Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 118 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

TAMAH
баһаларға ғына тамамлап, ҡыҙыл диплом алғайны. Р. Байымов.
ТАМАН (Р.: как раз, точь-в-точь; И.: to the letter; T.: tam) c.
1. Күләме, дәүмәле, үлсәме менән тура килгән. □ Как раз, точь-в-точь. Таман кейем. Таман ойоҡ. ■ Уҡыусы балаларҙың күбеһе үҙенә таман кейемдә тугел, ә еңе бөкләнгән һырыған фуфайкала. М. Ғиләжев. Кейеме уҙенә үлсәп теккән кеуек таман ғына булып тора, ти. Әкиәттән.
2. Тейешле дәрәжәләге, кәрәгенсә булған. □ В меру; столько, сколько нужно; в норме. Ҡары таман ҡыш. Ямғыры таман йәй.
3. кусм. Кешегә үсәп әйтелә. □ Так ему и надо! (выражение злорадства). Эшенә күрә таман. Таман булған. К [Басир] бынан кире бисә-сәсә эшенә ҡыҫылып йөрөмәҫкә таман булыр, тип үсәп тә алды. Р. Өмөтбаев.
ТАМАНЛАУ (таманла-) (Р: приводить в нужную кондицию; соразмерять; И.: make fit, just right; T: ayarlamak) ҡ.
1. Тейешле бер самаға, күләм-дәүмәлгә килтереү; таман итеү. □ Приводить в нужную кондицию; соизмерять. Икмәктең тоҙон таманлау. Һыуҙы таманлау. ■ Ул [Тимербай ] тоҙон да таманлап һалды, картуф бешер-бешмәҫтән вермишелен төшөрөргә лә онотманы, лавр япрағын да тыҡты. Н. Ҡотдосов.
2. һөйл. Таман булғанлығын самалап үлсәү. □ Делать впору, подгонять. // Подгонка, пригонка что к чему. Күлдәкте таманлап ҡарау. Я Киҫкәгә сабылған балтаны көс-хәл менән һурып алып, ике йәпте таманлап ҡыҫҡартырға тотондо [Вәзир]. М. Кәрим.
ТАМАНСА (Р: соразмерный, средний; И.: fit; ratable; T: oranlı) с. һөйл.
Тейешле кимәлдә, кәрәгенсә булған; уртаса. □ Соразмерный, средний, в меру; пропорциональный. Таманса һөт. Таманса мунса. ■ Кан баҫымы ла таманса, йөрәге лә һәйбәт. Б. Ноғоманов. Алтын сылбырлы пенсне кейгән, таманса ғына буйлы, йәш йөҙлө кеше председателлек итә. Ә. Бикчәнтәев.
ТАМАНСАЛАУ (тамансала-) (Р: довести до нужной кондиции; И.: bring to a desired condition; T: kıvamına getirmek) ҡ. һөйл.
Таманса итеү. □ Довести до нужной кондиции; сделать соразмерным. Мунсаны тамансалап яғыу. Өҫтәлде тамансалау.
ТАМАРИСК [лат. tamarix] (P: тамариск; И.: tamarisk; T: ılgın) и. бот.
Сүллектәрҙә, ярым сүллектәрҙә үҫкән алһыу, аҡ сәскәле ҙур булмаған ағас йәки ҡыуаҡ. □ Тамариск (лат. Tamarix). Тамариск бейеклеге.
ТАМАХА (Р: супонь; И.: hame strap; T: hamut kayışı) и. диал. ҡар. тамаҡбау.
Атты еккәс, ҡамыт ағасының башын тартып бәйләй торған бау. □ Супонь. Тамаханы эләктереү. Аттың тамахаһын һалдырыу.
ТАМАША [фарс. uus] (Р: зрелище, забава; И.: show; T: manzara) и.
1. Иғтибарҙы йәлеп итерлек күренеш. □ Зрелище, забава, развлечение. / Зрелищный. Тамаша ҡарау. Тирә-йүндәге тамаша. Урамда тамаша булды. Я Тамаша өсөн торған карап тыныс боғаҙҙан яйлап ҡына ҡуҙғала ла көн һайын, кешеләр тейәп, Кара-Дағты диңгеҙ яҡлап күрһәтергә алып бара. Т. Ғәниева.
2. Халыҡ алдында башҡарылған ҡыҙыҡлы уйын йәки сәхнә әҫәре. □ Представление. // Зрительный. Театраль тамаша. Тамаша күрһәтеү. Тамаша ҡуйыу. Я Тамаша барған ваҡытта ысын фонтан атылып торасаҡ.
С. Агиш. Василий Петрович ошо ваҡытта үҙен театрҙа тамаша ҡуйған сәхнә оҫтаһы итеп тойҙо. Р. Вәлиев.
3. Иҫ киткес, таң ҡалырлыҡ, аптырар-лыҡ күренеш; ғәжәп хәл. □ Чудо; диво. Я Был тамашаны хайран ҡалып, йөрәге елкенеп ҡарап торған Егор Тимашев күсеренә бойороҡ бирҙе. 3. Ураҡсин.
ТАМАША ЗАЛЫ (Р: зрительный зал; И.: auditory; T: tiyatro veya sinema salonu) и.
Тамашасылар ултыра торған зал. □ Зрительный зал. Яңы тамашасылар залы. Тамашасылар залы тулы. Я Егет менән ҡыҙҙың драмтеатрҙың ярым ҡараңғы тамаша залында осраҡлы рәүештә генә танышыуы айырылмаҫ дуҫлыҡҡа, унан ҡайнар мөхәббәткә әйләнеп китте. И. Аҡъюлов. Тамаша залы кешеләр менән шығырым тулды. Р. Байбулатов.
118