ТАНЫШ-БЕЛЕШ
шылтыратыу. ■ Мәрйәм менән Хәйрулла ошо килеш, бик куптән курешмәгән элекке таныштар һымаҡ, иркенләп һөйләшеп ултырҙылар. Д. Бүләков. Китеуселәр, яҡын таныштары менән хушлашып, пароходҡа керә башланылар. М. Тажи. • Бер кургән — белеш, ике кургән — таныш. Мәҡәл.
ТАНЫШ-БЕЛЕШ (Р.: знакомые; И.: familiar persons; acquaintances; T.: tanıdıklar) и. йыйн.
Күргән-белгән кешеләр; таныштар. □ Знакомые, круг знакомых. Таныш-белешеңдән һорашыу. Таныш-белеш йыйылған. ■ Ул [Ғәлиәхмәт ] байҙың урман төпкөлдәренә, йыраҡ таныш-белештәренә таратылған малдарын, кумелеп ҡуйылған әллә купме игендәрен, башҡа байлыҡтарын эҙләп тапты. Р. Байымов. Рамазан завод хәлдәрен, таныш-белештәренең иҫәнлеген һорашты. Ә. Вәли. Экзамендар ваҡытында «тел ярҙамы» һорап таныш-белештәр, бөтөнләй таныш булмаған кешеләр ҙә мөрәжәғәт итәләр ине Аҡсәсәккә. Ш. Янбаев.
ТАНЫШ-БЕЛЕШЛЕК (таныш-белеш-леге) (Р: знакомство; близкие отношения; И.: acquaintance, acquaintances; T: tanış-lık) и.
Үҙ-ара таныш булыуға бәйле мөнәсәбәт, таныш булған хәл. □ Знакомство; близкие отношения. Таныш-белешлек булдырыу. Та-ныш-белешлектең файҙаһын куреу. ■ [Ҡайһы берәуҙәр] бөтәһен дә таныш-белешлек, алыш-биреш менән алып бара. Н. Мусин.
ТАНЫШЛЫҠ (танышлығы) (Р: знакомство; И.: acquaintance; T.: tanışlık) и.
1. Үҙ-ара таныш булыуға бәйле мөнәсәбәт, таныш булған хәл. □ Знакомство. Танышлыҡ менән эшләу. Танышлыҡ булдырыу. ■ Ҡайһы берәуҙәргә санаторийҙағы танышлыҡ артабан бергәләп утер куңелле юл башы булып та ҡуя. М. Садиҡова. Егерме йыл инде Иҙеукәйҙең Туҡтамыш менән танышлығына. Ә. Хәкимов. Солтан иҫке дуҫлыҡ, иҫке танышлыҡ хөрмәтенә һис һуҙ-һеҙ килергә вәғәҙә биргәйне. Ғ. Хәйри.
2. Төрлө эш, ярҙам өсөн файҙаланылған яҡын мөнәсәбәт. □ Знакомство; блат, (полез
ные) связи. Танышлыҡ аша документтарҙы өлгөртөу. Танышлыҡ аша эш табыу. Танышлыҡ арҡаһында уҡырға инеу. ■ Ул [Шаһиәхмәт ] волость тирәһендәге турәләр менән һөйләшә лә белә, уның һуҙе лә утә, сөнки танышлығы бар, ундағы турәләр алдында яҡшатлы булып, улар менән бер табаҡтан ашап йөрөй. Ж. Кейекбаев. Атаһының танышлығы менән Ҡаһымбай ҙа йәш кенә көйө яҡындағы бер лесхозға урман һаҡсыһы булып урынлашты. И. Ғиззәтуллин.
ТАНЫШМАҠЛЫ (Р: общительный; И.: communicable; T: girgin) с. һөйл.
Бик тиҙ танышыусан, тиҙ аралашыусан. □ Общительный. Бәләкәй саҡтан танышмаҡлы бала булды. Танышмаҡлы кеше. Танышмаҡлы ҡыҙ булыуыңа һоҡланам. В Үҙ ғумеремдә беренсе мәртәбә ошондай йышылған, танышмаҡлы әҙәм менән көрәшәм. Ә. Әминев. Атаһы уны [Уйылданды] шулай танышмаҡлы, кешегә йомшаҡ телле итеп тәрбиәләргә тырышты. Н. Мусин. Дөйөм алғанда, танзандар — тыныс, танышмаҡлы халыҡ, куп осраҡта уҙҙәрен елбәҙәк, эскерһеҙ тота. «Ағиҙел», № 9, 2009.
ТАНЫШ-ТОНОШ (Р: знакомые; И.: familiar persons; acquaintances; T: tanıdıklar) и. йыйн. һөйл.
Таныш булған төрлө кеше; таныш-белеш. □ Знакомые. Таныш-тоношто осратыу. ■ Бәләкәй генә ҡалала, ятаҡ тормошона аҙмы-купме кунеккәс, занятиеларҙан һуң курста шөғөлләнеуселәр таныш-тоноштарына, туған-тыумасаларына, уҙҙәренә оҡшаған ерҙәргә йөрөштөрә башланы. С. Шәрипов. [Мөршитский] таныш-тоношон барлап сыҡты, туған-тыумасаһына берәм-берәм туҡталды. Ғ. Хисамов. Арлы-бирле баш-куҙ алып урынлашҡас, Кинйә куршеләрендәге таныш-тоноштарын барып тапты. Ғ. Ибраһимов.
ТАНЫШТЫРЫУ (таныштыр ) (Р: знакомить; И.: acquaint; T: tanıştırmak) ҡ.
1. Кемдәрҙелер бер-береһенә әйтеп, күрһәтеп таныш итеү. □ Знакомить, сводить. Ҡыҙ менән таныштырыу. Яңы етәксе менән таныштырыу. ■ Хужалыҡ рәйесе то-
136