Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 132 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАНТАНАЛАУ
Алдында уҡымышлы кеше ултырыуын күрә тороп, тәфтишсе үҙенең власть кешеһе икәнлеген күрһәтеп алыу мөмкинлегенән тантана итте. М. Хужин. [Тимашевтың] һәләк ҡәнәғәт йөҙ [өндә] йәшертен мыҫҡыллау ҙа, асыҡтан-асыҡ тантана итеү ҙә күренеп ҡала. И. Ноғманов.
3. Еңеп сығыу. □ Торжествовать, побеждать. Бәйгелә тантана итеү. Бәхәстә тантана итеү. ■ Яҡшылыҡтар гел тантана итһен. Н. Нәжми.
ТАНТАНАЛАУ (тантанала-) (Р.: торжествовать; И.: triumph; T: bayram etmek) ҡ.
Тантана итеү, байрам итеү. □ Торжествовать.
ТАНТАНАЛЫ (Р.: торжественный; И.: festiv; gala; T: törenli) с.
1. Ниндәйҙер бер тантанаға бәйле, мөнәсәбәтле булған. □ Торжественный, праздничный. Тантаналы сара. ■ Яраҫтыла шулай байрам бер аҙна элек башлана һәм тантаналы көндән һуң тағы ла бер аҙна дауам итә. Р. Ҡол-Дәүләт.
2. Мөһим ҙур ваҡиғаны йәки датаны билдәләүгә, байрам итеүгә арналған. □ Торжественный, официальный. Тантаналы йыйылыш. Тантаналы кисә. Тантаналы осрашыу.
3. Рухи күтәренкелек уятҡан; мөһабәт.
□ Торжественный. М Мөһабәт һәм тантаналы йәшеллек менән ҡапланған урмандарҙы кәкүктең саф, күтәренке тауышы яңғыратты. Т. Ғарипова.
4. Юғары хис менән әйтелгән, эшләнгән, ғорурлыҡ белдергән. □ Торжественный, пафосный. Тантаналы тауыш. Тантаналы һөйләү. Тантаналы рәүештә тапшырыу. ■ Ленаны ҡулынан тотоп, иң түрбаштағы ултырғысҡа тантаналы рәүештә ҡәҙерләп алып барып ултыртҡандан һуң, бала ҡыуанысынан көлдө, үҙ хәбәрҙәрен теҙеп һөйләргә тотондо. Я. Хамматов.
5. Әһәмиәте яғынан бик етди булған.
□ Торжественный. Тантаналы ант итеү. Тантаналы вәғәҙә.
ТАНТАНАЛЫЛЫҠ (тантаналылығы) (Р: торжественность; И.: solemnity; gravity; T: tören) и.
Шатлыҡ хисенән килгән рухи күтәренкелек. □ Торжественность. Байрамға тан-таналылыҡ төҫө биреү. Ваҡиғаның тантаналылығы. Байрам рухы, тантанолылыҡ тойола.
ТАНТРА [санскр.] (Р: тантра; И.: Tantra; Т: Tantra) и.
Индуизм һәм буддизмда эзотерик традицион йүнәлештәге текстар. □ Тантра. Тантраларҙа ҡулланылған символика.
ТАНТЫРАҠТАУ (тантыраҡта-) ҡ. диал. ҡар. тәнтерәкләү. Тантыраҡтап йөрөү. Тан-тыраҡтап барыу.
ТАНТЫУ (танты-) (Р: идти шатаясь; И.: lurch; stagger; wabble; T: zar zor yürümek) ҡ. һөйл.
1. Хәлһеҙләнеп, аяҡ быуындарын тота алмай атлау; тәнтерәкләү. □ Еле-еле ходить, идти шатаясь (от бессилия, измождения и т. п.). Эштән тантып ҡайттым. Хәл бөтөп, тантып китәм. Тантый башлау.
2. Ҡартайып, иҫ яңылыша башлау. □ Помутиться (о разуме). Тантый башлаған. Тан-тыныңмы әллә? Тантырға бик иртә әле.
ТАНҺЫҠ I (Р: желанный; И.: wished for, longed for; T: isteyerek alınan) c.
Бер ҙә булмай йәки һирәк булып һағынғандан теләп алынған, ялҡытмаған. □ Желанный. Танһыҡ бала. Танһыҡ аш. Танһыҡ эш. ■ Мәҙинә эргәһенә йәнә ике ҡурайсы килеп баҫты, залға йөрәккә, йөрәккә генә түгел, үҙәктәргә үтер илаһи һәм танһыҡ, ләззәтле һәм һағышлы моң таралды. Т. Ғарипова. Ул [Әсмә], бер мәлгә онотолоп, тын да алмай, тағы күңеленә яҡын, танһыҡ тауыштың моңон тыңланы. Л. Якшыбаева. • Ит күрмәгәнгә үпкә танһыҡ. Мәҡәл.
ТАНҺЫҠ II (танһығы) (Р: желание;
И.: desire; T: istek) и.
Бер ҙә булмай йәки һирәк булып һағынғандан килгән теләк. □ Желание. Танһыҡҡа ашау. ■ Танһыҡҡа бешергән балтырған ашын тәмләгәндә аслыҡ йылдарҙы иҫкә алдылар. А. Мағазов. • Танһыҡҡа — тары бутҡаһы. Мәҡәл.
ТАНҺЫҠ ИТЕҮ (танһыҡ ит-) (Р: желать; И.: desire; T: istemek) ҡ.
132