Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 133 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАНЫҠҺЫҘ
Булмағандан йәки һирәк булғандан һағынып теләү. □ Желать, хотеть. Танһыҡ итеп ашау.
ТАНҺЫҠ ҠАНЫУ (танһыҡ ҡан ) (Р.: испытывать удовольствие от исполнения желания; И.: have one’s fill; T.: memnun kalmak) ҡ.
Ҡәнәғәтлек алып, баҫылыу (уй-тойғо, теләккә ҡарата). □ Испытывать удовольствие от исполнения желания. Танһыҡ ҡанғансы йырлау. М Тик шулай ҙа, донъя, гузәл донъя, һине һөйөп танһыҡ ҡанманы. 3. Биишева. Гәшурәнең танһығы ҡанғансы ирешергә иҫәбе бар ине лә, теге яҡтан бер кем дә яуап бирмәгәс, кинәт кенә тынып ҡалды. Р. ҠолДәүләт. Таң һарғайыу тугел, ҡояш ҡалҡһын, танһыҡтарым ҡанмай ҡайтмайым. Халыҡ йырынан.
ТАНҺЫҠЛАТЫУ (танһыҡлат-) (Р: вызывать желание; И.: provoke desire; T.: çok istetmek) ҡ.
һирәк булып һағындырыу, танһыҡ күр-ҙереү. □ Вызывать сильное желание, томление, тоску. Танһыҡлатып ҡына ҡайтыу. Танһыҡлатып сығыу. Ҡурай моңо танһыҡлатҡан.
ТАНҺЫҠЛАУ (танһыҡла-) (Р: сильно хотеть, желать; И.: desire; T.: çok istemek) ҡ.
Булмағандан йәки һирәк булғандан һағынып теләү; танһыҡ итеү. □ Сильно хотеть, желать. Аш танһыҡлау. Икмәк танһыҡлау.
ТАНҺЫҠҺЫРАУ (танһыҡһыра-) ҡ. диал. ҡар. танһыҡлау. ■ Белә хәҙер [Кук буре]: танһыҡһырап тапҡан көсөктәре бауыр ҡалҡытһа, ул ана шул урманға эйәртеп китәсәк уларҙы. Т. Ғарипова.
ТАНҺЫНЫУ (танһын-) (Р: любоваться, восхищаться; И.: admire; T: hayranlıkla bakmak) ҡ. диал.
Һоҡланып ҡарау. □ Любоваться, восхищаться; смотреть с восхищением. Ҡул эш-тәреңә танһынам. Танһынып ҡарау.
ТАНЦМЕЙСТЕР Iнем. Tanzmeister] (Р: танцмейстер; И.: dancing-master; T.: dans öğretmeni) и. ҡар. хореограф.
Бейеү ҡуйыусы, бейеүгә өйрәтеүсе. □ Танцмейстер. Ансамблдең танцмейстеры.
■ Бейеуендә шундай сихри матурлыҡ һиҙелә ине, хатта танцмейстер, сал сәсле француз Брошвилъ уны [Нонаны] «минең яратҡан һөйөклө уҡыусым» тип кенә йөрөттө. «Башҡортостан ҡыҙы», № 6, 2005.
ТАНЫҠ (танығы) (Р: свидетель; И.: witness; attestor; T: tanık) и. диал. ҡар. шаһит.
Ниндәйҙер эш-хәл, эш-ваҡиға тураһында үҙе күргән мәғлүмәтте биргән кеше. □ Свидетель; понятой. Таныҡ булыу. Таныҡты судҡа саҡырыу. • Ай — таныҡ та, көн — таныҡ. Мәҡәл.
ТАНЫҠЛАУ (таныҡла-) (Р.: свидетельствовать; И.: testify; T: onaylamak) ҡ.
Ни менәндер бер нәмәнең дөрөҫлөгөн белдереү, дөрөҫлөгөн күрһәтеү; дөрөҫләү. □ Свидетельствовать о чём-л:, удостоверять. // Освидетельствование, удостоверение. Ҡешенең шәхесен таныҡлау. Хәлде таныҡлау. ■ Берәуҙең уҙе батыр, берәуҙең һуҙе батыр, ти — шуның икенсеһен таныҡлай Батырша һаман, һуҙе менән көрәшә, һуҙе менән көслө. Ғ. Хөсәйенов.
ТАНЫҠЛЫ (Р: известный; И.: known; familiar; T.: tanınan) с. һөйл.
Халыҡҡа киң билдәле. □ Известный широкой публике, популярный. Таныҡлы шағир. Таныҡлы ғалим. Таныҡлы йырсы булып китеу.
ТАНЫҠЛЫҠ (таныҡлығы) (Р: удостоверение, свидетельство; И.: license, certificate; T.: belge, kâğıt) и.
Ҡемде йәки нимәнелер күрһәткән һәм танытҡан рәсми ҡағыҙ. □ Удостоверение, свидетельство. Никах таныҡлығы. Таныҡлыҡ биреу. Таныҡлыҡ ҡағыҙы. ■ Нурислам, асыуын йомоп, командировка ҡағыҙы менән таныҡлығын өҫтәлгә сығарып һалды. Ә. Хәкимов.
ТАНЫҠСЫ (Р: свидетель; И.: witness; T.: tanık) и.
Нимәнелер күреп-белеп дөрөҫләгән кеше; шаһит. □ Свидетель. Таныҡсы килде. Таныҡсы курһәтмә бирҙе. Таныҡсыны саҡыртыу.
ТАНЫҠҺЫҘ р. диал. ҡар. танымаҫлыҡ. Таныҡһыҙ булып уҙгәреу. Ул таныҡһыҙ булған.
133