ТАМЫҘЫУ
ТАМЫҘЫУ (тамыҙ-) (Р.: капать; И.: drop; T: damlamak) ҡ.
1. Тамсы-тамсы итеп төшөрөү, тамсылап ҡойоу. П Капать. Танауға дарыу тамыҙыу.
■ Әсә ҡыҙына валерьянка тамыҙып бирҙе. И. Абдуллин. Уттай янған Барсынбикә-Фәүзиәнең ауыҙына Диңгеҙхан өс көн, өс төн буйы һыу тамыҙып ултырҙы. Т. Ғарипова. Ғүмерен өндәшмәй үткәреүсе сабыр әсәһе [улына] бешерелгән ҡоймаҡ өҫтөнә ҡаҙ ҡаурыйы менән әленән-әле май тамыҙа һәм мәтрүшкәнең хуш еҫтәрен сығарып сәй яһай. X. Ғиләжев.
2. Абайһыҙҙан нимәгәлер бер нәмәнең тамсыһын төшөрөү. □ Капнуть что-л. (по неосторожности). Кейемгә май тамыҙыу. Салбарға буяу тамыҙыу.
3. Тамсы-тамсы итеп сығарыу, тамсылап түгеү. П Капать. Күҙ йәшен тамыҙыу.
■ «Рәнйемә, балаҡай», — был юлы Гәрәй ағай ҙа бер писә бөртөк һаран күҙ йәштәрен тамыҙҙы. Д. Исламов. Юҡ, ул [Нәсимә] был юлы һөттө түкмәне, хатта сайпылды-рып, тамсыһын да тамыҙманы. И. Абдуллин. һары, ҡыҙыл, алмалар тулышып, бал тамыҙып ултыралар. Р. Камал.
4. күсм. Үҙ яғыңа ыңғайлатыу өсөн кемгәлер йәшереп кенә берәй нәмә биреү. □ Давать взятку. № Күршеһе Камилға бер аҙ аҡса тамыҙған [ға] оҡшай. А. Таһиров. Потёмкин намыҫына хыянат итте, әлбиттә, сөнки Ҡыҙрасҡа батшабикәгә әйткән һумдарҙың яртыһын ғына тамыҙҙы. М. Ғиләжев. Хәҙрәткә арыу ғына хәйер тамыҙа торҙо Ҡәйүм. Ғ. Лоҡманов.
5. күсм. һойл. һуғыу, ҡундырыу. □ Съездить, стукнуть кого. Тамыҙып алыу. Берҙе тамыҙыу. Асыуынан битенә тамыҙған.
■ Арыҫланбәк, туп һымаҡ Розалия янына һикереп менеп, дилбегәне үҙенә алды һәм ерәнсәйгә йыландай сыбыртҡы менән бер-икс тамыҙҙы. Р. Низамов. Ут тоҡандырыусыға [капитан]бер-ике тапҡыр ҡамсы менән тамыҙҙы. А. Таһиров.
ТАМЫЛЙЫУ (тамылйы-) (Р: наливаться (о плодах)', И.: become jnicy; T: olgunlaşmak) ҡ.
1. Тамсы һымаҡ тулышыу (емеш-еләк, сәскәгә ҡарата). □ Наливаться (о плодах, цветах). Алмағас тамылйый. ■ Еләккә ни әйтәһең, тамылйып ултыра. Т. Ғәниева.
2. күсм. Нурға тулышыу (күҙгә, йөҙгә ҡарата). □ Наполняться светом (о лице, глазах). Йөҙө тамылйып тора. Зәңгәр күҙҙәре тамылйый. ■ Һүрәттәрҙә шундай еңеллек, сафлыҡ, матрёшкаларҙың күҙҙәре хәс беҙҙең Күкһылыуҙыҡы кеүек — арбап, тамылйып, түгелеп тора. Т. Ғарипова. Йәш ҡыҙҙың һоро күҙҙәре сафлыҡ менән тамылйып ҡарай. Ш. Янбаев.
ТАМЫР (Р.: корень; И.: root; T: kök) и.
1. Үҫемлектең һыуҙан, тупраҡтан аҙыҡ һура торған, көнгә күренмәгән өлөшө. П Корень. / Корневой. Гөл тамыры. Сүп үләненең тамыры. Тамыры ҡороған. ■ Йылы, йомшаҡ ел, ҡар һыуы, яңы ер, тамыр еҫе таратып, тынды ҡыҫҡандай итә һәм күңелде ҡытыҡлай. И. Абдуллин. Ағас үҫентеләренең .. тамырҙарын өҙмәйенсә генә ерҙән ҡаҙып алырға, машиналарға яҡшылап тейәргә кәрәк ине. Ғ. Аллаяров. Тамыры ташҡа ереккән ҡарағай, имән, ҡайыны — бары ла бар Уралтау. Ҡобайырҙан.
2. Сәстең, тештең тәнгә инеп береккән өлөшө; төп. □ Корень (волос, зубов). Сәс тамырын нығытыу. Теш тамырын һурыу.
3. Тән эсендәге ҡан йөрөй торған юл; ҡан юлы. □ Сосуд. Йөрәк тамыры. Ҡул тамыры. Муйын тамыры. Барлау тамыры. Йоҡо тамыры. Үпкә ҡан тамырҙары. Лимфатик тамырҙар. ■ Нурислам күкһел тамырҙары бүртеп торған ҡулы менән битен һыйпап алды. Ф. Иҫәнғолов. Тамырҙар буйлап арыуҙан тыуған йылымыс ҡына ҡан йүгерә.
С. Агиш. Гашиҡтарҙың ҡан тамыры буйлап ҡотороноп аҡҡан дауылдар. Ә. Атнабаев.
4. диал. ҡар. тарамыш I, 1. Елкә тамыры. Бөгәр аҫты тамыры.
5. күсм. Бер ата-бабанан таралған кешеләр; нәҫел. □ Род, родня; порода. Бер тамырҙан булыу. Тамыр тартыу. Тамырҙары ныҡ. ■ [Ҡыпсаҡтар:] Ә беҙҙең олатайҙар Урал батырҙың үҙ тамырынан киләләр. Б. Бикбай. Тәбиғәт тарафынан әҙәми затҡа
124