Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 126 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАМЫРЛАНДЫРЫУ
йәйеуен нисек туҡтатырға? Т. Ғарипова. Мөхәббәтең тамыр йәйҙе йөрәгем уртаһына. Халыҡ йырынан.
ТАМЫРЛАНДЫРЫУ (тамырландыр-) ҡ. йөкм. ҡар. тамырланыу 1-3. понуд. от тамырланыу 1-3. Сәскәне тамырландырыу.
ТАМЫРЛАНЫУ (тамырлан-) (Р.: укорениться, пускать корни; И.: take root; T.: köklenmek) ҡ.
1. Ултыртҡан урында тамыр ебәреп ергә берегеү; тамыр алыу. □ Укореняться, пускать корни. // Укоренение. Ҡыуаҡ тамырланған. Яран гөлө тамырланған. Я Ят тупраҡҡа кусереп ултыртылған уҫемлектең дә тамырланып китә алмаған саҡтары була. Яр. Вәлиев. Яңы ергә кусереп ултыртылған ағасты ла, тиҙерәк тамырланһын өсөн, тупраҡты йомшартып, һыу һибеп тәрбиәләйҙәр. Ш. Янбаев.
2. кусм. Барлыҡҡа килеү, башланыу. □ Укореняться. Я Ҡаршылағы һырт тәңгәлендә буй-буй тамырланып торған ҡарағусҡыл болотто курҙем. Р. Ғабдрахманов. Бая уҡ тамырлана башлаған болоттар .. тотош кукте ҡаплап алды. Б. Бикбай.
3. Йәшәү өсөн ныҡлап урынлашыу; төпләнеү. □ Укореняться, обосноваться. Ҡалала тамырланып ҡалыу. Сит ерҙә тамырланыу. Я [Миңнеғәли:] Тыуған яҡ тарта ла бит... Бында, Тагилда, ныҡ төпләнгәнбеҙ, тамырланғанбыҙ. Ш. Янбаев. Урынынан йолҡонған кеше, ағасынан айырылған япраҡ кеуек, бер ерҙә лә тамырлана алмай. Р. Байымов. Хәсән Ибраһимов полковник дәрәжәһендә отставкаға сыҡты ла тыуған яғына ҡайтып тамырланды. Б. Рафиҡов.
4. кусм. Ныҡлы урын алыу. □ Укореняться, закрепляться; прочно обосноваться. // Укоренение, закрепление; прочное обоснование. Я һөйгәндәренә, туғандарына, дуҫтарына сәскә буләк иткәндә, кешеләрҙең йөҙҙәре нурлана, куңелдәрендә изгелек тамырлана. Т. Ғәниева. Мөхәббәт башта йөрәктә тамырлана. С. Поварисов.
5. Тамыры (3) бүртеп, тулышып ҡалҡыу. □ Набухать, вздуваться. Аяҡтары тамырланып тора. Ҡулдар тамырланыу.
ТАМЫРЛЫ (Р: корневой; И.: root; rooted; T.: köklü) с.
1. Тамыры (1) булған. □ С корнями, имеющий определённого качества корни; корневой. Тамырлы улән. Ваҡ тамырлы. Я Ул [Сөләймән ҡарт] аҙбар артынан шыршы ағастарының тамырлы ерҙәренән эшләнгән .. букәндәрҙе алып килде. Ғ. Хәйри.
2. кусм. Нигеҙе, төбө ныҡ; ныҡлы. □ Укоренившийся, прочный. Я Байталдың юғалыуы яңы ғына кутәрелеп, донъяһын тәртипкә һалып, тамырлы байҙар рәтенә инеп барыусы .. Әхмәдигә ҙур зыян булды. Ж. Кейекбаев.
3. Тамыры (5) булған. □ Имеющий род, родню. Я Ауылда ни, әҙәмдең нәҫел-нәсәбе тамырлы бит. С. Шәрипов. Таҙа тамырлы, дәуләтле ырыуҙан сыҡҡан, наҙ ҡосағында уҫкән заттар матур булмай, кем матур булһын. Ә. Хәкимов.
ТАМЫРЛЫҠ (тамырлығы) (Р: кочкарник; И.: hummocky marsh; T: tümsekli yer) и.
Тамыр-томор күп урын. □ Кочкарник. Яланда тамырлыҡ куп. Урманды тамырлыҡтан таҙартыу. Я Бейек тауға менер инем, менер юлдар — тамырлыҡ. Халыҡ йырынан.
ТАМЫРСА (Р: корешок; И.: rootlet; Т: küçük kök) и.
1. Бәләкәй тамыр (1). □ Корень, корневище, корешок. Гөл тамырсаһы. Ағас тамырсаһы. Тамырсаларҙан таҙартыу.
2. Төп тамырҙан (2, 3) айырылған ваҡ тамыр, тармаҡ. □ Боковой корень, мелкие ответвления корня. Я Танау осонда ваҡ ҡыҙыл тамырсалар куренеп торһа, тимәк, йөрәк эшмәкәрлегендә етешһеҙлек бар. «Башҡортостан», 28 июль 2012.
ТАМЫР САНАҺЫ (Р: сани, полозья которых сделаны из древесных корней; И.: sort of sledge; T: kızak) и. диал.
Табаны ағас тамырынан яһалған сана. □ Сани, полозья которых сделаны из древесных корней. Тамыр санаһы тиҙ шыуа. Тамыр санаһы эшләу. Тамыр санаһына тамыр эҙләу.
ТАМЫР СЕРЕГЕ (Р: корнеед; И.: swift moth; T: bitki hastalığı) и.
126