ТАП
Ҡояш ҡалҡыр алдынан булған ваҡыт һәм ошо ваҡыттағы офоҡтағы яҡтылыҡ. □ Раннее утро; заря. Таң һарыһы беленеу. ■ Таң һарыһы ҡар өҫтөн зәңгәрһыулатып ебәрҙе, яңы ғына уткән ҡуян эҙҙәре куренә башланы. Ғ. Шәрипов. Иртәгеһенә Сөнәғәт ашамлыҡтарын ыҡсым ғына итеп арҡаһына йөкмәп алды ла таң һарыһы менән китте. Ж. Кейекбаев.
ТАҢ ҺАРЫҺЫНАН (Р.: ранним утром; И.: early in the morning; T.: gün ağarmadan) р. диал. ҡар. тандан.
Таң беленгәс тә, бик иртә. □ Ранним утром. Таң һарыһынан барыу. Таң һарыһынан юлға йыйыныу. Таң һарыһынан эш башлана. ■ Иртәгеһенә таң һарыһынан тороп, Рәхмәт менән Гөлниса төйөнсөктәрен ҡулға алып, заводҡа ҡарай юл тотто. Ж. Кейекбаев. Йәш кенә көйө нужа баҫҡан, эшкә егелгән Гөлбаныу кистәрен һуң ятты, таң һарыһынан торҙо. Т. Ғарипова. [Зөһрә:] Таң һарыһынан тора һалып, билемә ҡылыс, иңемә уҡ-һаҙаҡ аҫып, яҡшы атҡа атланыр ҙа далаға сабыр, атайымдың көтөуҙәрен урап сығып, уларҙы төрлө ҡош-ҡорттан ҡурсалар йә һунарға ғына йөрөр инем. «Зөһрә менән Алдар».
ТАҢ ҺЫҘЫЛЫУ (таң һыҙыл-) ҡ. ҡар. таң ҡыйылыу. ■ Таң һыҙылып барғанда германдар туп аталыр. Бәйеттән. Таң һыҙылып атҡанда, ҡошо маҡтап һайраған, ҡыҙы ла һөйгән — Уралтау, ҡошо ла һөйгән — Уралтау. Ҡобайырҙан. Уртансы ул да таң һыҙылып килгәнсе керпек ҡаҡмаған. Әкиәттән.
ТАҢҺЫНЫУ (таңһын-) (Р: изумляться; И.: wonder; T.: şaşmak) ҡ.
Ғәжәп күреү, ғәжәп итеү; һоҡланыу. □ Изумляться, восхищаться. // Изумление, восхищение. Балаға ҡарап таңһынырға ярамай. ■ Ә Таңсулпан, шул ҡоштарға ҡарап, сихри яҙ куркенә таңһынып, тау уңерендә, сәс толомон услап, баҫып торҙо япа-яңғыҙы. М. Тажи.
ТАҢҺЫНЫШЫУ (таңһыныш-) ҡ. урт. ҡар. таңһыныу, взаимн. от таңһыныу. Таң-һынышып ҡарау. Таңһынышып ултырыу. Балаға ҡарап таңһынышыу.
ТАҢҺЫУ I (Р: несообразительный; И.: inapprehensive; T: anlayışsız) с. диал. ҡар. аңра.
Уйлап, аңлап эшләй белмәгән. □ Несообразительный. Таңһыу кеше. Таңһыу бала. Таңһыу кеше менән эш бармай.
ТАҢҺЫУ II и. диал. ҡар. таң һыуы. Таңһыу менән йыуыу. Таңһыу алыу. ■ Таңһыу ҙы көн тыумаҫ борон алабыҙ. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТАҢҺЫУ ИМЕ (Р: магический способ лечения с помощью воды утренней зари; И.: morning water treatment; T.: şafakta alınan su ile tedavi etme) и. миф.
Таң һыуы менән дауаланыу ысулы. □ Магический способ лечения с помощью воды утренней зари.
ТАҢ ҺЫУЫ (Р: утренняя вода; И.: morning water; T.: şafakta alınan su) и. этн.
Имләү өсөн таңдан алып ҡуйған һыу, ысыҡ һыуы. □ Утренняя вода (вода, набираемая на рассвете, используемая для лечения ). ■ Сәскә куҙ тейһә, таң һыуы менән йыуғандар. Таң һыуы алғанда, ошо әпсенде әйткәндәр: ни алам, таң һыуы алам, куҙ төшкәнгә, куҙ тейгәнгә. «Башҡорт мифоло-гияһы»нан.
ТАҢҺЫУ ӘБЕЙ и. миф. ҡар. Таңбикә. Таңһыу әбейҙән һыу алыу. Таңһыу әбейҙән таң һыуы һорау.
ТАҢЫУ (таңы-) (Р.: устраивать проводы с угощением; И.: arrange send-off with refreshments; T: uğurlama töreni kurmak) ҡ. этн.
Кешене юлға оҙатыу айҡанлы ҡунаҡ саҡырып, мәжлес ҡороу. □ Устраивать проводы с угощением. ■ [Хәмди:] Гөлбостан килен, .. ҡана, ҡартыңдың башын таңып алайыҡсы әле. Ғ. Дәүләтшин.
ТАҢШӘФӘҠ (таңшәфәғе) (Р: заря;
И.: dawn; T: şafak) и. диал. ҡар. шәфәҡ.
Байып йәки сығып килгән ҡояштан күк йөҙөнә төшкән ҡыҙыллыҡ. □ Заря. Таңшә-фәҡ ваҡыты. Таңшәфәҡ еткәс тә сығыу. Таң-шәфәҡ яҡтыһы.
ТАП I (табы) (Р: пятно; И.: spot; Т: leke) и.
141