ТАНДЕМ-МАШИНА
ТАНДЕМ-МАШИНА [рус ] (Р: тандем-машина; И.: sort of steam engine; T.: tandem makine) и.
Ике тапҡыр киңәйә торған пар машинаһы (унда парҙың поршендарға баҫымы төп валға бер шатунлы-кривошиплы механизм аша тапшырыла). □ Тандем-машина.
ТАНДЫҠТАУ (тандыҡта-) (Р: помечать; И.: note; stamp; T.: işaretlemek) ҡ. диал. ҡар. билдәләү.
Айырып билдәләү. □ Помечать. Хәбәрҙе тандыҡтау. Әйткәндәрҙе тандыҡтап ҡуйҙы. Эште тандыҡтау.
ТАНДЫР I (Р: умеренный, медленный (об огне); И.: moderate, slow; T.: yavaş, orta) c.
Һүрәнерәк, уртасараҡ ҡыҙыулыҡтағы. □ Умеренный, медленный (об огне). Тандыр мейес. Тандыр ут. Тандыр утта беше-реу. ■ Усаҡта тандыр ғына ут яна. Ғ. Хөсәйенов.
ТАНДЫР II (Р: умеренно, медленно; И.: moderately; T.: yavaş) р.
Яй, әкрен; уртаса. □ Умеренно, медленно. Ут тандыр ғына яна. ■ Тандыр ғына ҡайнап ултырған ҡаҙан тулы итте һоҫоп, һалма турайһы ла тоҙлоҡ яһайһы ҡалды. Ә. Хәкимов. Йыр башлана, хәтерләтеп һиңә тандыр ғына янған уттарҙы. Т. Йосопов.
ТАНДЫР III (Р: тандыр; И.: tandoor; T.: tandır) и.
Яҡ-яғына, ҡырыйына тирәләп икмәк йәбештереп бешерә торған көршәк һымаҡ түңәрәк мейес (Урта Азияла, Кавказда таралған). □ Тандыр. Тандырҙа икмәк бешереу. ■ Иҙән уртаһындағы тандырҙа утлы кумер көйрәп ята. Ә. Хәкимов. [Рауза] тандырҙа ҡыҙыу кирбескә йәбештереп бешерелгән ту-ңәрәк нан-көлсә ашаны. Ш. Янбаев.
ТАНДЫРМАН р. диал. ҡар. тандыр II. Йылға тандырман ғына аға. Мунса тан-дырман яғылған.
ТАНИН [фр. tannin < tanner ‘дуплау’] (Р: танин; И.: tannin; T.: tanen) и.
Ҡайһы бер үҫемлектәрҙә була торған ҡамаштырғыс матдә (техника һәм медицинала ҡулланыла). □ Танин. Танин буяуы. Танинға бай уҫемлектәр. ■ Сәйҙәге танин
тигән матдә дарыуҙарҙы уҙләштерергә ҡамасаулай. «Йәшлек», 8 ғинуар 2008. Гранаттың емеше лә, ҡабығы ла танин тигән уҙенсәлекле матдәгә бай. Танин микробтарға, ялҡынһыныуға ҡаршы тороусанлыҡты арттыра, тән яраланған, бешкән осраҡта тиҙ уңалтыу һәләтенә эйә. «Киске Өфө», № 17, 2009.
ТАНК I [ингл. tank] (Р: танк; И.: tank; Т: tank) и. хәрби.
Боролмалы башняһына туп һәм пулё-мет ҡуйылған, броня менән кәпләнгән, ҡарышлауыҡлы хәрби машина. □ Танк. / Танковый. Еңел танк. Танк йөрөтөу. Танк полкы. Танкыға ҡаршы мина. ■ Фәһим ҡулындағы шешәһен танкыға ҡарай тондорҙо ла оло таш артына ауҙы. И. Ғиззәтуллин. Тимербай иң ситтәге танк янына килде. Ғ. Аллаяров. Танк менән һуғышыу — тел сарлау тугел ул. Ә. Бикчәнтәев.
ТАНК II [ингл. tank ‘ҙур һауыт’] (Р: танк; И.: tank; Т: tank) и. тех.
Шыйыҡлыҡ һалыу йәки уны йөрөтөү өсөн эшләнгән цистерна рәүешендәге ҙур һауыт. □ Танк (ёмкость или цистерна для перевозки и хранения жидкости). Танкылағы шыйыҡлыҡ. Танкыларҙа һаҡлау.
ТАНКЕР [ингл. tanker ‘ҙур һауыттар ташыусы’] (Р: танкер; И.: tanker; Т: tanker) и.
Шыйыҡлыҡ ҡойоп ташый торған ҙур һауыттан ғибәрәт судно. □ Танкер (судно, предназначенное для перевозки жидких грузов). Нефть танкеры.
ТАНКЕТКА I [ингл. tankette] (Р: танкетка; И.: small tank; T: hafif tank) и. хәрби.
Пулемёт ҡуйылған бәләкәй генә тиҙ йөрөшлө танк (разведка яһау, бәйләнеш тотоу өсөн ҡулланылған). □ Танкетка (боевая гусеничная бронированная машина, предназначавшаяся для ведения разведки и осуществления связи). Еңел танкетка. Танкетка менән разведкаға барыу. Бер урынлы танкетка. М Бер аҙҙан ялан яңғыратып килгән танкетканың тауышы яңғыраны. Р. Солтангәрәев.
ТАНКЕТКА II [рус.] (Р: танкетки; И.: slacks; T: ayakkabı) и.
130