ТАНЫШ
тан үҙе йөрөп ҡайтҡан шикелле, маҡтанып иҙән буйлап йөрөп алды. Р. Өмөтбаев. [Хажи-сөлтан — Аҡназарға:] Байғош! Атаңды танытырмын әле һиңә! Я. Хамматов.
ТАНЫУ I (таны-) (Р.: узнавать; И.: recognize; T.: tanımak) ҡ.
1. Кем йәки нәмә икәнен иҫләп алыу, белеү. □ Узнавать, опознавать. // Узнавание, опознание. Алыҫтан таныу. Тауыштан таныу. Танып белеү. ■ Тарауыл ҡарт, Һәүбән менән Аҡбуҙатты, алмас ҡылысты танып, бик ҡыуанған. «Аҡбуҙат». Стәрленән ҡайтып төшкән Ишбулатты тәүҙәрәк танымай торҙолар. М. Хужин. • Таныған ерҙә буй һыйлы, танымаған ерҙә тун һыйлы. Мәҡәл.
2. Айырым бер үҙенсәлеккә нигеҙләнеп, кемдеңдер йәки нимәнеңдер асылын, төп сифатын билдәләй алыу, белеү. □ Знать, познавать кого-л., что-л. // Знание, познание. Дуҫты таный белеү. Ысын кеше тип таныу. Туғандарҙы таныу. ■ Тормоштоң бөтә яҡтарына дөрөҫ төшөнөргә, кешеләрҙе танырға, уларҙың ҡайғыһын, шатлығын аңларға өйрәнде уларҙан [Емеш]. 3. Биишева.
3. Уҡый белеү. □ Знать, разбираться. Бала хәреф таный. Ғәрәп яҙыуын таныу. ■ [Колой Салауат тураһында:] Ул ҡыйыу, батыр нәмә. Ҡөрьән таный, русса уҡый, яҙа. Б. Бикбай.
4. Күреп белеү. □ Знать, быть хорошо знакомым. ■ [Юлия] Айбулатты ун беренсе йылдан алып яҡындан таный. Һ. Дәүләтшина.
5. Бар тип белеү, иҫәпкә алыу. П Признавать, признать. // Признание. ■ [Лев Зеликман:] Төшөндөм дә ул, ләкин Аллаһыҙ дәүләтте, динде танымаған хөкүмәтте теге донъяла ҡаты һынауҙар көтә бит. Р. Өмөтбаев.
6. Килешеү, ҡабул итеү. □ Признавать, подтверждать. // Признавание, признание, подтверждение (факта). Ғәйепте таный белеү. В Йәшлек күрһә, сафлыҡ күрһә, яна тиҙәр, һис танмайым, таныйым мин, яна-мын шул. Ғ. Рамазанов. [Михаил — Хисмәтулласа:] Яңылышҡан, бик ҙур хата эшләгән саҡ та була. Иң мөһиме шунда: үҙ хатаң
ды ваҡытында таный белеүҙә, уны башҡаса булдырмауҙа. Я. Хамматов.
7. Нимәнеңдер асылын, мәғәнәһен тикшереү аша асыҡлау, белеү. □ Познавать. // Познание. Донъяны таныу. Тәбиғәтте таныу.
ТАНЫУ II (тан-) (Р.: отрицать что-л:, И.: deny; T.: inkâr etmek) к.
Эшләгән эшеңдән йәки әйткән һүҙеңдән баш тартып, кире ҡағыу. □ Отрицать что-л., отрекаться. // Отрицание, отказ. Ул һөйләгәндәрҙең барыһынан да танды. Ант итеп таныу. Танмай яуап биреү. ■ Бығаса мин дә үҙем өсөн генә йәшәнем. Танмайым. Әммә киләсәктә улай булмаясаҡ. Я. Хамматов.
ТАНЫУЛЫ (Р: известный; И.: known, popular; T.: ünlü) с.
Танылып торған; билдәле. □ Известный, узнаваемый. Таныулы кеше. Таныулы артист. ■ Морат быларҙың [күршеләрҙең] әллә ҡайҙан таныулы машинаһын шунда уҡ күрҙе. Р. Солтангәрәев.
ТАНЫШ I (Р: знакомый; И.: familiar, known; T.: tanıdık) с.
Күреп, ишетеп белгән; билдәле. □ Знакомый, известный. Таныш ауыл. Таныш юл. Таныш ҡатын. ■ Ә һауа! Дымлы, танау ҡытыҡлағыс тәмле һәм тәнгә, йәнгә яҡын таныш еҫтәр менән аңҡый. Ә. Әминев. Алғы бүлмәлә таныш тауышты ишеткәс, [Ғәмбәровтың] йөрәге дулап һуҡты. Ш. Янбаев. Роза менән Хәмит — күптән таныш кешеләр. С. Агиш. Ринат, таныш көйҙәрҙе эстән генә һыҙғырып, диаграммаларҙы, һүрәттәрҙе ҡарап йөрөй ине. Р. Байбулатов.
ТАНЫШ II (Р.: знакомо; И.: familiar; Т.: tanıdık) р.
Күргән-белгән. □ Знакомо, известно. ■ Таныш бында миңә һәр ҡыуаҡ, был ерҙәрҙә, аунап көсөк һымаҡ, ғәмһеҙ үтте минең бала саҡ. М. Кәрим. [Егеткә] тауҙағы һәр бер ҡая таш, һәр бер йәнлек һуҡмағы таныш булған. Әкиәттән.
ТАНЫШ III (Р: знакомый, знакомец; И.: familiar person; acquaintance; T.: tanış) и.
Күргән-белгән кеше. □ Знакомый, знакомец. Таныштар менән осрашыу. Танышҡа
135