ТАҢҠЫЛДАУ
ТАҢҠЫЛДАУ (таңҡылда-) (Р.: глухо стучать; И.: thump; T.: takırdamak) ҡ.
1. Таңҡ-таңҡ килеү, таңҡ-таңҡ һуғыу; шаҡылдау. □ Глухо стучать. // Стук. Таңҡылдап уятты. Шым ғына таңҡылданы. Тәгәрмәстәр таңҡылданы.
2. Өгөтләп, күндерергә тырышып, ҡабат-ҡабат бер һүҙҙе һөйләү. □ Беспрестанно говорить, тараторить, твердить одно и то же. Таңҡылдап илау. Таңҡылдау ишетелде. ■ Көслөгә буйһоноп, ул әйткәнде башҡаларға таңҡылдап тороусы әлеге шул үҙенең кемлеген онотҡан бәндә булыр. Б. Рафиҡов. Йомай әбей, түҙә алмайынса, таңҡылдап һөйләнеп, ҡысҡырып илап ебәрҙе, һ. Дәүләтшина. Тулҡындырып һыу йөҙөн, уйнаҡлаған ҡолондай, барына ла иркәләп, һамаҡ менән таңҡылдап, әйтер һүҙен әйтте, ти [һыуһылыу]. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
3. этн. Кейәүгә бирелгән ҡыҙҙың ата йортонан оҙатылғанда ата-әсәһенә, туғандарына үпкәһен, зарын белдереп йырлауы, сеңләүе. □ Причитать. // Плач-причитание невесты (перед отъездом из родительского дома). Таңҡылдау йолаһы. Таңҡылдаған ҡыҙ.
ТАҢҠЫРАУ (таңҡыра-) ҡ. диал. ҡар. таң ҡалыу. Таңҡырап тороу. Таңҡырап ҡарау. Күршеһен күреп таңҡыраны.
ТАҢҠЫУ (таңҡы-) ҡ. диал. ҡар. таңҡылдау. Таңҡып тороу. Бер туҡтамай таңҡыу. Таңҡыуынан ялҡыу.
ТАҢЛАЙ (Р: мягкое нёбо; И.: soft palate; T.: yumuşak damak) и.
Ауыҙ ҡыуышлығының өҫкө яғы; йомшаҡ аңҡау. □ Мягкое нёбо. Таңлай шешеү. Таңлай боҙолоуы. Телде таңлайға тейҙереү.
ТАҢЛАНЫУ I (таңлан-) (Р: удивляться; И.: be astonished; T.: şaşırmak) ҡ. диал. ҡар. таң ҡалыу.
Таңға ҡалыу, аптырау. □ Удивляться, изумляться, поражаться. // Удивление, изумление; восторг. Карап таңланыу. Ишетеп таңланыу. Күреп таңланыу.
ТАҢЛАНЫУ II (таңла-) ҡ. ҡайт. ҡар. таңлау I. возвр. от таңлау I. Таңланып йөрөү. Таңланып ҡайтыу.
ТАҢЛАУ I (таңла-) (Р: выбирать; И.: make choice of; T.: aramak) ҡ.
Нимәлер табырға теләп, төрлө ерҙән ҡарау; эҙләү. □ Выбирать; искать. Дуҫ таңлау. Юлдаш таңлау. ■ [Юлдыҡай:] Күп таңланым илдә ҡыҙ яҡшыһын, Ынйыҡайҙай һылыу булманы. X. Ғәбитов. • Таңлаған — таҙға, таянған — боҙға. Мәҡәл.
ТАҢЛАУ II (таңла-) (Р: восхищаться; И.: admire; T.: hayran olmak) ҡ. ҡар. таң ҡалыу.
Бик яҡшы, матур нәмәгә таң ҡалып, кинәнеп, шатланып ҡарау, һоҡланыу. □ Восхищаться. Таңлап ҡарау. Тәбиғәткә таңлау.
ТАҢЛЫҠ (таңлығы) и. диал. ҡар. таң 1,1. Таңлыҡ ҡаршылау. Таңлыҡ беленә башланы. Таңлыҡ менән килеү.
ТАҢМАЙ (Р: лоб; И.: forehead; T.: alın) и. диал. ҡар. маңлай.
Баштың күҙҙән, ҡаштан өҫтәге ҡаҡ өлөшө. П Л об, чело. / Лобный. Таңмайына яҙылған. Таңмайы күгәргән. Таңмайын тотоп ултыра.
ТАҢ СЫЛЫУЫ и. диал. миф. ҡар. Таңбикә. ■ «Таң сылыуы, сыу бир», — тип ҡояш ҡалҡмаҫ борон дауаға сыу алалар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТАҢҪЫУ (таңҫы-) (Р: изнывать; И.: be weary; T.: zayıf düşmek) ҡ. диал. ҡар. арыу.
Арып хәлһеҙләнеү; аңһыу. □ Изнывать; ослабевать, обессиливаться. Эҫенән таңҫыу. Эштән таңҫыу. Таңҫымаҫҡа тырышыу.
ТАҢ ТЕЙЕҮ (таң тей-) (Р: сглазить; И.: bring bad luck; T.: göz değmek) ҡ.
Күҙ тейеү. □ Сглазить. Балаға таң тейеү.
ТАҢ ТӨШӨҮ (таң төш-) ҡ. ҡар. таң тейеү. Сабыйҙың илауы таң төшөүҙәндер.
ТАҢ ТУРҒАЙЫ (Р: зарянка; И.: robin; T.: kızılgerdan) и. зоол.
Турғайҙан бәләкәйерәк, маңлайы, муйынының аҫ яғы һәм түше ҡыҙғылт һары күсмә ҡош; әберсә турғайы. □ Зарянка (лат. Erithacus rubecula). ■ [Таң турғайы] ерҙә, ағас төптәрендә һәм ҡыуыштарында оялай. Э. Ишбирҙин.
ТАҢ ҺАРЫҺЫ (Р: заря; И.: dawn; Т.: şafak) и.
140