Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 123 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАМЫҘЫЛЫУ
рәһенә ҡайын, тамсытал ултыртырға ярамай. Ҡайғы килтерер. «Башҡорт мифологияһынан.
ТАМТАМ [фр. < индус, tam-tam} (Р.: тамтам; И.: tom tom T.: tamtam) и. муз.
Түңәрәк тирәскә йоҡа тире киреп яһалған традицион Африка һуҡма музыка ҡоралы. □ Тамтам. Тамтам ритмы. Тамтамда уйнау.
ТАМ-ТОМ (Р.: небольшой; И.: little; Т: çok az) с. һөйл.
Әҙ-мәҙ (һуҙ-хәбәргә ҡарата). □ Небольшой. Там-том телмәр. Там-том сығыш.
ТАМУҠ (тамуғы) (Р.: ад, преисподняя; И.: hell; T: cehennem) и.
1. дини. Дини ҡарашса, теге донъяла гөнаһлы кешеләрҙең йәнен язалай торған эҫе урын, йәһәннәм; киреһе — ожмах. □ Ад, преисподняя; геенна. / Адский. Тамуҡ ғазаптары. Тамуҡ уты. Тамуҡҡа эләгеу. М Ҡасандыр Алла ерҙе, бөтә ғаләмде ете көн эсендә яралтҡан, ете ҡат куктә ете тамуҡ, ете ожмах бар. 3. Биишева. Дәһшәтле ут аҫтында атакаға кутәрелеу ҙә тамуҡ менән ожмах араһындағы ҡылдан нескә һуңғы һынау тугел. А. Мағазов.
2. кусм. Ғазаплы ауыр шарттар, ғазаплы урын. □ Чрезмерно тяжёлые (невыносимые, адские) условия (жизни). Уның тормошо тамуҡҡа әйләнде. ■ Ту мерен .. улына арнаған әсә кеше өсөн берҙән-бер балаңдың һуғыш тамуғы эсенән иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын куреуҙән дә олораҡ шатлыҡтың булыуы мөмкинме һуң! Ф. Әсәнов. Тормош, билдәле, әҙәм балалары өсөн йә гел ожмах ҡына, йә гел тамуҡ ҡына тугел. С. Поварисов.
♦ Тамуҡ ғазабы (йәки уты) үтә ауыр хәл; яфа, этлек. □ Кромешный ад; адские мучения. ■ Ҡояш сыҡҡас та, миңә әлеге тамуҡ ғазабы башлана. Д. Юлтый. Тамуҡ киҫәүе әрләү һүҙе. □ Бранное слово. ■ [Мулла:] Етте! Тыңла. Әгәр тамуҡ киҫәуе булғың килмәһә, колхоздарына аяҡ баҫаһы булма, мал-тыуарыңды сал, һат! Б. Бикбай. «Убырлы ҡарсыҡ, мәскәй, — тип тиргәнеп алып китте [Ҡарабихан]. — Үәт һин уны, эшен эшләмәҫ борон хаҡын һорай, тамуҡ киҫәуе». И. Ғиззәтуллин.
ТАМШАНДЫРЫУ (тамшандыр ) (Р: пробудить желание; И.: awaken desire; T: coşturmak) ҡ.
Нимәгәлер теләк уятыу; ымһындырыу. □ Пробудить желание; вдохновить на что-л. Китап уҡыуға тамшандырыу. Йоҡларға тамшандырыу. Тамшандырып ҡуйыу.
ТАМШАНЫУ (тамшан-) (Р: глотать слюнки; И.: swallow the saliva; T.: dudaklarını şapırdatmak) ҡ.
1. Ашар нәмәгә ымһынып, яланыу, яҫҡа-ныу; ҡылҡыныу. □ Глотать слюнки, причмокивать губами (от желания есть, пить).
■ Бал ашағыһы килеуҙән ул [Ҡыҙырас] тамшанып, хатта төкөрөгөнә сәсәп ҡуйҙы.
3. Биишева. Старшинаның ҡулында котелок, ә котелоктан шундай тәмле аш еҫе килә, Әлфиә тамшанып ҡуйҙы. И. Абдуллин. Әллә һөт еҫен, әллә тән йылыһын тойоуҙан сабый тамшанды. Т. Ғарипова.
2. кусм. Нимәгәлер күҙ ҡыҙып ымһыныу. □ Зариться на что-л. Беләҙеккә тамшаныу. Йортҡа тамшанды. ■ Ул [Мәғфурә], баянан бирле уларҙың ҙур һәм ҡыҙыҡлы хәбәрҙәрен тыңлап, уҙенең дә һөйләгеһе килеп, тамшанып ултыра ине. Һ. Дәүләтшина.
ТАМЪЯН (Р: тамьян; И.: one Bashkir clan name; T.: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
Бер башҡорт ырыуының исеме. □ Тамьян (название одного из башкирских племён). Тамъян ырыуынан. Тамъян башҡорттары. Тамъян ырыуынан килгәндәр. ■ Ағиҙелдең тармаҡ-тармаҡ яһап аҡҡан йәйперен утеп, Нөгөшкә еткәс, тамъяндарҙың Ҡасай ауылына барып керҙеләр. Ғ. Ибраһимов. • Ҡатайҙы дауға ҡуй, тамъянды яуға ҡуй. Мәҡәл.
ТАМЫҘҒЫС (Р: пипетка, капельница; И.: pipette; T.: damlalık) и. һөйл.
Тамсылап дарыу тамыҙа торған нәмә. □ Пипетка, капельница. Тамыҙғыс менән дарыу һалыу.
ТАМЫҘҘЫРЫУ (тамыҙҙыр-) ҡ. йөкм. ҡар. тамыҙыу 1, 2. понуд. от тамыҙыу 1, 2. Ҡуҙгә дарыу тамыҙҙырыу.
ТАМЫҘЫЛЫУ (тамыҙыл-) ҡ. төш. ҡар. тамыҙыу 1,2. страд, от тамыҙыу 1,2.
■ Кемдер уға [Айбулатҡа] нашатыр тамы-ҙылған ҡулъяулығын һуҙҙы. С. Ғатауллина.
123