ТАҢАРТЫУ
роп, .. эргәһендәге шыма сәсле, шәм кеүек төҙ кәүҙәле кешегә боролоп, республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары, тип таныштырҙы ла һүҙҙе уға тапшырҙы. Ә. Әминев. Үҙен Шәрифулла тип таныштырған егет, йәрәхәте ауыртыуын белдермәҫкә тырышҡан кеше кеүек, зәғиф кенә йылмайҙы. К. Мәргән. [Сарыбай] тирә-яҡтағы бөтә батырҙарҙы, атта иң оҫта йөрөүсе егеттәрҙе саҡырып, арыҫлан үлтергән батыр менән яҡындан таныштырыр өсөн, һуғым һуйып, ҙур йыйын уҙғара. « Ҡуҙыйк үрпәс ».
2. Нимәлер тураһында мәғлүмәт биреп, билдәле итеү. □ Ознакомить с чем-л. // Ознакомление. Ҡала менән таныштырыу. Эш һөҙөмтәләре менән таныштырыу. Тәбиғәт менән таныштырыу. ■ Муса Мортазин, яңынан һүҙ алып, илдә барған ҡырҡыу үҙгәрештәр менән таныштырҙы. Р. Байымов. Председатель, ферма эшселәрен үткән йылдың эш йомғаҡтары менән таныштырып, алдағы бурыстар тураһында һөйләне. Ф. Әсәнов. [Сәғиҙә:] Беҙ, уҡытыусылар, балаларҙы мәктәп партаһынан уҡ ауыл хужалығы эштәре, һәр төрлө ауыл хужалығы ҡоралдары менән таныштыра башларға тейешбеҙ. М. Тажи.
ТАНЫШЫУ (таныш ) (Р.: знакомиться; И.: acquaint oneself with; make the acquaintance of; get acquainted with; T: tanışmak) ҡ.
1. Үҙ-ара танышлыҡ булдырыу. □ Знакомиться. // Знакомство. Яҡындан танышыу. Танышып алыу. Танышып китеү. ■ Йәғәфәрҙең Ғәлиә менән танышыуы ла шулай көтмәгәндә, эш араһында ғына килеп сыҡҡайны. Р. Солтангәрәев. Гәүһәр үҙе ойошторошҡан «Оло юл» колхозының баҫыуҙарын күреп, .. кешеләре менән һөйләшеп, танышып ҡайтырға тигән ниәт менән Оло Аралыҡҡа килде. И. Ғиззәтуллин. [Хәйрулла] аҙнаға яҡын .. ваҡыт эсендә әллә күпме кешеләр менән танышып өлгөрҙө. Д. Бүләков. • Ат кешенләтеп табышыр, әҙәм һөйләшеп танышыр. Мәҡәл.
2. Нимәлер тураһында мәғлүмәт алыу; күреп, ишетеп белеү. □ Ознакомиться. //
Ознакомление, знакомство. Ентекләп танышыу. Документтар менән танышыу. Район менән танышыу. ■ Сәйәхәт итеүсе Биш-былбыл гражданы беренсе капиталистик ил менән автобус тәҙрәһе аша таныша башланы. Ә. Бикчәнтәев. Петербургтың иҫтәлекле урындары, музейҙары менән танышып, тамаша ҡылып сығыу Мөхәммәтсәлимдең донъяға ҡараш офоҡтарын, фән-ғилемгә, сәнғәткә тартылышын күпкә ҡеүәтләп .. ебәргәндер. Ғ. Хөсәйенов.
ТАҢ I (Р.: рассвет; И.: [morning] dawn; T.: tan) и.
1. Тәүлектең ҡояш сығыр алдынан яҡтыра башлаған ваҡыты һәм шул саҡтағы көнсығыш тараф. □ Рассвет, (утренняя) заря. / Предрассветный. Ал таң. Таң беленеү. Һары таңдан. Таң еле. Таң ҡараңғыһынан.
■ Эңерҙәрҙе яңғыҙ оҙатам да һағыш менән ҡаршылайым таңды. Г. Әхмәтҡужина. Сәскәләргә таң ысығы бөркөп, һиҙҙермәйсә офоҡ аллана. Р. Ғарипов.
2. күсм. Нимәнеңдер башланғыс ваҡыты. □ Заря, рассвет, ранняя пора (жизни и т. д.). Бәхет таңы. Ғүмер таңы. ■ Бына бөгөн, йәшлек таңымда, сәскә атты бер гөл тағы ла. Ғ. Амантай. Ғүмер буйы һеҙгә һоҡлана-мын, атты яуҙа йәшлек таңығыҙ. Үҙегеҙ-ҙән алда Уралыма балҡып-балҡып ҡайтты данығыҙ. Т. Йосопов.
♦ Таң тишегенән бик иртә, таң атыр-ат-маҫ борон. □ Ни свет ни заря. Таң тишегенән юлға сығыу. Таң тишегенән йоҡонан тороу.
■ Балалары менән хушлашты ла таң тишегенән юлға сығып китте Гөлбаныу. Т. Ғарипова. Хөснулла Батыргәрәйҙең таң тишегенән салғы тапағанын ишетте. Ә. Әминев.
ТАҢ II (Р.: нечто удивительное; И.: smth surprising; T: şaşırtı) и.
Иҫ киткес нәмә, ғәжәп хәл. □ Нечто удивительное. ■ Күҙәтселәр хәбәр бирҙе, саң күрҙек, тип, саң эсендә .. таң күрҙек, тип. «Бабсаҡ менән Күсәк». • Күргәнгә һаҡал — таң, күрмәгәнгә күҫә — таң. Мәҡәл.
ТАҢАРТЫУ (таңарт-) ҡ. диал. ҡар. таң аттырыу. Һөйләшеп ятып таңарттыҡ. Күҙ ҙә йоммай таңартыу. Таңартҡан да инде.
137