Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 122 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАМПОН
ТАМПОН [лат. tappus ‘тығын, бөкө’] (Р.: тампон; И.: tampon; cotton pellet; T.: tampon) и.
Зарарһыҙландырып, тәңкләп һалынған марля, мамыҡ киҫәге (йәрәхәткә һалыу өсөн ҡулланыла). □ Тампон. Яраһына тампон ҡуйған. Мамыҡ тампон. ■ Марат, еңел һулап, иң тәуҙә йәҙрә сыйып уткән битен, тампон йәбештереп, ямап ҡуйҙы, унан һөйрәткегә ҡабат егелде. Ә. Хәкимов. Көтөп торорға ваҡыт юҡ ине, дуҫының ҡулын тампон һалып бәйләне лә: «Тот!» — тип бойорҙо комсорг Ветошевҡа. И. Ғиззәтуллин.
ТАМПОНАДА [рус.] (Р.: тампонада; И.: tamponade; Т.: tampon koyma) и. мед.
Ҡан туҡтатыу өсөн яраға тампон ҡуйыу.
□ Тампонада. Тәрән яраға тампонада эшләу.
ТАМПОНАЖ [лат. tappus ‘тығын, бөкө’] (Р: тампонаж; И.: tamponade; tamponment; T: çimentolama) и. may.
Скважина йәки шахтаға һыу һарҡмаһын өсөн, ерҙәге төрлө юлаҡ, бушлыҡтарҙы цемент менән тултырып, һыу юлын ябыу эше.
□ Тампонаж. / Тампонажный. Тампонаж процесы. Тампонаж агрегаты. ■ Тампонаж контораһына кәуҙәле егеттәрҙе алалар: ул [Николай] комиссияны утә алмаған. И. Нур-ғәлиев.
ТАМСЫ (Р: капля; И.: drop; T: damla) и.
1. Шыйыҡлыҡтан бүленеп төшкән бәләкәй генә өлөш. □ Капля, капель. Ямғыр тамсыһы. Йәш тамсыһы. ■ Таш һандыҡ эсе һалҡынса, епшеу, өҫтән тып-тып тамсы тамғаны ишетелә. 3. Ураҡсин. Тик тамсылар көмөш ишкәктәрҙән тубырлашып һыуға ҡойола. Р. Ғарипов. Ҡапыл ғына ҡараңғылыҡ ҡаплаған куктән эре-эре ямғыр тамсылары атыла. Т. Ғарипова.
2. кусм. Шул шыйыҡлыҡ бөртөгөнә оҡшаш нәмә. □ Капля. Алҡа тамсыһы. Тамсы биҙәк. ■ Тышта һалҡын ҡар өҫтөнә кояш нуры тамсы булып тама. Ғ. Хәйри.
3. кусм. һөйл. Нимәнеңдер бик бәләкәй өлөшө, бөртөк. □ Капля. ■ Бер тамсы нур, бер тамсы моң кешеләргә көн һайын бирә алһам, йырланырға хаҡлымындыр, моғайын. М. Кәрим.
♦ <Аҡтыҡ>, <бер>, <һуңғы> тамсы ҡан ҡалғансы үҙеңде аямай, бар мөмкинлегеңә. □ До последней капли крови. ■ Алтын приискыһына атлы казактар килһә, эштең нимә менән бөтәсәген аңлап, берәуҙәр төшөнкөлөккә бирелде, икенселәр ҡасырға булды, өсөнсөләр аҡтыҡ тамсы ҡаны ҡалғансы көрәшкә әҙерләнде. Я. Хамматов. Ике тамсы һыу кеүек бер-береһенә бик ныҡ оҡшаған кешегә йәки нәмәгә ҡарата әйтелә. □ соотв. Как две капли воды (быть похожими друг на друга). ■ Икенсе ҡатҡа менеп етер алда ҡаршыла уҙенә ике тамсы һыу кеуек оҡшаған кескәй ҡыҙҙы кургәс, ул [Емеш] бөтөнләй аптырап, туҡталып ҡалды. 3. Биишева.
ТАМСЫ ЛА (Р: капельку; И.: not a bit; in the least; T: çok az) p.
Әҙ генә лә, саҡ ҡына ла. □ Капельку, чуть-чуть; чуточку. Тамсы ла туҙемлегем ҡалманы. Бер тамсы ла йәшермәу. ■ Батырша уҙе был төндә тамсы ла куҙен йомманы. Ғ. Хөсәйенов. Бибинур Гумәровнаның улеменә бәйле танытма, сире тураһындағы документтар дөрөҫлөктән тамсы ла тайпылышһыҙ төҙөлгән. Ә. Хәкимов. Тамсы ла йоҡо эләкмәне, тип уйлап алды Юламан һәм ни өсөндөр муйынына тағыулы йәшел таш бетеуҙе яҡтыға ҡуйып ҡарарға булды. Б. Рафиҡов.
ТАМСЫ ГӨЛ и. бот. ҡар. фуксия. ■ [Тимер[ донъялағы иң ҡәҙерле кешеһенә атап, тәҙрә төбөндә тамсы гөл уҫтерҙе. Ф. Туғыҙбаева.
ТАМСЫЛАУ (тамсыла-) (Р: капать; И.: drop; T: damlamak) ҡ.
Тамсы-тамсы булып төшөү; тамыу. □ Капать, накрапывать. Ямғыр тамсылай, һирәк-һаяҡ тамсылай. ■ Хөсәйен әле генә айғыр баҫып торған тупраҡты усына ҡыҫты, уның ғумере илау белмәгән куҙҙәренән .. йәштәр тамсыланы. Т. Ғарипова.
ТАМСЫТАЛ (Р: плакучая ива; И.: weeping willow; T: salkım söğüt) и. диал.
1. Талдар төркөмөнә ҡараған, көн эҫеһендә япраҡтарынан тамсы тамып торған ағас. □ Плакучая ива (лат. Salix alba).
2. Мифлаштырылған ағас. □ Плакучая ива (мифологизированное дерево). ■ Өйти-
122