ТАМПАСЫЙ
ТАМҒЫ ИТЕҮ (тамғы ит-) (Р.: возжелать; И.: desire; T.: umut etmek) ҡ.
Кешенән нимәлер көтөү; өмөт итеү. □ Возжелать, вожделеть. Ата-әсәнән аҡса тамғы итеу. Ярҙам тамғы итеу.
ТАМҒЫЛАНЫУ (тамғылан-) (Р.: не воздерживаться в желаниях; И.: be greedy; T.: tamah etmek) ҡ. иҫк.
Нәпсегә бирелеү. □ Не воздерживаться в желаниях; не насытиться, жадничать. Тамғыланған кеше. Аҡсаға тамғыланыу. П Тамғыланған байбисәң, ҡуңалтаҡ кейеп итеген, тернәкселектә көн итер. Ҡобайырҙан.
ТАМҒЫЛАУ (тамғыла-) (Р: капать изредка; И.: drop; T.: ara sıra damlamak) ҡ.
Һирәк-Һаяҡ тамыу. □ Капать изредка. Ямғыр тамғылау. Һыу тамғылау. ■ Ул [куҙ-лекле], тағы ла ҡулъяулығын алып, танауы осонан тамғылай башлаған борсаҡ-борсаҡ тирен һөрттө. Ғ. Ғүмәр. Тик ҡайҙалыр бейектә аҙашып ҡалған ваҡ тамсылар ғына һирәк-һаяҡ тамғылап ҡуя. М. Кәрим.
ТАМҒЫЛЫ (Р: жадный, алчный; И.: greedy; avaricious; T: açgözlü) с. иҫк.
Тамғыһы, нәпсеһе булған. □ Жадный, алчный; алчущий; корыстный. Тамғылы бай. Тамғылы кеше.
ТАМҒЫҺЫҘ (Р: бескорыстный; И.: disinterested; T.: çıkar gözetmez) с.
Эше осөн әжер көтмәгән, эскерһеҙ үтәгән, там итмәй эшләгән. □ Бескорыстный. Тамғыһыҙ бала. Тамғыһыҙ ҡатын.
ТАМДЫРЫУ (тамдыр-) ҡ. йөкм. ҡар. тамыу 1. понуд. от тамыу 1. Ҡуҙ йәше тамдырыу. ■ Мин шунда, «уның» янына ғына ултырып, мөхәббәт хаҡында һөйләр инем, куҙ йәшемде уның кукрәгенә тамдырып, уҙем-дең утым менән — ғишыҡ уты менән уны ла яндырыр инем. М. Ғафури. Ҡар аҫтында кумелеп ятҡан улектәрҙе урынлаштырырға кешеләр таба алмағанлыҡтан, таш келәттәрҙә һаҡлап, берәр-икешәр ай кумә алмай аптырауҙары уның [Ҡыҙрастың] куҙҙәренән йәштәр тамдырырға мәжбур итте. Т. Йәнәби.
ТАМ ИТЕҮ (там ит-) (Р: надеяться; И.: hope; expect; T.: umut etmek) ҡ. һөйл.
Нимәлер теләп, өмөт итеу; ымһыныу. □ Надеяться, рассчитывать на кого-л. Ашарға там итеу. И Һауғанда Бөйрәкәйҙең алдына ашарға һалып ҡарарға ине, тик унан һуң ул көн дә шуны там итәсәк. Т. Ғарипова.
ТАМОЖЕННИК (таможеннигы) [рус.] (Р: таможенник; И.: customs officer; T.: gümrükçü) и.
Таможняла хеҙмәт итеүсе. □ Таможенник Таможенник булып урынлашыу. Таможенниктар форумы.
ТАМОЖНЯ [рус.] (Р: таможня; И.: customs; T: gümrük) и.
Ил сиктәрендә сит илдәрҙән индерелә торған тауарҙы, транспортты һ.б. тикшереү, теркәү һәм һалым һалыуҙы тәьмин итеүсе дәүләт органы. □ Таможня. / Таможенный. Таможня тикшереуе. Таможня сиге. № Хызыр Вилә менән Риязды машинаға ултыр тып оҙатты һәм, танытмаһын курһәтеп, таможняға инде. Г. Хисамов. Ишмырҙа Ишбулдин, теплоходҡа ултырыу алдынан таможняға инеп, махсус декларация тултырҙы. Ә. Бикчәнтәев. Атаһы улын уҙ юлына кундерергә теләне, .. бухгалтерия курстарында уҡытты, аҙаҡ таможняға эшкә урынлаштырҙы. Ғ. Хөсәйенов.
ТАМПАҠ (тампағы) [нем. Tornpak < малай] (Р.: томпак; И.: tombac; T: tombak) и.
Баҡыр менән ырыҡта иретмәһе. □ Томпак. / Томпаковый. Тампаҡтан эшләнгән. Тампаҡ балдаҡ. Тампаҡ биҙрә. 11 Урындыҡ ситендә — яп-ялтыр еҙ батмусҡа ултыртылған тампаҡ самауыр Т. Хәйбуллин. Тур баштағы кәштәлә ҡоршалған бер-ике сынаяҡ, һауыт-һаба йыуа торған таҡта өҫтөндә ҡырҡ урындан ямалған тампаҡ самауыр, бер-ике урындан тимер менән уратып алынған туҫтаҡтан башҡа йыһаз юҡ. Р. Өмөтбаев.
ТАМПАСЫЙ (Р: монпансье; И.: kind of lollipops; T: montpensier) и. диал. ҡар мон-паси.
Емеш-еләк һутынан эшләнгән шәрбәт һурғыс; лампасый. □ Монпансье. Тампасый һатып алыу. Тампасый һауыты. Тампасый ашау.
121