Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 119 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАМҒА
ТАМАША ИТЕҮ (тамаша ит-) (Р.: смотреть, наблюдать; И.: observe; see; T.: seyretmek) ҡ.
Ҡарау, күҙәтеү. □ Смотреть, наблюдать; созерцать, осматривать. Малайҙарҙың көр-мәләшкәнен тамаша итеу. Я Уларға [егеттәргә] һоҡланып, тамаша итеп торған өлкәндәр Арыҫландың улын маҡтаны. Ғ. Ибраһимов. Беҙҙең куҙебеҙ һаман тирә-яҡты, тәбиғәтте тамаша итеуҙә ине. М. Ғафури.
ТАМАША ҠЫЛЫУ (тамаша ҡыл-) ҡ. ҡар. тамаша итеү. Я «Йә, нишләйбеҙ, иптәш Хәбиров?» — т ине тамаша ҡылып, һуҙҙәргә ҡолаҡ һалып торған Яубаҫаров. X. Ғиләжев. «Үҙ ғумерендә бер ҡайтҡан икән, [ағаһы] әйҙә, тамаша ҡылып, куреп китһен», — тип уйланы Фазила. В. Исхаҡов. Йыйылған халыҡ янғын һундереуҙән бигерәк тамаша ҡыла. Р. Байымов.
ТАМАШАСЫ (Р: зритель; И.: spectator; T.: seyirci) и.
Тамаша (2) ҡараусы. □ Зритель. Тамашасы алҡыштары. Я Концерт ҡыҫҡа булһа ла, тамашасылар бик ҡәнәғәт ине. Ғ. Лоҡманов. Бөтәһе өс-дурт кенә йыр әҙерләгән булһаҡ та, тамашасыларҙың һорауы буйынса Фаягөл ете-һигеҙ йыр йырланы. X. Зарипов. Уңышлы курһәтелгән шундай хикмәттәрҙән һуң тамашасы гөр килеп ҡул саба. Б. Бикбай.
ТАМАШАСЫ ЗАЛЫ и. ҡар. тамаша залы. Я Ситтән, тамашасы залынан ҡарағанда, Фәрит уйнай ҙа, йырлай ҙа булып куренә. Н. Алсынбаев.
ТАМБАҠ (Р: никелированный; И.: nickel; T: nikelajlı) с. диал.
Составында никель булған, никелле. □ Никелированный. Тамбаҡ самауыр. Тамбаҡ самауырға һыу һалыу. Тамбаҡ самауырҙы таҙартыу. Я [Рәуф ағайҙың] бер ҡулында ялтлап торған тамбаҡ сәйнук, икенсеһендә — икмәк телеп һалынған һауыт. Н. Мусин.
ТАМБАЛ (Р: штаны; И.: trousers; breeches; T: pantolon) и. диал. ҡар. ыштан.
Кәүҙәнең билдән түбәнге өлөшөнә кейә торған балаҡлы кейем. □ Штаны. Балалар тамбалы. Ирҙәр тамбалы. Кыҫҡа тамбал.
ТАМБУР I [фр. tambour ‘барабан’] (Р: тамбур; И.: enclosed platform; platform; T: tambur) и.
1. Тимер юл вагонының баштарындағы, ике ишек араһындағы ҙур булмаған майҙансыҡ. □ Тамбур. / Тамбурный. Тамбур урыны. Тамбурҙа тороу. Тамбур ишеге. Я Фәузиә .. асылып киткән ишек аша йәнәшәләге вагон тамбурында һөйләшкән тауыштар ишетте. И. Ғиззәтуллин. Ҡыҙыҡайҙар, бер-бе-реһенә һыйынышып, һуҙһеҙ генә тамбурҙа торҙолар — вагонға инеу тугел, баҫып торорлоҡ урын юҡ ине. Т. Сәғитов.
2. Һыуыҡ ваҡыттарҙа йәмәғәт биналарын үтә ныҡ һыуыныуҙан һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән, инә торған ишек алдындағы, ишеге, түбәһе һәм стеналары булған бәләкәй майҙансыҡ. □ Тамбур. / Тамбурный. Тамбурға сығыу.
ТАМБУР II [фр. tambour} (Р: тамбур; И.: kind of embroidery; T: bir tür nakış) u.
Элмәкләп сәнсеп сигеү төрө. □ Тамбур. / Тамбурный (вид вышивания). Тамбур биҙәге. Я [Алдарбайҙың һеңлеһенең] йәшкелт төҫтәге кулдәгенең бәбәй итәктәренә алһыу таҫма йугертелгән, сәскәләп тамбур менән ҡайылған. Н. Мусин.
ТАМБУР III (Р: тамбурин; И.: tambourin; T: dümbelek) и. му з.
Ҡайһы бер Көнсығыш халыҡтарының ҡыллы сиртмә музыка ҡоралы. □ Тамбурин, тамбур, танбур. Тамбурҙа уйнау.
ТАМБУР ЕБЕ (Р: сучёные толстые нитки; И.: sort of thick thread; T: nakış ipi) и.
Сиратылған ҡалын сигеү ебе. □ Сучёные толстые нитки (для вышивания тамбуром). Тамбур ебе һатып алыу. Ҡыҙыл төҫтәге тамбур ебе.
ТАМБУРИН [ит. tamburino] и. ҡар. тамбур III. Тамбурин тауышы.
ТАМБУР ЭНӘҺЕ (Р: тамбурная игла; И.: tambour needle; T: nakış iğnesi) и.
Башы ырғаҡлы сигеү энәһе. □ Тамбурная игла. Тамбур энәһен һындырыу.
ТАМҒА I (Р: тамга; И.: tamga', T: damga) и.
1. Берәй ырыу йәки араның танытмаһы булған шартлы билдә. □ Тамга, родовой
119