Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 139 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАҢҠЫЛДАҠ
ғәжәпкә ҡалып тороу. ■ [Байғужа:] Шуны аңламай, таң-ғәжәпкә ҡалып ултырам әле. Д. Юлтый.
ТАҢДАҠ (таңдағы) (Р.: заря; зарево; И.: dawn; T.: şafak) и. диал. ҡар. шаңдаҡ.
Байып йәки сығып килгән ҡояш, ай яҡтыһынан ҡыҙарған офоҡ. □ Заря, зарево. Иртәнге таңдаҡ. Киске таңдаҡ. Таңдаҡ мәлендә.
ТАҢДАН (Р.: спозаранку; И.: early in the morning; T.: sabah sabah) p.
Иртә менән. □ Спозаранку, рано, утром на заре. Таңдан эшкә юлланыу.
ТАҢ-ИРТӘ (Р.: рассвет; И.: dawn; T.: şafak) и.
Иртә таң, таң ваҡыты. □ Рассвет; раннее утро. ■ Хисбулла, ямғыр серетеп бөтөп барған ҡарабойҙайҙы әүенгә һалып, елләтеп булмаҫмы тип, таң-иртәнән тороп баҫыуға китте. 3. Биишева. Ял көнөнөң таң-иртәһе, ҡарҙай ап-аҡ шау сәскәле алма баҡсаларының өҫтөндә аҡ бурандар уйнатып, һыҙғыр елле булып килде. Й. Солтанов.
ТАҢИРТӘН р. диал. ҡар. таңдан. Та-ңиртән барыу. Таңиртән ҡайҙа киттең? Таңиртән поезд китә.
ТАҢ ЙОНДОҘО (Р: Венера; И.: Venus, Hesperus; T.: Venüs) и. астр.
(баш хәреф менән) Ҡояш системаһында Ҡояштан иҫәпләгәндә икенсе торған планета; Зөһрә, Сулпан. □ Венера. Таң йондоҙо ҡалҡыу. Таң йондоҙон күҙәтеү. ■ Таң йондоҙо һүнә-һүнә ебәрә һуңғы сәләм. Уяна ер, уяна күк, уяна бөтә ғаләм. Р Ғарипов. [Сүкем батыр] Таң йондоҙо шикелле, һүнмәй торған ир ине. Ҡарсығалай, йылғырлыҡта ил эсендә бер ине. Ҡобайырҙан. Таңдар була бик йәмле, Таң йондоҙо сыҡҡанда; был бәйетте яҙҙым мин эскәйҙәрем бошҡанға. Бәйеттән.
ТАҢ ҠАЛЫРЛЫҠ (Р: изумительный; И.: amazing; T.: şahane) с.
Аптырарлыҡ, ғәжәпкә ҡалырлыҡ. □ Изумительный, удивительный. Таң ҡалырлыҡ ихтыяр көсө. ■ [Таняның] уңыштары таң ҡалырлыҡ, исеме бөтә республикаға билдәле. Ә. Хәкимов. Таң ҡалырлыҡ сәнғәт әҫәренә тиң был эштәрҙе бары тик ысын ижадсы, булмышы менән рәссам, халҡыбыҙ
мираҫына ғашиҡ кеше генә тыуҙыра ала. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5, 2010.
ТАҢ ҠАЛЫУ (таң ҡал-) (Р: удивляться; И.: be astonished; T.: şaşirmak) ҡ.
Аптырау, ғәжәпкә ҡалыу. □ Удивляться, поражаться; диву даваться. Таң ҡалып ҡарау. Күреп таң ҡалыу. М Таң ҡалам мин тауышыңа: ниндәй тылсымлы тауыш. Ш. Бабич. Ҡошсоғом сыҡты ла, ҡанатын ҡаҡты ла, һоҡланды ояға, таң ҡалды донъяға. Р. Ғарипов. Төркөм-төркөм ҡыҙҙары — барыһы һайлап ҡуйғандай, күҙҙең яуын алырҙай, күргәндәр таң ҡалырҙай. «Урал батыр».
ТАҢҠАН (Р: кувшин; И.: pitcher; T.: ibrik) и. һөйл.
Нәҙек оҙон муйынлы суйын ҡомған. □ Чугунный кувшин (с длинным горлышком и крышкой). Таңҡанға һыу һалыу. Таңҡанды тултырып ҡуйыу.
ТАҢҠ-ТАҢҠ (Р: тук-тук; И.: tap!; T.: tak tak!) оҡш.
Ҡаты нәмә менән ҡаты нәмәгә һуҡҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Тук-тук (подражание звуку глухого удара). Таңҡ-таңҡ һуғыу. Таңҡ-таңҡ килеү. Таңҡ-таңҡ итеү.
ТАҢ ҠЫҘАРЫУ (таң ҡыҙар-) (Р: заалеть (о заре); И.: dawn; T.: allanmak) ҡ.
Ҡыҙыл булып таң беленеү. □ Заалеть (о заре). Алланып таң ҡыҙарыу. Таң ҡыҙарыуға барып етеү. ■ Таң ҡыҙарып килә, ҡайт, егет. Халыҡ йырынан.
ТАҢ ҠЫЙЫЛЫУ (таң ҡыйыл ) (Р: брезжить; И.: dawn; T: gün ağarmaya başlamak) ҡ.
Таң беленә башлау. □ Брезжить; заниматься (о заре). Яйлап ҡына таң ҡыйыла. Таң ҡыйылғансы йөрөү. ■ Таң ҡыйылып килгәндә, алда снарядтар ярыла башланы. И. Ғиззәтуллин. Таң ҡыйылып, ҡараңғылыҡ дала төпкөлөнә ҡасып, тирә-йүн асыҡлана, үлән-ҡыуаҡтар төҫмөрләнә башлағансы барҙы ул [Алтынбай]. 3. Ураҡсин.
ТАҢҠЫЛДАҠ (Р: болтливый; И.: talkative; T: geveze) с. һөйл.
Күп һөйләүсән. □ Болтливый. Таңҡылдаҡ ҡатын. Таңҡылдаҡ күрше. Таңҡылдаҡ ҡусты.
139