat; T.: yemek) ҡ. һөйл.
Ашау (ғәҙәттә, йылы, шыйыҡ аҙыҡҡа ҡарата әйтелә). □ Покушать, поесть (чаще о жидкой еде). Тамаҡҡа эсеп, юлды дауам итеү.
ТАМАҠ ҠУРАЙЫ (Р.: горловое пение; И.: throat singing; T.: boğazdan şarkı söyleme) и. диал. ҡар. өзләү.
Тамаҡ төбө менән сығарылған көй. □ Горловое пение. Тамаҡ ҡурайы бәйгеһе. Тамаҡ ҡурайына өйрәтеү.
ТАМАҠ ҠЫРЫУ (тамаҡ ҡыр-) (Р: откашливаться, покашливать; И.: wheeze; T: öksürmek) ҡ.
Еңелсә йүткергән һымаҡ итеп, тамаҡ төбөн таҙартыу. □ Откашливаться, покашливать. Е Мәйет тәрбиәләүселәрҙең иң олоһо ҡаты итеп тамаҡ ҡырҙы, — мәйет ҡашында ғәйбәт һөйләү үҙе оло гонаһ. Т. Ғарипова. Әхмәҙи, тамаҡ ҡырып, һүҙ башланы. Ә. Бикчәнтәев.
ТАМАҠЛАНДЫРЫУ (тамаҡландыр-) (Р: накормить; И.: feed; T: yemek vermek) ҡ.
Ашатыу, туйындырыу. □ Накормить, дать поесть. Балаларҙы тамаҡландырыу. Тамаҡландырып ҡайтарыу. Әсәйем тамаҡландырҙы. Тамаҡландырырға килделәр. Е Айбикә, хужаларын тамаҡландырып, эшен бөтөрҙө лә уларға белгертмәй генә клубҡа барырға сыҡты. Һ. Дәүләтшина.
ТАМАҠЛАНЫУ (тамаҡлан-) (Р: есть; И.: eat; T.: yemek) к.
Ашау, тамаҡ туйҙырыу, туйыныу. □ Есть, кормиться, питаться. Былау менән тамаҡланыу. Бишбармаҡ менән тамаҡланыу. Тамаҡланырға ултырыу. Тамаҡланып йоҡлау.
ТАМАҠЛАУ (тамаҡла-) (Р: задрать, схватив за горло; И.: throat; T.: boğazlamak) ҡ.
1. Боғаҙҙан тешләп йәрәхәтләү йәки үлтереү; боғаҙлау (йыртҡыстарға ҡарата). □ Задрать, схватив за горло. Бәрәсте бүре тамаҡлаған. Себеште йыртҡыс тамаҡланы.
2. Кешене муйынынан бысаҡлау. □ Перерезать горло. Тамаҡлап үлтереү.
ТАМАҠЛЫҠ (тамаҡлығы) (Р: деньги, расходы на питание; И.: nutrition costs; T.: yemek parası) и.
Ашау-эсеүгә кәрәк булған сығым, ашау өлөшө. □ Деньги, расходы на питание. Тамаҡлыҡ өсөн. Тамаҡлыҡ аҡса. Ш Атай менән эсәй йәйен-ҡышын байға, баярға эшләп тамаҡлыҡ табалар. С. Ҡудаш. Иртән Насир ярҙамсы малайын ошо ҡаҙаҡта һарыҡ көтөшөргә ҡалдырып торорға булды, әҙерәк өҫ-башлыҡ, тамаҡлыҡ булһа ла эшләр. И. Насыри.
ТАМАҠОШО (Р: нёбо; И.: palate; T.: damak) и. диал. ҡар. аңҡау.
Ауыҙ әсенең өҫкө өлөшө. □ Нёбо. Өҫкә тамаҡошо. Аҫҡы тамаҡошо. Урта тама-ҡошо.
ТАМАҠ РӘНЙЕҮЕ (Р: ангина; И.: tonsillitis; T.: anjin) и. диал. ҡар. ангина.
1. Тамаҡ шеше. □ Ангина. Тамаҡ рәнйе-үенән яфаланыу.
2. Танау, тамаҡ, боғарлаҡ һ.б. лайлалы тиресәһе зарарланыу менән билдәләнгән йоғошло ауырыу; дифтерия. □ Дифтерия. Тамаҡ рәнйеүе менән ауырыу. Тамаҡ рәнйеүе таяҡсалары. Тамаҡ рәнйеүе йоҡторған.
3. Аш үтмәү ауырыуы. □ Сужение пищевода. Тамаҡ рәнйеүе йонсотто.
ТАМАҠСА (Р: нашейное украшение из монет; И.: sort of coin decoration; T: bür tür süs eşyası) и. этн.
Муйын тәңкәһе. □ Нашейное украшение из монет. Тамаҡса эшләү. Тамаҡсаһы матур. Тамаҡса бүләк итеү. Ҡыҙҙар тамаҡса таға.
ТАМАҠ ТӨБӨ ТАРТЫНҠЫЛАРЫ (Р: гортанные согласные; И.: guttural consonants; T: damak sessizleri) и. лингв.
Тел төбөнөң йомшаҡ аңҡауға тейеүенән яһалған тартынҡылар (ғ, ҡ,һ). □ Гортанные согласные. Башҡорт телендә тамаҡ төбө тартынҡылары бар.
ТАМАҠ ТӨЙӨНӨ (Р: кадык; И.: Adam’s apple; T: Adem elması) и. диал. ҡар. күмәгәй.
Ирҙәр үңәсендәге сурайып торған кимерсәк. □ Кадык. Тамаҡ төйөнө барлыҡҡа килгән. Тамаҡ төйөнө шешкән.
116