Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 138 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАҢ АТТЫРЫУ
ТАҢ АТТЫРЫУ (таң аттыр-) (Р.: встречать зарю; И.: meet the dawn; T.: güneşin doğuşunu izlemek) ҡ.
Йоҡламай таңды еткереү. □ Встречать зарю, рассвет; бодрствовать до утра. Йоҡлай алмай таң аттырыу. ■ [Сәлим] малай сағында уҡ атаһы менән ҡуна ятып бесән эшләне, һуйыр уйындарында таң аттырҙы. С. Шәрипов. Ул [Буранбай] таңды аттыра алмайынса аҙапланды. Ф. Әсәнов.
ТАҢАТЫУ (таңат-) (Р.: выдержать коня после запарки; И.: tender a horse; T.: atı din lendirmek) ҡ.
Шәп килеп янған атты үлән менән дауалап, кистән таңға хәтлем ашатмай-эсермәй ҡуйыу. □ Выдержать коня после запарки. Юрғаны таңатыу. Таңатырға һарайға бикләу.
ТАҢ АТЫУ (таң ат-) (Р: светать; И.: dawn; grow light; T.: gün ağarmak) ҡ.
Офоҡта һыҙылып яҡтылыҡ һиҙелә башлау. □ Светать, рассветать; заниматься (о заре). ■ Офоҡто алһыу нурға мансып, һыҙылып таң атты. Р. Йәнбәков. Хәҙисә Ғәзизовна уянғанда, таң атҡайны инде. Р. Байымов. Иблис-шайтандар туйынан курәһен курә илем. Таң ата алмаҫ ниндәй тон был?! Янғында минең ерем. Т. Дәүләтбирҙина.
ТАҢАШТЫРЫУ (таңаштыр ) ҡ. ҡар. таңатыу. Бейәне таңаштырыу. Айғырҙы таңаштырыу.
ТАҢБИКӘ (Р.: дух, хозяйка утренней зари; И.: spirit of the dawn; T: Şafak İyesi) и. миф.
(баш хәреф менән) Таң эйәһе. □ Дух, хозяйка утренней зари. ■ Таңбикә әбей, таң һыуыңды бир әле, Абдулла ҡыҙы Айбикәгә кәрәк. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТАҢ БҮРЕ (Р: матёрый волк; И.: big wolf; T: büyük kurt) и. диал.
ҘУР бүре. □ Матёрый волк. Таң бурегә тап булыу. Бындай таң бурене тәу курәм. Таң буре быҙауҙы тамаҡлаған.
ТАҢҒАЙ (Р: нёбо; И.: soft palate; T.: yumuşak damak) и. диал. ҡар. таңлай.
Ауыҙ әсенең өҫкө өлөшө. □ Нёбо. Телде таңғайға тейҙереу. Таңғай боҙолоу. Таңғай
өндәре. Йомшаҡ таңғай. ■ Үҙ ғумерендә бындайҙы курмәгән ханым, теле таңғайына йәбешеп, өнһөҙ ҡалды. Й. Солтанов.
ТАҢҒА ҠАЛЫУ (таңға ҡал-) ҡ. ҡар. таң ҡалыу. Таңға ҡалып ҡарау. Йырҙы таңға ҡалып тыңлау. ■ [Ғәли] йыш ҡына көҙгө ҡаршыһында уҙенә уҙе иҫе китеп, таңға ҡалып, оҙаҡ итеп баҫып тора. Ғ. Лоҡманов. Донъя трибунаһы һөйләй, аяҡҡа баҫты халыҡ, тыңлай ул оло дөрөҫлөк, тыңлай ул таңға ҡалып. М. Кәрим.
ТАҢҒАНЫУ (таңған) (Р. : смотреть с восхищением; И.: contemplate with admiration; T: hayranlıkla bakmak) ҡ. диал.
Һоҡланып ҡарау. □ Смотреть с восхищением. Эшенә таңғаныу. Таңғанып тороу.
ТАҢҒАРЫ (Р.: на рассвете, ранним утром; И.: early in the morning; T: şafakta, sabah erken) р. һөйл.
Таң атыуға, таңға табан. □ На рассвете, ранним утром. Таңғары ҡуҙғалыу. Таңғары барып етеу. Таңғары ямғыр туҡтаны.
ТАҢҒЫ (Р: утренний, предрассветный; И.: predawn; T: sabah) с.
Таң ваҡытындағы. □ Утренний, предрассветный. Таңғы ел. Таңғы йоҡо. Таңғы тынлыҡ. ■ Ҡайһылай ҙа ихлас, яҡты ине теләктәрең, таңғы нур кеуек. Ә. Таһирова. Болоттар уҙҙәре аҡ, ә бына таңғы ҡояш нурынан шундай алһыу, әйтерһең, ҡуҙланып яна. Р. Солтангәрәев.
ТАҢҒЫР-ТОҢҒОР (Р: подражание стуку, грохоту, возникающему при ударе большого полого предмета о твёрдую поверхность; И.: sound imitative word; T: şap) оҡш.
Ҡаты юлдан буш арба барғанда, эсе ҡыуыш ҙур нәмә ҡатыға бәрелгәндә һ. б. сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ; даңғыр-доңғор. □ Подражание стуку, грохоту, возникающему при ударе большого полого предмета о твёрдую поверхность. Таңғыр-тоңғор килеу. Таңғыр-тоңғор ат арбаһы утеп китте. Таңғыр-тоңғор итеп бәрелеу.
ТАҢ-ҒӘЖӘПКӘ ҠАЛЫУ (таң-ғәжәпкә ҡал-) (Р: быть в удивлении; И.: be astonished; T: hayran olmak) ҡ.
Бик ныҡ аптырау. □ Быть в удивлении, изумлении; удивляться, изумляться. Таң-
138