ТАНЫЛҒАН
ТАНЫЛҒАН (Р.: признанный; известный; И.: recognized; known; popular; T.: tanınan) c.
Халыҡҡа билгеле; данлыҡлы. □ Признанный; известный; популярный. Танылған бейеусе. Танылған режиссёр. Танылған ғалим.
ТАНЫЛЫУ (таныл-) (Р.: становиться известным; И.: become recognized, become famous, popular; T.: ünlü olmak) ҡ.
1. Билдәлегә әйләнеү, билдәле булыу. □ Становиться известным, признанным, популярным. Бөтә донъяға танылыу. Халыҡ араһында танылыу. Исеме танылған. •Батыр яуҙа, сәсән дауҙа танылыр. Мәҡәл. Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр. Мәҡәл.
2. Дан, исем алыу, данланыу. □ Прославиться, заслужить славу. Ҡыйыулыҡ менән танылыу. ■ Республика бренды булып танылған башҡорт балының даны элек-электән бөтә донъяға билдәле. «Һаҡмар», 12 август 2013.
3. Айырым сифаттар ярҙамында танырға мөмкин булыу; баһаланыу. □ Познаваться по чему, проявляться. // Проявление в чём-л. Дуҫтар бәләгә тарығанда таныла. • Кеше тышынан танылмай, эшенән таныла. Мәҡәл.
4. Хәрефтәрҙең, теге йәки был шартлы билдәләрҙең аңлайышлы, асыҡ яҙыл ыуы. □ Быть разборчивым (о письме). Яҙыуы танылмай. Хәрефе таныла.
ТАНЫП (Р: название одного из башкирских родов; И.: one of Bashkir tribal subdivisions; T.: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
Бер башҡорт ырыуының исеме. □ Танып (название одного из башкирских родов). Танып нәҫеленән. Таныптарҙың шәжәрәһе. Беҙҙең ауылда таныптар йәшәй.
ТАНЫТМА (Р: свидетельство, удостоверение; И.: certificate; T: beige) и.
Нимәнеңдер дөрөҫлөгөн белдергән рәсми ҡағыҙ. □ Свидетельство, удостоверение. Тыуыу тураһында танытма. Авторлыҡ танытмаһы. Рәсәй гражданының төп танытмаһы — паспорт. ■ Бына йәнә таныш тәҙрә төбөнә сираты етте, студент танытма
һын һондо, хаттар менән тулы бәләкәй тартмаға өмөтләнеп баҡты. Р. Низамов. [Таштимер:] Урта мәктәпте тамамлаған йылда .. шофёр танытмаһына имтихан тотҡайным. Д. Бүләков. Ҡабул итеу булмә-һендә ултырған ҡыҙ тәуҙә уның [Айнурҙың] ҡайҙан, кем булыуын һораны, танытма кур-һәтеуен талап итте. Н. Мусин.
ТАНЫТЫУ (таныт-) (Р: давать возможность узнать, опознать себя; И.: let recognize; T: tanıtmak) ҡ.
1. Кем икәнде йәки таныш икәнде белдереү. □ Давать возможность узнать, опознать себя. Әйтеп танытыу. Ул уҙен танытмаҫҡа тырыша. ■ Зәки Вәлидиҙең бер ни аңламайынса ҡыҙыҡһынып, һораулы ҡарап тороуын кургәс, сәйер ҡунаҡ уҙен танытырға мәжбур булды. Р. Байымов. Егет уҙен Бакир тип танытты һәм: «Тағы ла ку-решербеҙ бит, ә?» — тине лә, Рәзилә өндәшмәгәс, артыҡ ныҡышып торманы, китеп барҙы. Н. Мусин.
2. Үҙ-ара таныштырыу. □ Знакомить кого-л. с кем-л. ■ Уйын башланғас та, өй егете ҡыҙ куҙләргә килгән егетте танытырға тейеш. М. Буранғолов.
3. Нимә менәндер үҙеңде билдәле итеү, күрһәтеү. □ Зарекомендовать себя; показывать себя с хорошей или плохой стороны. Уҡыуҙа танытыу. Яҡшы уҡыусы итеп танытыу. ■ Әммә уткән йылдар эсендә Кәшфулла уҙен тырыш, кундәм, булдыҡлы рәйес итеп, тура уйлы, тура һуҙле кеше итеп танытҡайны. М. Кәрим. Бик аҙ ваҡыт эсендә лә ныҡ танытты ул уҙен. Белделәр барса ғаләмдәр Туҡайҙың әйткән һуҙен. Бәйеттән.
4. Нимәнеңдер дөрөҫлөгөн белдереү, дөрөҫлөгөн күрһәтеү, иҫбатлау. □ Доказать правдивость чего-л. ■ [Батша:] Дейеуҙе ултергәнеңде ни менән таныта алаһың? Әкиәттән.
♦ Атаһын танытыу әрләү йәки туҡмау. □ Проучить, соотв. Показать, где раки зимуют. ■ «Бына шулай һуғыша ул беҙҙекеләр, любой дошмандың аталарын таныта ул беҙҙең егеттәр!» — тип Ҡәһәрмәнов, һуғыш
134