ТАНТАНА ИТЕҮ
Үксәһенә ҡарай ҡалынайып киткән тоташ табанлы еңел аяҡ кейеме һәм шундай табан. □ Танкетки (туфли на подошве, утолщающейся к пятке, а также сами такие подошвы). Ҡупшы танкетка. Танкетка һатып алыу. Йәшел төҫтәге танкетка. ■ Ул [Зәйнәб апай] аяғындағы еңел танкеткаһын сисә лә Эйектең ваҡ ҡына ҡырсын ташлы һай еренән һыу кисеп кинәнеп атлай башлай. М. Бураҡаева.
ТАНКИСТ (танкисы) [рус.] (Р.: танкист; И.: member of tank crew; T: tankçı) и. хәрби.
Танк ғәскәрендә хеҙмәт иткән хәрби кеше. □ Танкист (военнослужащий танковой части). Танкист булып хеҙмәт итеу. Н Ислам Ватан һуғышы фронттарында дурт йыл буйы танкист булып һуғышты. Ә. Вәли. Төнгө маристан арып-талып килгән танкистарҙы яҡтырыр-яҡтырмаҫтан уятып, сафҡа баҫтырҙылар. Ғ. Аллаяров.
ТАНКОДРОМ [рус.] (Р.: танкодром; И.: tank-training area; T: tankları deneme yeri) и. хәрби.
Танкыларҙы һынау урыны. □ Танкодром. Танкодромда кунегеуҙәр. Танкодром төҙөу. ■ «Биш минут ваҡыт бирәбеҙ, сапёр көрәктәре алып, танкодромға — марш-бросок», — тигән команда яңғыраны. Р. Ураҙғолов.
ТАННЫҠ (таннығы) (Р.: заря; И.: dawn; T: tan) и. диал. ҡар. таң.
Таң ҡыҙыллығы. □ Заря. Танныҡ менән юлға сығыу. Танныҡтан тороп эшләу. Көтөу танныҡтан китә.
ТАНСА [нем. Tanz ‘бейеү’] и. һөйл. ҡар. бейеү. Тансаға саҡырыу. ■ Оркестр уйнай, асыҡ майҙансыҡта тансалар бара, .. ҡайһы берәуҙәр ағас биналағы кинозалға ашыға. Н. Мусин.
ТАНСА ИТЕҮ (танса ит-) (Р: танцевать;
И.: dance; T: dans etmek) ҡ. һөйл.
Көй ыңғайына ҡушарлап ритмик тән хәрәкәте башҡарыу; бейеү. □ Танцевать. Моңло музыка аҫтында танса итеу. Танса итә белеу.
ТАНСҠАУ (тансҡа-) (Р: сбивать (о масле)', И.: make butter; T: süt yaymak) ҡ. диал. ҡар. тасҡау.
Май яҙыу. □ Сбивать (о масле). Ҡаймаҡ тансҡау. һалҡын һыуҙа тансҡау. Тансҡап алыу.
ТАНСЫК АУ (тансыҡа-) ҡ. диал. ҡар. тасҡау 1. Ҡаймаҡ тансыҡау. Тансыҡап ҡуйыу. Тансыҡап биреу.
ТАНҪЫҠҺЫРАУ (танҫыҡһыра-) (Р: желать; И.: wish; T: istemek) ҡ. диал.
Танһыҡ итеү. □ Желать, хотеть. Иткә танҫыҡһырау.
ТАНТАЛ I [гр. Tantalos] (Р: Тантал; И.: Tantalus; Т: Tantalos) и.
Грек мифологияһы персонажы. □ Тантал (персонаж древнегреческой мифологии).
ТАНТАЛ II [гр. tantalos] (Р: тантал; И.: tantal; T: tantal) и. хим.
Химик элемент, күкшел төҫтәге ауыр иреүсән ҡаты металл. □ Тантал. / Танталовый. Танталдан эшләнгән. Тантал окисы гидраты.
ТАНТАНА [ғәр. frUL] (Р: торжество; И.: festivity; triumph; T: tören, bayram) и.
1. Мөһим, әһәмиәтле ваҡиғаға арналған күмәк байрам. □ Торжество, празднество. Ҙур тантана. Халҡыбыҙҙың Еңеу көнөнә арналған тантана. Тыуған көн тантанаһы. Тантанаға әҙерлек. ■ Ауылдың мәҙәниәт һарайында бер генә байрам да, бер генә тантана ла унан [ағайымдан] башҡа уҙмай. М. Кәрим. Бер аҙнанан наградалар тапшырыу тантанаһында Мөхәмәтшаның да исеме аталды. М. Хужин.
2. Ғорурлыҡ, шатлыҡ хисенән килгән рухи күтәренкелек. □ Душевный подъём, высокое расположение духа. Тантана менән һөйләу. Тантана менән хәбәр итеу. Тантана менән иғлан итеу.
3. Өҫтөнлөк алыу, еңеү ҡыуанысы. □ Торжество; ликование. Ғәҙеллек тантанаһы. Еңеу тантанаһы.
ТАНТАНА ИТЕҮ (тантана ит-) (Р.: торжествовать; И.: triumph; T: bayram etmek) ҡ.
1. Байрам итеү. □ Торжествовать, праздновать. Тантана итергә барыу. Тантана итергә саҡырыу.
2. Өҫтөн сығып шатланыу. □ Торжествовать, ликовать. Еңеуҙән тантана итеу. ■
5*
131